Үрге Ирәмәл һыуһаҡлағысы

Ирәмәл һыуһаҡлағысы - рус. Иремельское водохранилище - йәки Үрге Ирәмәл һыуһаҡлағысы — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең һәм Башҡортостандың Үрге Ирәмәл йылғаһындағы яһалма һыу ятҡылығы [2]

Үрге Ирәмәл һыуһаҡлағысы
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе һәм Башҡортостан Республикаhы
Карта

Географияһы үҙгәртергә

Мейәскә тиклем араһы – 30 км, Силәбегә – 130 км, Өфөгә – 260 км.

Координаттары: 54°51'16"N 59°52'37"E

Үрге Ирәмәл йылғаһы ҡушылған урында - көньяҡ-көнбайышта бәләкәй генә Красный ҡасабаһы ята, төньяҡта, һыуһаҡлағыс эргәһендә Осьмушка ҡасабаһы һәм дача ҡасабабалары урынлашҡан.

Һыуһаҡлағыс Мейәс йылғаһының һул ҡушылдығы Үрге Ирәмәл (Ирәмәл) йылғаһы ҡойған урында барлыҡҡа килтерелгән. Ул төньяҡ-көнбайышта Үрге Ирәмәл ауылы янында баш ала, Башҡортостан менән Силәбе өлкәһенең сиге буйлап аға һәм Мейәс тамағынан 619 км алыҫлыҡта Ирәмәл һыу ятҡылығына айырым шишмәләр булып тармаҡланып барып ҡоя [3].

Тасуирламаһы үҙгәртергә

Мейәстән 25-30 км өҫтәрәк, көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан һәм ҡаланың төп эсәр һыу сығанағы булып ҡала [2] Һыу көҙгөһө майҙаны — 6,1-6,6 [2] км² (төп өлөшө Мейәс ҡала округына, көньяҡ өлөшө — Учалы районына инә). Һыу күләме — 43,1 млн м³ (382 м нормаль баҫым кимәлендә)[2]. Тәрәнлеге 5 метрға тиклем. Үрге Ирәмәл һыуһаҡлағысы төньяҡ-көнсығыштан бейек тупраҡ ур (дамба) менән быуылған [2]. Файҙалы һыу менән тәьмин итеүе - йылына 12.3 млн м³ [3]

Һыуы таҙа, үтәҙек, минералдары әҙ [3].

Флораһы һәм фаунаһы үҙгәртергә

Ярҙары урман һәм болон үҫемлектәре менән ҡапланған, тирә-яғын урманлы матур ҡалҡыулыҡтар уратып алған[3].1991-2013 йылдарҙа төбәк әһәмиәтендәге тәбиғәт һәйкәле статусына эйә булған[3]

Һыу ятҡылығында ҡорман, алабуға, сабаҡ, суртан, ташбаш тереклек итә[3]

Видео үҙгәртергә

  • YouTube сайтында Видео Верхне-Иремельское водохранилище
  • YouTube сайтында Видео Верхне-Иремельское водохранилище 2014г.

Шулай уҡ ҡара үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Верхне-Иремельское водохранилище [1] 2019 йыл 6 апрель архивланған.
  • Иремельское водохранилище [2] 2017 йыл 6 декабрь архивланған.
  • УРАЛ. Иллюстрированная краеведческая энциклопедия [3]