Һары (Яңы Һары ауыл советы)

Һары (рус. Сара)— Рәсәй, Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы тимер юл станцияһы.

Һары
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡыуандыҡ районы[1]
Почта индексы 462250
Карта

Географияһы үҙгәртергә

Станция округ үҙәге Ҡыуандыҡ ҡалаһынан көнсығыштараҡ туранан яҡынса 35 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.

Климаты үҙгәртергә

Һары станцияһының климаты ошо төбәккә хас булғанса уртаса-континенталь.. Йыл миҙгелдәре аныҡ айырылып тора. Район буйынса уртаса температура +4,0оС -тән +4,8оС-ҡа тиклем үҙгәрә. Йылдың иң һалҡын айы — ғинуар, уртаса айлыҡ температураһы яҡынса −20,5оС — 35 оС. Атмосфера яуым-төшөмө бер йыл эсендә 300-ҙән алып 450—550 миллиметрға етә, шуның менән бергә күпселек өлөшө яҙғы-йәйге осорға (70 процент самаһы) тура килә. Ҡар япмаһы тотороҡло, уның дауамлылығы уртаса 150 көн тәшкил итә[2].

Тарихы үҙгәртергә

Станция 1916 йылдамы, бәлки 1917 йылдалыр, Ырымбур — Орск тимер юл линияһы төҙөлөшө барған саҡта ойошторолған. Революция, граждандар һуғышы Хәлил һәм Орск яғына линияны дауам итергә ҡамасаулай, һәм Һары станцияһы оҙайлы ваҡыт тупикта ҡала[3]. 2016 йылға тиклем Ҡыуандыҡ районы Яңы Һары ауыл Советына ингән, уның үҙәге булған; муниципаль берәмектәрҙе үҙгәртеп ҡороуҙарҙан һуң Ҡыуандыҡ ҡала округы составында ҡалған.

Этимологияһы үҙгәртергә

Станция атамаһы (дромонимы) Һары йылғаһынан килеп сыҡҡан. Ә гидроним буйынса төрлө фараздар төрлө булһа ла хәҡиҡәткә иң яҡыны — уның ярҙарындағы һәм эргә-тирәһендәге һары балсыҡ күп булыуы һәм ташҡын ваҡыттарында һыуға ла төҫ биреүе булған тигән фараз[4].

Халҡы үҙгәртергә

2002 йылдан даими йәшәгән халыҡ һаны 942 кеше (урыҫ 76 %), 2010 йылда 944[5].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Схема территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Материалы по обоснованию (2011).(недоступная ссылка)
  3. Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
  4. Имя речки Сара — башкирское, оно имеется и в других тюркских языках и в переводе на русский означает «жёлтая». Название объясняется тем, что в берегах реки, а также и поблизости находилась жёлтая глина, поэтому во время сильных разливов вода в речке приобретала желтоватый цвет. Переселенцы быстро нашли применение этой глине: они разводили её в воде, добавляли ещё что-то и красили (белили) ею жильё и хозяйственные постройки. Впоследствии это второе название села — Сара — стало официальным и общеупотребительным, а первое — Петропавловка было опущено — Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
  5. Численность и размещение населения Оренбургской области. Статистический сборник // Оренбургстат. — 2012.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.