Викидатала элемент тултырылмаған

Ҡыҙылморон- Ишембай районы Алаҡай ауылы янында урынлашҡанАғиҙел йылғаһының боронғо юлының уң яҡ яры [1]. Яр аҫтында, Ағиҙел туғайында, Ишембай ҡалаһын һыу менән тәьмин итеү скважиналары ҡуйылған .

Ярҙың бейеклеге 50 м самаһы. Төнъяҡтан ярҙа ваҡ селек, сейә, гөлйемеш ҡыуаҡлыҡтары үҫә. Яр бик текә. Ул ҡыҙыл балсыҡ, ҡомташ ултырмаларынан тора.

Ҡыҙылморон Ағиҙелдең боронғо яры булғанлыҡтан дала менән урман- дала зонаһы араһындағы тәбиғи сик булып тора. Бынан ары тауҙар бейегерәк була бара. Яҡында Олотау,Этъятыу,Һөйәрсәк тауы, Ергәнтау (376 м.) кеүек тауҙар, Салауат ҡалаһы (3 км) күренеп тора.

Үҫемлектәр донъяһы үҙгәртергә

Ҡыҙылморон ярында Ҡыҙыл китапҡа ингән ҡылған, ер еләге, гөлйемеш, ҡырағай сейә, һары һәм күк умырзая үҫә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  1. Алакаево, деревня // Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 65. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.