Ҡырым Демократик Республикаһы

Ҡырым Халыҡ Республикаһы
Qırım Halq Cumhuriyeti
Ҡырым Халыҡ Республикаһының флагы гербы Ҡырым Халыҡ Республикаһының
Ҡырым Халыҡ Республикаһының флагы Ҡырым Халыҡ Республикаһының гербы
Милли девиз: «Qırım Qırımlılarnıñdır!»
Гимн: Ҡырым Халыҡ Республикаһының гимны
Бойондороҡһоҙлоҡ яулауы 26 Аҡъюлай 1917 (Рәсәй Империяһы иленән)
Рәсми телдәр Ҡырымтатар теле
Баш ҡала Баҡсаһарай (Bağçasaray)
Иң ҙур ҡалалары Баҡсаһарай
Идара итеү формаһы Республика
Президент Номан Челебиджихан
Дәүләт дине Ислам





Ҡыры́м халыҡ (демократик) респу́бликаһы (ҡырым. Qırım Halq Cumhuriyeti, Къырым Халкъ Джумхуриети, قريم خلق جمهوريتى‎) — 1917 йылдың ноябрендә Ҡырым ярымутрауы биләмәһендә, ҡырым татарҙары дәүләтенең милли биләмәһенең бер өлөшө булараҡ, ҡырым татарҙарының дәүләт суверенитетын тергеҙеүгә дәғүә иткән дәүләт берәмеге. 1918 йылдың ғинуарында Совет яҡлылар менән ҡораллы бәрелештә еңелгәндән һуң бөтөрөлә.

Тарихы үҙгәртергә

Февраль революцияһынан һуң, Мосолман башҡарма комитеты һәм Ҡоролтай саҡырылышы үҙгәртергә

1917 йылдың февраль революцияһы, башҡа эштәрҙән тыш, Рәсәйҙең милли сиктәрендәге милли-демократик хәрәкәттәрҙең әүҙемләшеүенә һәм ойошторолоуына килтерә.

Ҡырым мосолман ваҡытлы башҡарма комитеты ҡырым татарҙарының эске тормошона әүҙем идара итә башланы: мәғариф өлкәһендә үҙгәрештәр әҙерләнде, гәзиттәр сығарылды, ҡырым татар хәрби частарын ойоштороу буйынса аҙымдар яһалды, Рәсәй империяһы территорияһында башҡа милли хәрәкәттәр менән бәйләнештәр булдырылды[1].

Ҡырым халыҡ республикаһының власть органдарын ойоштороу һәм большевиктар менән конфронтация үҙгәртергә

1917 йылдың 1-2 октябрендә (иҫке стиль менән) уса башҡарма комитет менән, килеп тыуған сәйәси хәлдә Ҡырымдың артабанғы яҙмышы тураһында мәсьәләне ҡырым татарҙары ҡоролтайы хәл итергә тейеш, тигән ҡарар ҡабул ителә. 1917 йылдың 20 ноябрендә Халыҡ вәкилдәре советы һайлана (большевиктар уны кире ҡаҡты (бойкот)), унда ҡырым татарҙары һәм украиндар 3-әр урын, рустар — 2 урын ала[2]. Ҡоролтай 26 ноябрҙә Баҡсаһарайҙа Хан һарайында асыла. Ул Мосолман башҡарма комитетының барлыҡ вәкәләттәрен үҙ өҫтөнә алды, халыҡ республикаһы/конституцион монархия принцибы буйынса ҡырым дәүләтселегенең тергеҙелеүен иғлан итә, унан һуң үҙен Ҡырым дәүләте парламенты итеп иғлан итте. Әйтергә кәрәк, яңы дәүләт ҡоролошо ярайһы уҡ сикләнгән хәрби көстәргә эйә булды, өҫтәүенә, тотороҡлолоғо билдәһеҙ, һәм уның ҡырым территорияһында власы башлыса декларация характерында ине.

Съезд Ҡоролтай етәкселеген һайлай. Рәйесе — Асан Сабри Айвазов, президиум ағзалары — Джафар Аблаев һәм Әбләким Илмий, секретарҙары — С. Таракчи һәм А. Боданинский[3].

Егермегә ҡаршы ҡырҡ тауыш менән Директорҙар советы (Директория) — Милли хөкүмәт тәғәйенләнә. Юстиция рәйесе һәм директоры — Н. Челебиджихан; тышҡы һәм хәрби эштәр директоры — Джафер Сейдамет, финанс һәм ваҡыф директоры — Сәйеджәлил Хаттатов; дин эштәре буйынса директор — А. Шукри; халыҡ мәғарифы директоры — Амет Озенбашлы. Литва татары Леон Кричинский Директория канцелярияһы башлығы вазифаһын биләне[3][4].

 
1917 йылғы Ҡоролтайҙа ҡатнашыусылар

Номан Челебиджихан хөкүмәт етәксеһе итеп тәғәйенләнә[5][6]. 1917 йылдың 13 декабрендә ҡоролтай "ҡырым татарҙарының төп закондары"н һәм ҡырым демократик республикаһын ойоштороуҙы хуплай. Биш ҡырым татары Директорияһы яңы республика менән етәкселек иткән[6].

