Ҡырғыҙ Республикаһының дәүләт флагы (ҡырғ. Кыргыз Республикасынын Мамлекеттик туусу) — Ҡырғыҙ Республикаһының дәүләт символы. Ҡырғыҙ Республикаһының 1992 йылдың 3 мартындағы Жогорку Кенеш (Юғары Совет) ҡарары менән раҫлана[1].

Ҡырғыҙ Республикаһының дәүләт флагы
(кирг. Кыргыз Республикасынын Мамлекеттик туусу)
Ҡырғыҙстан

Раҫланған

3 март 1992

Пропорция

3:5

Авторлыҡ коллективы

Э. Айҙарбәков, Б. Жайчыбеков, С. Иптаров, Ж. Матаев, М. Сыдыков

Тасуирламаһы үҙгәртергә

Ҡырғыҙстандың дәүләт флагы — ҡыҙыл тура мөйөшлө туҡыма, уның уртаһында алтын төҫтәге нурҙарын (ҡырҡ нур) тигеҙ таратыусы түңәрәк ҡояш дискыһы һүрәте урынлашҡан. Ҡояш дискыһы эсендә ҡыҙыл төҫтәге ҡырғыҙ тирмәһенең төндөгө һүрәте төшөрөлгән[2].

Ҡырғыҙ Республикаһының дәүләт флагының киңлеге уның оҙонлоғоноң биштән өс өлөшөн тәшкил итә. Нурлы дисктың диаметры — Ҡырғыҙ Республикаһының дәүләт флагы киңлегенең биштән өс өлөшө. Ҡояш һәм нурлы дисктарҙың диаметрҙары нисбәте биштән өс өлөш. Төндөк диаметры нурлы диск диаметрының яртыһын тәшкил итә[3].

Мәғәнәүи йөкмәткеһе үҙгәртергә

Ҡырғыҙ халҡының орнаменталь мәҙәниәтендәге ҡояш яҡтылыҡты, асыҡлыҡты, йәшәү сыҙамлығын аңлата. Ялҡын теленә оҡшаш ҡырҡ нур — халыҡ булып берләшкән ҡырҡ ҡәбиләне аңлата.

Төндөк — сфера формаһындағы конструкция, ҡырғыҙҙарҙың "боҙ өйө"нөң (ҡырғыҙ тирмәһенең атамаһы) осонда ҡуйыла һәм ул яҡтылыҡ биреүсе тәҙрә булып тора. Төндөктөң түңәрәк рамаһы ике яғы менән тәре рәүешендә тоташтырылған бирсәләрҙән тора. Төндөк күк менән ерҙе тоташтыра һәм йорт усағының билдәһе итеп ҡабул ителә. Бынан тыш, ул илдә йәшәгән бөтә халыҡтарҙың берҙәмлеген[4], шулай уҡ төрки халыҡтарҙың исламға тиклемге дине — тәңреселекте символлаштыра.

Техник спецификацияһы үҙгәртергә

Ҡырғыҙстан Республикаһының дәүләт флагы һәм уның һүрәте, ҙурлығына ҡарамаҫтан, Ҡырғыҙстан президенты резиденцияһында һаҡланыусы дәүләт флагы эталонының төҫлө һәм схемалы һүрәттәренә тап килергә тейеш. Дәүләт флагы төҫтәре ҠР дәүләт флагының техник спецификацияһында күрһәтелгән төҫтәргә тап килергә тейеш[5].

Төҫлө моделдәр[5]
Төҫө PANTONE CMYK RGB HEX
Ҡыҙыл PANTONE 1788 °C 0-100-100-0 255-0-0 #ff0000
Һары (алтын) PANTONE Yellow C 0-0-100-0 255-255-0 #ffff00

Тарихи флагтар үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Государственные символы » Кыргызстан » Официальный сайт президента Киргизской Республики. www.president.kg. Дата обращения: 14 февраль 2018. Архивировано 14 февраль 2018 года.
  2. Государственные символы » Кыргызстан » Официальный сайт президента Киргизской Республики. www.president.kg. Дата обращения: 14 февраль 2018. Архивировано 14 февраль 2018 года.
  3. Государственные символы » Кыргызстан » Официальный сайт президента Киргизской Республики. www.president.kg. Дата обращения: 14 февраль 2018. Архивировано 14 февраль 2018 года.
  4. Государственная символика :: ГРС ППКР (ингл.). grs.gov.kg. Дата обращения: 14 февраль 2018. Архивировано 14 февраль 2018 года.
  5. 5,0 5,1 Государственная символика :: ГРС ППКР (ингл.). grs.gov.kg. Дата обращения: 14 февраль 2018. Архивировано 14 февраль 2018 года.