Әзербайжандың банк системаһы

Әзербайжандың банк системаһыӘзербайжан Республикаһының «Банктар тураһында»ғы Законы менән көйләнеүсе ике баҫҡыслы банк системаһы. Ике баҫҡыслы (беренсе баҫҡысы: Әзербайжан Республикаһының Милли банкы; икенсе баҫҡысы – коммерция һәм башҡа кредит учреждениелары) банк системаһы баҙар мөнәсәбәттәренә нигеҙләнә[1].

Әзербайжандың банк системаһы
Дәүләт  Әзербайжан

Илдең банк системаһы ҡоролошона әҙме-күпме йоғонто яһаған ике фактор бар:

  1. юридик фактор;
  2. иҡтисади фактор[2].

Үҙәк банк үҙгәртергә

Әзербайжандың банк эшендә (банкингта) төп урынды Әзербайжан Республикаһының Үҙәк банкы биләй, ул илдәге әйләнештә йөрөгән аҡса массаһын тәьмин итә, илдең коммерция банктарының эшмәкәрлеген көйләй. Әзербайжан Үҙәк банкына банк Идараһы етәкселек итә, ул ете ағзанан тора. Идара ағзалары 5 йыл мөҙҙәткә тәғәйенләнә. Үҙәк банк тик Әзербайжан Республикаһы Президентына ғына отчетлы[3].

Үҙәк банктың эшмәкәрлеге Конституция, «Әзербайжан Республикаһының Үҙәк банкы тураһында» Закон, Гражданлыҡ Кодексы һәм башҡа закон акттары менән көйләнә[4][5].

Банк булмаған кредит ойошмалары үҙгәртергә

Банк булмаған кредит ойошмалары эшмәкәрлеге Конституция, «Банктар тураһында» Закон, Граждан Кодексы, «Әзербайжан Республикаһының Үҙәк банкы тураһында», «Банк булмаған кредит ойошмалары тураһында», «Кредит Союздары тураһында» закондар һәм башҡа закон акттары менән көйләнә[4].

Саралар үҙгәртергә

Әзербайжанда 70-ләп сит ил һәм урындағы банк бар. Дүрт дәүләт банкы араһында иң ҙуры — Әзербайжан Халыҡ-ара банкы, ул 1992 йылда асылған. Сит ил банктарынан Standard Bank, Unibank, DemirBank, AG Bank һәм башҡалар бар.

Банк системаһын камиллаштырыу программаһы сиктәрендә, 2000 йылда дәүләт банктарын яңыртып ҡороу, һауыҡтырыу маҡсатында реформалар үткәрелә. Хосусилаштырылған банктар һаны йылдам арта[1].

Баҡы фонд биржаһы 2001 йылда ҡыҫҡа мөҙҙәте ҡаҙнасылыҡ облигацияларын һәм хосуслаштырылған дәүләт предприятиеларының ябай акцияларын һатыу өсөн асыла. Биржаның 30 эш урыны булған сауҙа залы бар, ул ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙың бөтә төрҙәре менән дә сауҙа итеү мөмкинлеген бирә, үҙ депозитарийы ла бар. Әзербайжандың 16 иң эре банкы, ике финанс компанияһы һәм Истанбул фонд биржаһы Баҡы биржаһын ойоштороусылар булып сығыш яһай.

Яңы үҫеш программаһына ярашлы, 2002 йылда банк системаһын яңыртып ҡороу башлана[1].

Банк бизнесын камиллаштырыу барышында банк системаһына Интернет-банк, мобиль банк, автоматлаштырылған банк пункттары индерелә, улар финанс хеҙмәттәрен ситтән тороп ҡулланыу мөмкинлеген бирә[1].

XXI быуат башында «Валюта көйләүе тураһында» Закон ҡабул ителә[6].

2008 йылда Вкладтарҙы страховкалау фонды ойошторола[1].

2014 йылдың мртында Fitch агентлығы Әзербайжандың банк секторын «дөйөм алғанда тотороҡло» тип баһалай[7][8].

2016 йылдың мартында «Вкладтарҙы тулыһынса страховкалау тураһында» Закон көсөнә инә[9].

Әлеге ваҡытта Әзербайжан Республикаһы территорияһында 45-ләп банк, 530 банк филиалы,  банк булмаған 96 кредит учреждениеһы эшләй[1].

Әзербайжан ECOBANK акционеры булып тора[10].

Статистика үҙгәртергә

2008 йылда халыҡтың вкладтары — 1,468 миллиард манат, ә депозиттар 2 миллиард манат тәшкил итә[1].

2010 йылда банк активтарының күләме яҡынса 13290,81 миллион манатҡа етә[4].

2015 йылда ил территорияһында POS-терминалдар ҡуйыла[10].

Әзербайжанда банк системаһына халыҡтың 60,7 проценты йәлеп ителгән[4].

2016 йылда республикалағы 11 банк эшмәкәрлеген туҡтата[9].

Әзербайжандың Финанс баҙарҙарын күҙәтеү палатаһының статистик бирелмәләре буйынса, 2017 йылда банктарҙың саф табышы 479,7 миллион манаттан ашыу тәшкил итә[11].

2018 йылда банк активтарынң күләме 27 907,4 миллион манат тәшкил итә[12].

Әлеге ваҡытта республиканың банк секторына 16,389 мең кеше йәлеп ителгән[12].

Әзербайжандың банк секторы 2005-2013 йылдарҙа үҙгәртергә

Күрһәткестәр[13] 2005 2006 2007 2008 2009 2010 2011 2012 2013
Банк операцияларын башҡарыуға лицензияһы булған финанс ойошмалары һаны 114 129 138 142 140 142 146 169 176
Банктар һаны — бөтәһе: 44 44 44 46 46 46 45 44 43
Шул иҫәптән: дәүләттеке 2 2 2 2 1 1 1 1 1
шәхси 42 42 42 44 45 45 44 43 42
Сит ил капиталы булған банктар һаны: 15 18 20 21 23 23 22 23 22
шул иҫәптән устав капиталы 50% — 100% булғандары 5 5 5 6 7 7 7 7 6

2006-2013 йылдарҙа Әзербайжан банк системаһының тасуирламаһы\ үҙгәртергә

Күрһәткестәр[13] 2006 2007 2008 2009 2010 2011 2012 2013 2006—2013 йылдарҙа үҫеш
Кредиттар 1268,9 2128,6 4393,9 6816,9 7963,6 8574,3 9118,4 10681,3 8,4 тапҡыр
Активтар 2252,0 3778,0 6725,7 10273,5 11665,2 13290,8 14205,01 17643,45 7,8 раз
Йөкләмәләр 1863,7 3174,7 5627,6 8568,8 9660,2 11121,7 11748,17 15088,13 8,1 тапҡыр
Депозиттар 1380,9 2233,1 3437,9 4055,8 4293,4 5165,3 6606,1 7710,9 5,6 тапҡыр
Капитал 388,9 603,3 1098,1 1704,7 2005,0 2169,1 2456,8 2555,3 6,6 тапҡыр

Әзербайжан Республикаһы коммерция банктарының сит илдәрҙәге вәкиллектәре үҙгәртергә

Банк[2] Бүлендек банк Филиал
ӘР-ҙең Халыҡ-ара банкы Рәсәй (Мәскәү, Санкт-Петербургтағы, Екатеринбургтағы филиалдары менән), Грузия (Тбилиси) -
Кавказ Үҫеш Банкы - Грузия (Тбилиси)

Әзербайжан Республикаһы коммерция банктарының сит илдәрҙә эшләүе үҙгәртергә

Эш итеү төрө[2] Бөтәһе Элекке совет биләмәләрендә Европала Америкала Азияла
Бүлендек банк 2 2 - - -
Филиал 1 1 - - -
Вәкиллек 5 - 3 1 1
Төп илдәр - Рәсәй, Грузия Бөйөк Британия, Германия, Люксембург АҠШ БҒӘ, Төркиә