Ҡырым халыҡ республикаһы эшмәкәрҙәре

Файл:Сәйетжәлил Хаттатов (1874-1938).jpg
 
 
 
 
Файл:Кричинский Леон-Найман-Мирза Константинович.jpg
Сәйетжәлил Усеинович Хаттатов (1874-1938) Номан Челебиджихан (1885-1918) Жәфәр Сәйетәмәт (1889-1960) Сөләймән Сулькевич (1865-1920) Асан Сабри Айвазов (1878—1938) Леон Константинович Кричинский (1887 — 1939)
 
1918 йылдың ғинуары. Баҡсаһарайға ҡыҙыл гвардия отряды инә. «Рәсәйҙең хәҙерге заман тарихы дәүләт үҙәк музейы» фондынан. Кавалеристарҙың бер өлөшө диңгеҙ бушлаттарында, һәм был Севастополь ҡыҙыл гвардияһының төп составын күрһәтә

Ҡырым Хөкүмәте 1917 йылдың ноябрендә Мосолман башҡарма комитеты ойошторған "Ҡырым революцион штабы"ның ҡораллы көстәренә таянған. Күп милләтле Ҡырымдың башҡа халыҡтары ла ҡырым хәрби көстәрен ойоштороу теләген белдерҙе. Татар милли частарын ойоштороу процесы башланғандан алып, Гетман Дорошенко исемендәге Украина Полкы Симферополдең мосолман һалдат комитеты менән дуҫ мөнәсәбәттәргә ингән. Гректар һәм рустар яғынан, татарҙарҙан тыш, бөтә милләттәрҙән сыҡҡан 3-сө Ҡырым атлы полкын ойошторорға тәҡдим ителә. 1918 йылдың ғинуарында уҡ был полктың дивизионы булдырылған. 1918 йылдың ғинуарында шулай уҡ грек батальоны, йәһүд отряды, әрмән һәм поляк роталары ойошторола. Ҡырым ғәскәрҙәрендә шулай уҡ француз хәрбиҙәре, атап әйткәндә, полковник Монтеро етәкселегендәге авиаторҙар хеҙмәт иткән.

Генерал М. А. Сулькевичтың мосолмандар корпусы Ҡырымға күсерелмәй, аҙағына тиклем армия, Румыния фронтында, тулыһынса ҡыйратылыу, большевиктар менән һуғыш һәм румын оккупацияһы шарттарында, ҡала. 1918 йылдың мартында, Австро-Венгрия армияһы һөжүм иткәндән һуң, Тирасполь эргәһендә австрийҙар корпусты ҡоралһыҙландыра. Корпус һалдаттарының бер өлөшө, ҡырым татарҙары менән Сулькевич үҙе 1918 йылдың апрелендә, немец армияһы һалдаттары килеп урынлашҡас ҡына, Ҡырымға килә ала[7].

Севастополь советы көстәре менән хәрби бәрелеш һәм еңелеүе үҙгәртергә

Бөтә ярымутрауҙы үҙ контроленә алырға маташып, 1918 йылдың 11 (24) ғинуарында хөкүмәт үҙ ҡарамағындағы ғәскәрҙәрҙе Севастополгә ебәрә, һәм улар 12 (25) — 13 (26) ғинуарҙа ҡыҙылдар менән алышта еңелә. Шунан һуң, 14 (27) ғинуарҙа, Севастополь ҡыҙыл гвардиясылар һәм Ҡара диңгеҙ флоты моряктары отряды ярҙамында татар формированиелары Симферополдән ҡыуып сығарыла. Д. Сәйетәмәт Ҡырымды ташлап китә, Номан Челебиджиханды ҡулға алына һәм Севастополь төрмәһенә ябыла, ә ошо уҡ йылдың 23 февралендә Севастополдә матростар тарафынан судһыҙ үлтерелә, ә кәүҙәһе Ҡара диңгеҙгә ташлана[8].

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Таврида Совет Социалистик Республикаһы
  • Ҡырым крайы хөкүмәте
  • Икенсе Ҡырым крайы хөкүмәте
  • Милли Фирҡә
  • Ҡырым ханлығы

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Чубаров Э. Курултай крымскотатарского народа: истоки и созыв национального съезда. Официальный сайт Меджлиса крымскотатарского народа 2016 йыл 20 октябрь архивланған.
  2. Солдатенко В. Ф. Россия — Крым — Украина. Опыт взаимоотношений в годы революции и Гражданской войны. — М.: Политическая энциклопедия, 2018. — С. 24—25.
  3. 3,0 3,1 Селим АЛИ. Первый Курултай крымскотатарского народа. Ана юрт (2012 - 2018). Дата обращения: 10 июнь 2019. Архивировано 27 март 2022 года.
  4. Jan Tyszkiewicz, Olgierd, Leon i Stanisław Kryczyńscy, działacze kulturalni i badacze przeszłości Tatarów, «Rocznik Tatarów Polskich» 1 (1993), s. 5-14.
  5. БРЭ. Дата обращения: 15 декабрь 2019. Архивировано 7 март 2020 года. 2020 йыл 7 март архивланған.
  6. 6,0 6,1 Солдатенко В. Ф. Россия — Крым — Украина. Опыт взаимоотношений в годы революции и Гражданской войны. — М.: Политическая энциклопедия, 2018. — С. 25.
  7. Папакин А. Татарские воинские формирования в Крыму (ноябрь 1917 — январь 1918 гг.) // Military Крым. — 2010. — № 15. — С. 22—24.
  8. Зарубин, А. Г., Зарубин, В. Г. Без победителей. Из истории Гражданской войны в Крыму. — 1-е. — Симферополь: Антиква, 2008. — 728 с. — 800 экз. — ISBN 978-966-2930-47-4.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Был мәҡәләне яҙғанда, «Гражданская война и военная интервенция в СССР» (1983) энциклопедияһынан мәғлүмәттәр алынды.
  • Правительства Украины в ХХ ст. К.: Наукова думка. 2001. 608 с.
  • Папакин А. Татарские воинские формирования в Крыму (ноябрь 1917 — январь 1918 гг.) // Military Крым. — 2010. — № 15. — С. 22-24.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Ҡалып:Крым

Ҡалып:Крымские татары