Үҙ-ара иҡтисади ярҙам советы

Социалистик илдәрҙең халыҡ-ара иҡтисали ойошмаһы

Үҙ-ара иҡтисади ярҙам советы (рус. СЭВ) — социалистик илдәрҙең халыҡ-ара иҡтисади ойошмаһы. Албания, Болгария, Венгрия, Польша, Румыния, СССР һәм Чехословакия вәкилдәренең иҡтисади кәңәшмәһе ҡарары менән ойошторола. 19491991 йылдарҙа эшләй. Штаб-фатиры Мәскәүҙә, 1969 йылға тиклем Петровка урамы, 14 адресы буйынса, һуңынан Яңы Арбатта урынлаша.

Үҙ-ара иҡтисади ярҙам советы
Флаг
Нигеҙләү датаһы 25 ғинуар 1949
Логотип
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Мәскәү, СССР
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 28 июнь 1991
Карта
 Үҙ-ара иҡтисади ярҙам советы Викимилектә

Ҡарарҙар йыл һайын саҡырылған сессияларҙа ҡабул ителә. Сессиялар ағза илдәрҙең баш ҡалаларында сиратлап үтә. Ил делегацияһын хөкүмәт башлыҡтары, 16-18-се һәм 23-сө ултырыштарында коммунистик һәм эшсе партияларҙың үҙәк комитеттары беренсе (генераль) секретарҙары етәкләй. 1962 йылда һәр илдең хөкүмәт башлыҡтары урынбаҫарҙарыынан торған СЭВ башҡарма комитеты булдырыла. Иҡтисади һәм башҡарма-административ орган бурыстарын СЭВ секретариаты башҡара. Секретариат Мәскәүҙә урынлаша, уға Совет секретары һәм урынбаҫарҙары етәкселек итә.

Үҙ-ара иҡтисади ярҙам советы ағза-илдәрҙең күп яҡлы иҫәп-хисаптары өсөн коллектив валюта, түләү һәм туплау сараһы, ҡиммәт үлсәүе булып Күсермә һум ҡабул ителә.

Ойошторолоуы үҙгәртергә

1949 йылдың 5 ғинуарында Мәскәүҙә СССР һәм Румыния Халыҡ республикаһы башланғысы менән Албания, Болгария, Венгрия, Польша, Румыния, СССР һәм Чехословакия хөкүмәттәре вәкилдәренең иҡтисади кәңәшмәһе үткәрелә[1]. Кәңәшмәлә Советтар Союзы менән яңы демократик илдәр араһында тығыҙ иҡтисади бәйләнештәр урынлаштырыуға булышлыҡ итеүсе Үҙ-ара иҡтисади ярҙам советын ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул ителә[2]. Ойоштороу ҡарарын ағза булған ил вәкилдәре 1949 йылдың 18 ғинуарында Мәскәү ҡалаһында ҡул ҡуя[3]. Советтың әүҙем эшмәкәрлеге 60-сы тирәһендә башлана. Үҙ-ара иҡтисади ярҙам советы капиталистик илдәрҙең Европа иҡтисади берләшмәһе йәки «Дөйөм баҙар»ға ҡарата социалистик илдәр алтернативаһы була. Совет ағза булған илдәрҙең иҡтисади һәм фәнни-техник хеҙмәттәшлеге уның эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлеше итеп билдәләнә. Үҙ-ара сауҙаны үҫтереүҙе, хужалыҡ тәжрибәһе менән уртаҡлашыуҙы, сеймал, аҙыҡ-түлек, ҡорамалдар, машиналар һәм башҡа тауарҙар менән үҙ-ара ярҙам күрһәтеүҙе ойоштороу төп бурыстары була. Шулай уҡ ағза булған илдәр өсөн дөйөм стандарттар һәм нормалар индерелә.

Ойошманың уңышлы эшләүе осоро үҙгәртергә

1964 йылда СЭВ ағзалары араһында күп яҡлы иҫәпләшеүҙәрҙең яңы системаһы индерелә. Бындай иҫәпләшеүҙәр буйынса операциялар Халыҡ-ара иҡтисади хеҙмәттәшлек банкы (МБЭС) тарафынан тормошҡа ашырыла. Банк 1963 йылдың октябрендә СЭВ ағзаларның тышҡы сауҙаһын үҫтереүгә булышлыҡ итеү, уларҙың хеҙмәттәшлеген киңәйтеү һәм күп яҡлы иҫәпләшеүҙәрҙе күсермә һумдарҙа үткәреү маҡсатында ойошторола. 1970 йылдың 1 ғинуарында СЭВ илдәрҙең хеҙмәттәшлеген артабан киңәйтеү һәм камиллаштырыу, социалистик иҡтисади интеграцияһын үҫтереүҙең комплекслы программаһын тормошҡа ашырыу менән бәйле саралар үткәреүгә оҙайлы һәм урта мөҙҙәтле кредиттар биреү өсөн Халыҡ-ара инвестиция банкы ойошторола.

