Һасеки солтан (рус. Хасеки́-султа́н, ғосман. خاصكي سلطان, төр. Haseki Sultan) — ғосман солтандарының ҡатындары һәм кәнизәктәре титулы.

Һасеки
Рәсем
Рәсми резиденция Топҡапы
Дәүләт  Ғосман империяһы
Һүррәм солтан, беренсе һасеки

Этимологияһы үҙгәртергә

Һасеки (خاصکي-خاصگی) ғәрәп телендәге (ғәр. خاصه‎ (хасса), фарсы телендәге -ки (گی) суффиксы менән «кемдеңдер тик үҙенеке» тигән мәғәнә бирә. Тимәк, Һасеки бары тик солтандыҡы, тик уныҡы ғына тигән һүҙ[1] Һүррәм солтан был исемгә лайыҡ булған тәүге ҡатын, ул Күркәм Сөләймән, Ҡануни́ Сөләймән ҡушаматтары йөрөткән Сөләймән I солтандың никахлы хәләл ефете булған [2].

Һасеки дәрәжәһе үҙгәртергә

Һәрәмдә вәлидәнән (солтан әсәһенән) ҡала дәрәжәһе буйынса икенсе урындағы ҡатын — һасеки [3], был титулды 1521 йылда солтан Сөләймән үҙенең яратҡан кәнизәге Һүррәм солтан өсөн индергән. Роксалана-Һүррәм һуңғараҡ солтандың никахлы хәләл ефете булып китә. Солтандың бер генә, йәки бер нисә һасекиһы була алған.

Һасекиҙың дәрәжәһе, солтанға ҡәрҙәшлеге булмағанға күрә, уның апай-һеңлеләренә ҡарағанда юғарыраҡ баҫҡыста торған. Хакимдың никахлы һөйөклөһө ҡалған кәнизәктәрҙән һәм уның ҡыҙ туғандарынан айырмалы, уға тәхет вариҫы бүләк итә алған [3].

Һасекиҙарҙың тәьмин ителеше үҙгәртергә

Һасекиҙарға иң яҡшы туҡымалар, затлы тиренән тегелгән өҫ кейеме һәм ҡиммәтле әйберҙәр алып бирәләр, ә уларҙың бүлмәһе вәлидә солтандыҡы янында була. Шулай уҡ уларға бик күп хеҙмәтселәр беркетелә һәм ҙур эш хаҡы түләнә: мәҫәлән, Морат Өсөнсөнөң һасекиһы Сафия солтанға көнөнә 1000 аҡса эш хаҡы түләнгән, шул уҡ ваҡытта солтандың ҡыҙ туғандары Әсмәхан менән Гәүһәрхан солтан (Сәлим II ҡыҙына), ярашлы рәүештә, 300 һәм 250 аҡса алған. Ҡыҙ туғаны Миһримәһ (Сөләймән I һәм уның ҡатыны Һүррәм солтан ҡыҙы) — көнөнә 600 аҡса алып торған[4].

Бынан тыш, солтан вафат булған осраҡта һасекиға ҡаҙнанан аҡса түләүҙе дауам итәләр, вәлидә була алмаған йәки улдары булмаған ҡатындары менән дә (Ғәйшә ҡатын), шулай уҡ ире үлгәндән һуң күп йылдар үткәс вәлидә булған һасекиҙар өсөн дә матди тәьминәт һаҡлана (Көсәм солтан) [4].

Иң билдәле һасекиҙар үҙгәртергә

Һасекиҙарҙың донъяға иң билдәлеләре — Һүррәм солтан, Нурбаныу солтан, Сафия солтан һәм Көсәм солтан[5]. Һуңғы өсәүһе ирҙәренән тол ҡалып, улдары солтан булғас вәлидә дәрәжәһенә күтәрелгән [5].

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Peirce (1993) p.107
  2. Peirce (1993) p. 91
  3. 3,0 3,1 Peirce, 1993, p. 127
  4. 4,0 4,1 Peirce, 1993, p. 128
  5. 5,0 5,1 Peirce, 1993, p. 111

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә