Һәйетҡолов Фәйзулла (Фазыл) Фәттәх улы

112 -се Башҡорт кавалерия дивизияһының яугиры. Гвардия сержанты. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.

Һәйетҡолов Фәйзулла (Фазыл) Фәттәх улы (рус. Саиткулов Файзулла (Фазул) Фаттахович) (1908 йыл — 16 ғинуар 1973 йыл). 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. Гвардия сержанты. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.

Һәйетҡолов Фәйзулла (Фазыл) Фәттәх улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1908
Тыуған урыны Баймаҡ районы, СССР
Вафат булған көнө 16 ғинуар 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Вафат булған урыны Сибай, Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө водитель моторного транспортного средства
Хәрби звание Сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Берлинды алған өсөн» миҙалы "Варшаваны азат иткән өсөн" миҙалы «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

Һәйетҡолов Фәйзулла Фәттәх улы 1908 йылда Башҡортостандың Баймаҡ районы Иҙелбай ауылында тыуа. 1941 йылдың декабрендә Баймаҡ район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. Дивизияның сәйәси бүлеге шоферы булып хеҙмәт итә[1].

Һәйетҡолов Фәйзулла Фәттәх улының хеҙмәте тураһында былай тип яҙыла:

  «Иптәш Һәйетҡолов дивизияның сәйәси бүлегендә шофер булып хеҙмәт итә. Үҙенең туранан-тура бурыстарына етди һәм намыҫ менән ҡарай. Уның машинаһы командованиеның бойороҡтарын үтәүҙә һәр саҡ әҙер була. Иптәш Һәйетҡолов йыш ҡына дошман уты аҫтында ла машинаһын ҡалдырмай, уның һәр саҡ запас өлөштәре була, уны йүнәтә һәм техникаһын имен алып сыға. Хәрби шарттарҙа ул үҙен ҡыйыу һәм ныҡышмал тота, бер ваҡытта ла юғалып ҡалмай. Рейдтарҙа ҡатнашыусы, дивизия ветераны иптәш Һәйетҡолов үҙенең машинаһында дивизияның бөтә хәрби юлын үтә һәм сәйәси бүлектең бөтә милкенең тулыһынса һаҡланғанлығын тәьмин итә. Сәйәси бүлек янында ҡарауыл хеҙмәтен юғары уяулыҡ менән бик яҡшы алып бара»  

.

Һуғыштан һуң Һәйетҡолов Фәйзулла Фәттәх улы Сибай ҡалаһында Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинатында шофер булып эшләй. Өйләнә. Ун өс бала тәрбиәләп үҫтерә. Сибай ҡалаһы 24-се ҡала профессиональ-техник училищеһында ҡурай буйынса курстар алып бара. Ветеран 1973 йылдың 16 ғинуарында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943)[2]
  • «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1945)

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә