Үрелеп эшләнгән хорват орнаменты

Күп осраҡта өс һыҙаттың үрелешенән тора, ҡайһы берҙә зооморф һәм үҫемлек (һирәгерәк антропоморф) мотивтар менән сиратлаша

Үрелгән хорват орнаменты (хорв. hrvatski pleter) — Хорватияға хас геометрик орнамент, мәҫәлән, хорват сәнғәтенең дороман стиле. Күп осраҡта өс һыҙаттың үрелешенән тора, ҡайһы берҙә зооморф һәм үҫемлек (һирәгерәк антропоморф) мотивтар менән сиратлаша комбинироваться [1]. Архитектурала һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәтендә, иң элек IX—XII быуатта төҙөлгән хорват сиркәүҙәрен һәм монастырҙарын биҙәү өсөн ҡулланыла.

Үрелеп эшләнгән хорват орнаменты
 Үрелеп эшләнгән хорват орнаменты Викимилектә

Миҫалдар үҙгәртергә

Хорват үрелгән орнаментын ҡулланыуҙың иң билдәле миҫалдары:

  • Вишеслав кенәздең купеле (VIII быуат) — Хорватия христиан сәнғәтенең иң боронғо ҡомартҡыларының береһе. Купелдәге тәре һүрәте үрелгән орнамент менән бирелгән [2].
  • Бранимир кенәздең яҙмаһы (IX быуат) — кенәз Бранимир төҙөгән сиркәүҙең тяблоһын биҙәп торған, үрге сите орнамент менән биҙәлгән, латин телендәге иҫтәлекле яҙыу,
  • Мунцимир кенәздең яҙмаһы (IX быуат) — Уздольела изге Лука сиркәүе тимпанын биҙәп торған латин телендә яҙылған иҫтәлекле яҙма. Үрелгән орнамент зооморф һындар менән (ҡош һүрәттәре) аралаштырылған скомбинирован.
  • Степан Држислав кенәздең яҙыуы (X быуат) —түбәнге сите орнамент менән биҙәлгән латин телендә яҙылған иҫтәлекле яҙма.
  • Сплит купеле (XI быуат) — үрге сиге орнамент һәм кеше һүрәте (фараз ителгәнсә, король Дмитар Звонимир) менән биҙәлгән.
  • Башчан плитаһы (XI и XII быуаттар араһы) — глаголик текст уйып яҙылған таш плита, үрге ҡырыйы орнамент менән биҙәлгән.

Хәҙерге заманда ҡулланылышы

Хорватия бойондороҡһоҙ дәүләте флагының үрге һул мөйөшөндә урынлашҡан стилләштерелгән үрелгән хорват орнаменты. Шулай уҡ Хорватия Ҡораллы көстәренең гербы ҡырыйында ла эшләнгән, шулай уҡ ойоштороу 1995 йылда раҫланған хорват үрелгән Ордены (Red hrvatskog pletera) һәм Хорват тәре ордены (Red hrvatskog križa).

Галереяһы үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Pleter. Povijest uklesana u kamenu (хорв.) (3 декабрь 2002). Архивировано 15 июль 2011 года. 2011 йыл 15 июль архивланған.
  2. Mirko Šeper. Der Taufstein des kroatischen Fürsten Višeslav aus dem Frühen Mittelalte. — Deutschen Instituts für merowingisch-karolingische Kunstforschung in Erlangen, 1958. — P. 3.