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Azerbaijan - Банковская Система. www.azerbaijan.az. Дата обращения: 12 октябрь 2018. 2018 йыл 13 октябрь архивланған.
  2. 2,0 2,1 2,2 Банковская система Азербайджана.
  3. Профессор МГИМО Владимир Сухой: Банковская система Азербайджана - путь оздоровления  (рус.). 12 октябрь 2018 тикшерелгән.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «:0» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  5. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ].
  6. Банковская система Азербайджана: вызовы и перспективы глобализации. cyberleninka.ru. Дата обращения: 12 октябрь 2018.
  7. Barnett, Ryan. Fitch: Azerbaijan banking sector “broadly stable” (12 March 2014). 20 март 2014 тикшерелгән. 2015 йыл 5 ғинуар архивланған. (инг.)
  8. RPT-Fitch Affirms Five Azerbaijan Privately-Owned Banks (11 March 2014). 20 март 2014 тикшерелгән. 2014 йыл 19 март архивланған. (инг.)
  9. 9,0 9,1 Изменения нужны сейчас, иначе банковская система Азербайджана окончательно рухнет  (рус.), ЭХО (26 ноябрь 2016). 12 октябрь 2018 тикшерелгән.
  10. 10,0 10,1 В 2013 году банковскую систему Азербайджана ожидают позитивные хлопоты  (рус.), Trend.Az (26 декабрь 2012). 12 октябрь 2018 тикшерелгән.
  11. Статистические данные.
  12. 12,0 12,1 Активы банковской системы Азербайджана за 1 квартал сократились  (рус.), Abc.az. 12 октябрь 2018 тикшерелгән.
  13. 13,0 13,1 Мамедов, Фамиль Назим Банковская система Азербайджана на современном этапе: проблемы конкурентоспособности (рус.) // Научный журнал NovaInfo.Ru. — 2016.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  1. Гаджиев Д.Ф. Денежно-кредитная система и Международный банк Азербайджана. Москва: Финансы и статистика, 2008, 240 с.
  2. Исмаилов Э.М. Валюты стран Центральной Евразии в условиях финансовой глобализации. Стокгольм: СА&СС Press, 2009,132 с.
  3. Керимов А.Э. Рынок банковских услуг: теория и практика (на примере коммерческих банков Азербайджанской Республики). Баку: iqtisad Universiteti, 2010, 400 с.
  4. Мамедов З.Ф. Банковский кризис и реформирование банковского сектора в контексте глобализации. Баку: Азернешр, 2007, 392 с.
  5. Мамедов З.Ф. Банковский сектор Азербайджана: анализ и оценка// Научные труды. Академии управления при Президенте Республики Беларусь. 2014. - Часть I. C.
  6. Муршудли Ф.Ф. Банковское обслуживание внешнеэкономической деятельности Азербайджана в условиях финансовой глобализации. Баку: Sharq-Qarb, 2013, 416 с.
  7. Рустамов Э.С. Экономическая модернизация Азербайджана: вызовы и решения. Москва: Эконом-Информ, 2010, 367 с.
  8. Статистический бюллетень ЦБ Азербайджанской Республики. 2009, № 1 (107).
  9. Статистический бюллетень ЦБ Азербайджанской Республики. 2013, № 1 (155).
  10. Годовой отчет ЦБ Азербайджанской Республики (за соответствующие годы).
  11. Обзор финансовой устойчивости. Баку: ЦБ Азербайджанской Республики, 2013.
  12. Рыбин E.B. Пути повышения конкурентоспособности российских банков. Москва: Финансы и статистика, 2008.
  13. Основы банковской деятельности (Банковское дело). Под ред. К.Р. Тагирбекова. М.: Инфра-М, Весь Мир, 2003, с. 26.
  14. Концепция развития «Азербайджан – 2020: взгляд в будущее». Баку, 2012.

Һылтанмалар үҙгәртергә