 
Мәскәүҙә СЭВ бинаһы

1970-се йылдар башында СЭВ илдәре үҫешендә яңы осор башлана.

Социалистик илдәрҙең үҫешенә 1973—1974 йылдарҙағы донъя энергетика кризисы ҙур йоғонто яһай, ул нефть хаҡтарының артыуында сағыла. Көнбайыш илдәр, сеймал һәм яғыулыҡ импортына бәйлелекте кәметеү маҡсатында халыҡ хужалығы структураларын үҙгәртеп ҡора, ресурстар һәм энергия һаҡлаусы технологиялар индерә. СЭВ илдәре бындай үҙгәрештәргә әҙер булмай сыға. Был фәнни-техник прогресстың төп йүнәлештәрендә етди артта ҡалыуға килтерә.

СЭВ алдында ҡуйылған проблемалар уның эшмәкәрлек формаларын үҙгәртеүҙе талап итә. 1971 йылда cоциалистик иҡтисади интеграцияһының комплекслы программаһы ҡабул ителә. Етештереүҙең кооперацияһын һәм махсуслашыуын, фәнни-техник хеҙмәттәшлекте, иҡтисади үҫеш пландарын координациялауҙы, берлектәге инвестиция эшмәкәрлеген үҫтереү бурыстары ҡуйыла. 1970-се йылдарҙа СЭВ-тың социалистик илдәр хужалығында йоғонтоһо бер аҙ арта. 1972-1974-се йылдарҙа «Интерэлектро» халыҡ-ара иҡтисади ойошмаһы, «Интератомэнерго», «Интертекстильмаш», «Интерхимволокно», «Интератоминструмент» хужалыҡ берекмәләре төҙөлә.

 
СССР почта маркаһы, 1979 йыл: СЭВ-тың 30 йыллығы
 
СССР почта маркаһы, 1989 йыл: СЭВ-тың 40 йыллығы

СЭВ һәм ЕЭС араһында бәйләнеш булдырыла[4]. 1974 йылдың октябрендә СЭВ БМО-ла күҙәтеүсе статусын ала. СЭВ-тың маҡсаты яңыртыла. Ул ағза булған илдәрҙең иҡтисади үҫешенә булышлыҡ итеү, индустриялаштырыу кимәлен, халыҡтың йәшәү кимәлен, хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү тип иғлан ителә. СЭВ органдары төрлө иҡтисади һәм фәнни-техник мәсьәләләр буйынса ҡарарҙар һәм тәҡдимдәр ҡабул итә. Был ҡарарҙар мотлаҡ юридик көскә эйә булмай һәм СЭВ илдәрнең ризалығы менән генә тормошҡа ашырыла, ә хупламаған илдәргә ҡағылмай. СЭВ эшмәкәрлеге бер нисә мөһим ыңғай һөҙөмтә бирә Ойошмаға ингән илдәрҙә СЭВ-тың башҡа ағзалары ярҙамында үҫешкән индустрия булдырыла, төҙөлөш тормошҡа ашырыла, фәнни-техник хеҙмәттәшлек үткәрелә. СЭВ-та ҡатнашыусы илдәрҙең иҡтисади системаларын интеграциялауға, уларҙың иҡтисади һәм техник үҫешендә алға китеүгә булышлыҡ итә. СЭВ илдәрә араһында клиринг (бартер) сауҙаһы көйләнә, халыҡ хужалығы пландарын яраштырыу һәм үҙ-ара бәйләү үткәрелә.

1975 йылда СЭВ илдәре өлөшөнә донъя сәнәғәт етештреүенең өстән бер өлөшө тура килә, уларҙыү хужалыҡ потенциалы 1949 йылға менән сағыштырғанда бер нисә тапҡырға арта.[5]

1980-се йылдарҙағы көрсөк һәм СЭВ тарҡалыуы үҙгәртергә

1973 йылда нефть хаҡтарының ҡырҡа үҫеүе сеймал секторының иҡтисадтағы ролен көсәйтә: СССР-ҙың тышҡы сауҙа әйләнеше 1970 йылдан 1975 йылға тиклемге осорҙа 2,3 тапҡырға арта[6]. Яғыулыҡ экспортлау 1970 йылдағы 15,6 процент кимәленән 1987 йылға 46,5 процентҡа етә, ә машиналар һәм ҡорамалдар экспортлау өлөшө 21,5 проценттан 15,5 процентҡа тиклем кәмей. 1971—1975 йылдарҙа СЭВ илдәре экспортында энергия ресурстарының өлөшө 14,5 процент тәшкил итһә, 1979 йылға был күрһәткес 58,8 процентҡа етә[7].

