Әзербайжан дәүләт академия опера һәм балет театры

Баҡы ҡалаһындағы опера һәм балет театры

Әзербайжан дәүләт академия опера һәм балет театры (әзерб. Azərbaycan Dövlət Akademik Opera və Balet Teatrı) — 1920 йылдан Әзербайжандың баш ҡалаһы Баҡыла эшләп килгән опера һәм балет театры, 1959 йылдан — «академия театры» маҡтаулы исемен йөрөтә.

Әзербайжан дәүләт академия опера һәм балет театры
Нигеҙләү датаһы 1920
Рәсем
Дәүләт  Әзербайжан
Административ-территориаль берәмек Баҡы
Урынлашҡан урамы Улица Низами[d]
Архитектор Баев, Николай Георгиевич[d]
Архитектура стиле модерн[d] һәм готик архитектура[d]
Рәсми асылыу датаһы 28 февраль 1911
Рәсми сайт tob.az
Карта
 Әзербайжан дәүләт академия опера һәм балет театры Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

Театр 1920 йылдың майында Әзербайжан ССР-ы хөкүмәтенең декреты буйынса ойошторола. Ул 19101911 йылдарҙа архитектор Николай Георгиевич Баев (6.10.1875—5.08.1949) төҙөгән бинала урынлаша. 1910 йылда Рәсәй империяһының әрмән сығышлы нефть магнаттары, эшҡыуар һәм меценат ағалы-энеле бер туған Маиловтар Баҡы ҡалаһындағы үҙҙәренең ер биләмәһендә театрға яңы һәм заманса йыһазландырылған бина төҙөргә ҡарар итә. Уларҙың өлкәне Илья Лазаревич табип, кесеһе Даниил Лазаревич бизнесмен, иҫәп-ссуда сауҙа-сәнәғәт комитеты ағзаһы була. Театрҙың тамаша залы 1281 кеше һыйҙырышлыҡ итеп эшләнә. Бында опера, балет һәм драматик спектаклдәр рус һәм әзербайжан телдәрендә ҡуйыла, шулай уҡ оперетталар ҙа сәхнәләштерелә[1].

Тәүге йылдарҙа уҡ театрҙа милли композиторҙар Уир Ғаджибәковтың (18.09.1885—23.11.1948) «Ләйлә менән Мәжнүн», Мөслим Магомаевтың (18.09.1885—28.07.1937) «Исмаил шаһ» һәм Зөлфугар Ғаджибәковтың (17.04.1884—30.09.1950) «Ашуг Гариб» исемле опералары, шулай уҡ рус һәм сит ил композиторҙарының киң билдәле «Демон», «Мазепа», «Евгений Онегин», «Князь Игорь», «Аида», «Фауст», «Кармен», «Тоска» опералары һәм «Лебединое озеро», «Жизель», «Коппелия» балеттары ҡуйыла.

19241925 йылдар миҙгелендә театрҙың балет һәм опера труппалары үҙаллы коллективтарға бүленә, бында әзербайжан музыка театрының иң яҡшы оҫталары бергә туплана. Улар араһынан тәү сиратта түбәндәге артистарҙы атап үтергә була: Бюль-Бюль (Муртуза Мешади Рза оглы Мамедов; 1897—1961), Гусейнкули Сарабский (1879—1945), Гусейнага Гаджибабабеков (1898—1972), М. Т. Багиров, Мамед-Ханафи Терегулов (1877—1942), Шовкет Мамедова (1897—1981), Севиль Гаджиева, Фатьма Мухтарова (1893—1972), Агигат Рзаева (1907—1969)[2].

1924—1925 йылдар миҙгелендә театр сәхнәһендә Уир Ғаджибәковтың «Ләйлә менән Мәжнүн» һәм Мөслим Магомаевтың «Исмаил шаһ» опералары ҡабаттан ҡуйыла. Артабан театр репертуарына Үзәйер Һәжибәковтың «Аршын мал алған» опереттаһы һәм Зөлфугар Ғаджибәковтың «Ашуг Гариб» операһы өҫтәлә. 1929 йылда «Исмаил шаһ» операһы тамашасыға яңы ҡуйылышта тәҡдим ителә.

1930 йылда театрға Әзербайжан мәғрифәтсеһе, яҙыусы һәм шағир, йәмәғәтсе һәм милли драматургияға нигеҙ һалыусы Мирза Ахундов (12.07.1812—10.03.1878) исеме бирелә[1]. Ә 1938 йыл театр коллективы өсөн генә түгел, республиканың бөтә сәхнә сәнғәтен яратҡан тамашасылар өсөн иҫтәлекле була: мәҙәниәт усағы Ленин ордены менән бүләкләнә[3]. 1940 йыл тағы ла бер әһәмиәте ваҡиға менән театр тарихына инеп ҡала: композитор Әфрасияб Бәдәлбәк оғлы Бәдәлбәйле ижад иткән беренсе әзербайжан балеты «Ҡыҙ манараһы» (рус. «Девичья башня») сәхнәгә сығарыла[3].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Музыкальная энциклопедия. Гл. ред. Ю. В. Келдыш. Т 1. А — Гонг. 1072 стб. с илл. М.: Советская энциклопедия, 1973
  2. Театральная энциклопедия. Гл. ред. С. С. Мокульский. Т. 1 — М.: Советская энциклопедия, А — «Глобус», 1961, 1214 стб. с илл., 12 л. илл.
  3. 3,0 3,1 Большая Советская Энциклопедия. Гл. ред. А. М. Прохоров, 3-е изд. Т. 1. А — Ангоб. 1969. 608 стр., илл.; 47 л. илл. и карт, 1 отд. л. табл.

Һылтанмалар үҙгәртергә