80-се йылдар аҙағында СЭВ ағзаһы булған илдәрҙең тулайым донъя продуктындағы өлөшө яҡынса 9 %, ә сәнәғәт йәһәтенән үҫешкән капиталистик илдәрҙең өлөшө 57 % тәшкил итә.[8]

СССР һәм уның партнерҙары үҙ-ара сауҙала кире күренештәрҙең үҫешенә яуап итеп, хеҙмәттәшлекте йәнләндереү һәм көсәйтеү маҡсатында бер нисә программа ҡабул итә. 1985 йылдың көҙөндә Софияла үткән партия осрашыуында Советтар Союзы фән һәм техника буйынса артта ҡалыуҙы кәметеү һәм артабан бөтөрөү маҡсатында СЭВ илдәрендә фәнни-техник прогрестың комплекслы программаһын әҙерләргә тәҡдим итә.

1986 йылдың ноябрендә Мәскәүҙә СЭВ илдәрнең етәкселәре осрашыуында Михаил Горбачёв, социалистик илдәрҙең хеҙмәттәшлеге кеүек "алға китештең ҡеүәтле факторы"н әүҙемләштерергә кәрәк, тип белдерә. Ул шулай уҡ «70-се йылдарҙың икенсе яртыһында — 1980-се йылдар башында донъя социалистик системаһының үҫеше әкренәйҙе», тип билдәләй. Быны статистик мәғлүмәттәр менән раҫлаған.

1987 йылда берҙәм социалистик баҙар булдырырға ҡарар ителә. СЭВ-тың 44-се сессияһында (1988 йыл) ҡабул ителгән баҙар стратегияһын тормошҡа ашырыу маҡсатында уның башҡарма комитеты янында ваҡытлыса эшсе төркөмө ойошторола. Эшсе төркөмө хеҙмәттәшлек механизмын үҙгәртеп ҡороу ысулдарына һәм ваҡытына ҡарата аныҡ тәҡдимдәр әҙерләргә тейеш була. Социалистик илдәренең эске иҡтисады элеккесә ҡалыуы тышҡы иҡтисади бәйләнештәр системаһын үҙгәртеүен ҡатмарлай. Шул арҡала СЭВ илдәренең үҙ-ара иҡтисади хеҙмәттәшлегендә көрсөк көсәйә бара.

1989 йылдың икенсе яртыһында СЭВ-ҡа ҡараған көнсығыш Европа илдәренең яңы сәйәси ҡарашлы хөкүмәттәре үҙ илдәренең иҡтисади һәм сәйәси мәнфәғәттәрен дөйөм донъя хужалығы, иң элек Көнбайыш Европа илдәре менән интеграциялауға ҡора. Бер үк ваҡытта улар СЭВ-ты ойошма булараҡ һәм уның иҡтисади үҙ-ара эш итеү системаһын киҫкен тәнҡитләйҙәр.

1991 йылдың 5 ғинуарында Мәскәүҙә үткән Үҙ-ара иҡтисади ярҙам советының башҡарма комитеты ултырышында СЭВ-ты Халыҡ-ара иҡтисади хеҙмәттәшлек ойошмаһы итеп үҙгәртеү тураһында ҡарар ҡабул ителә[9].

1991 йылдың 28 июнендә Будапештта СЭВ илдәре: Болгария, Венгрия, Вьетнам, Куба, Монголия, Польша, Румыния, СССР һәм Чехословакия Совет сессияһының 46-сы ултырышында ойошманы тарҡатыу тураһында протоколға ҡул ҡуя. Шуның менән бергә социалистик иҡтисади интеграция тарихы ла тамамлана.

СЭВ сиктәрендә ойошторолған ҡайһы бер ойошмалар (мәҫәлән, Халыҡ-ара иҡтисади хеҙмәттәшлек банкы, Халыҡ-ара инвестиция банкы, Интерспутник) әле лә бар һәм үҙ эшмәкәрлеген дауам итә.

Иҡтисади үҙ-ара ярҙам Советы ағзалары үҙгәртергә

 
     члены СЭВ      СЭВ ағза-илдәре, сыҡҡан ағза (Албания)      ассоциацияланған ағза (Югославия)      күҙәтеүселәр

Сыҡҡан ағза:

Ассоциацияланған ағза:

Күҙәтеүселәр:

Элекке күҙәтеүсе:

СЭВ секретарҙары үҙгәртергә

  • Александр Лощаков 1949 йылдан 1954 йылға тиклем
  • Александр А. Павлов 1954 йылдан 1958 йылға тиклем
  • Николай Фаддеев 1967 йылдан 1983 йылға тиклем
  • Вячеслав Сычев 1983 йылдан 1991 йылға тиклем

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Elena Dragomir The creation of the Council for Mutual Economic Assistance as seen from the Romanian archives (инг.) // Historical Research. — 2015. — В. 240. — Т. 88. — С. 355–379. — ISSN 1468-2281. — DOI:10.1111/1468-2281.12083 Архивировано из первоисточника 19 июль 2020.
  2. Центрально-Восточная Европа: от СЭВ до Евросоюза - Перспективы. www.perspektivy.info. Дата обращения: 31 март 2020. Архивировано 16 июль 2020 года.
  3. Alexander Uschakow (Hrsg.): Protokoll über die Gründung eines Rates für gegenseitige Wirtschaftshilfe zwischen der Regierungen den UdSSR, der Republik Polen, der Rumänischen Volksrepublik und der Republik Bulgarien, unterzeichnet am 18. Januar 1949 in Moskau. 2015 йыл 24 сентябрь архивланған. In: Integration im RGW (COMECON). Baden-Baden 1983, S. 19-21. (нем.)
  4. М. А. Липкин . История переговоров СЭВ и ЕЭС об основах отношений. Дата обращения: 25 июль 2019. Архивировано 25 июль 2019 года. 2019 йыл 25 июль архивланған.
  5. Легендарный СЭВ: как СССР спасал послевоенную Европу от полного краха. Рамблер/финансы. Дата обращения: 4 октябрь 2022.
  6. «Новый этап экономического сотрудничества СССР с развитыми капиталистическими странами». (отв. ред. А. И. Бельчук) М. Наука. 1978. — 303 c
  7. М. М. Судо, Э. Р. Казанкова Энергетические ресурсы. Нефть и природный газ. Век уходящий 2018 йыл 24 октябрь архивланған.
  8. Торкунов А. В. Современные международные отношения. — М., РОССПЭН, 2001. — с. 52
  9. СЭВА БОЛЬШЕ НЕТ. Коммерсантъ (7 ғинуар 1991). Дата обращения: 31 март 2020. Архивировано 15 июль 2020 года.

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • [bse.sci-lib.com/article103809.html Үҙ-ара иҡтисади ярҙам советы] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  • Germany (East) Country Study (TOC), Data as of July 1987, Appendix B: The Council for Mutual Economic Assistance, Library of Congress Call Number DD280.6 .E22 1988.
  • Adam Zwass, «The Council for Mutual Economic Assistance: The Thorny Path from Political to Economic Integration», M.E. Sharpe, Armonk, NY 1989.
  • Robert Bideleux and Ian Jeffries, A History of Eastern Europe: Crisis and Change, Routledge, 1998. ISBN 0-415-16111-8.
  • Michael Kaser, Comecon: Integration Problems of the Planned Economies, Royal Institute of International Affairs/ Oxford University Press, 1967. ISBN 0-19-214956-3
  • Arie Bloed. The External Relations of the Council for Mutual Economic Assistance. — Dordrecht/Boston/London: Martinus Nijhoff, 1988. — ISBN 90-247-3783-4.
  • Adam Zwass: Zur Problematik der Währungsbeziehungen zwischen Ost und West. Europaverlag, Wien 1974
  • Adam Zwass: Der Rat für gegenseitige Wirtschaftshilfe 1949 bis 1987. Der dornige Weg von einer politischen zu einer wirtschaftlichen Integration. Springer, Wien 1988, ISBN 3-211-82049-3.
  • Sotsialistlik sõprusühendus. Vastastikuse Majandusabi Nõukogu: tulemused ja perspektiivid. Eesti Raamat. Tallinn, 1974.
  • Sotsialistlik sõprusühendus. Koostaja Arno Kirt. Eesti Raamat. Tallinn, 1979.
  • România a avut ideea CAER!(недоступная ссылка) Проверено июня 2021., 19 februarie 2008, Paula Mihailov Chiciuc, Jurnalul Național
  • Cum s-a desprins Romania de URSS(недоступная ссылка) Проверено июня 2021., 19 iunie 2004, Dan Constantin, Jurnalul Național
  • Měchýř, Jan: Velký převrat, či snad revoluce sametová? (1999), vyd.Progetto, Praha, ISBN 80-86366-00-6
  • Smolansky, Oleg; Smolansky, Bettie. The USSR and Iraq: The Soviet Quest for Influence. — Duke University Press, 1991. — С. 25. — ISBN 978-0-8223-1116-4.