Ҡояш тотолоу

Ай Ер менән Ҡояш араһынан үткәндә Ҡояшты Ерҙә күҙәтеүсегә тулыһынса йәки өлөшләтә ҡаплаған астрономик күренеш

Ҡояш тотолоу — Ай Ер менән Ҡояш араһынан үткәндә Ҡояшты Ерҙә күҙәтеүсегә тулыһынса йәки өлөшләтә ҡаплаған астрономик күренеш. Ҡояш тотолоу яңы айҙа ғына йәғни, Айҙың Ергә ҡараған яғы яҡтыртылмаған саҡта ғына мөмкин. Был ваҡытта Ай үҙе күренмәй.

Ҡояш тотолоу
Рәсем
Схематичная иллюстрация
 Ҡояш тотолоу Викимилектә
Ҡояш тотолғанда күк йөҙө. Ҡояшҡа яҡын булған Меркурий һәм Венера планеталары күренә
1999 йылдың 11 авгусында ҡояш тотолоуы
Айҙың Ҡояш дискыһы аша Ерҙән алыҫыраҡ үтеүе

Тасуирламаһы үҙгәртергә

 
2005 йылдың 3 октябрендә анимацияланған тотолоу

Айҙың Ер өҫтөндәге күләгәһенең киңлеге 270 километрҙан артмай, шуға күрә ҡояш тотолоу күләгә юлында булған тар һыҙатта ғына күҙәтелә. Ай эллиптик орбитала әйләнгәнгә күрә, тотолоу мәлендә Ер менән Ай араһындағы алыҫлыҡ төрлө булырға мөмкин,

Ер өҫтөндәге ай күләгәһенең диаметры максимумдан алып нулгә тиклем үҙгәрергә мөмкин (ай күләгәһе конусының өҫкө өлөшө Ер өҫтөнә төшмәүе лә мөмкин). Әгәр күҙәтеүсе күләгәлә булһа, ул Ҡояш тотолоуын күрә. Әгәр Ай Ҡояшты тулыһынса ҡаплаһа, күк ҡараңғылана, планеталар һәм сағыу йондоҙҙар күренеүе мөмкин. Ай тарафынан ҡаплаған ҡояш дискыһы тирәләй ҡояш тажын күҙәтергә мөмкин. Ә Ҡояштың ғәҙәти сағыу яҡтылығында тажы күренмәй.

Ерҙәге күҙәтеүселәр Ҡояш тотолоуын күҙәткәндә тулы фазаны бер нисә минут ҡына күрә ала. Ай күләгәһенең ер өҫтөндә минималь хәрәкәт тиҙлеге 1 км/с тәшкил итә. Ҡояш тотолған ваҡытта орбиталағы космонавтар Ер өҫтөндә Айҙың күләгәһен күҙәтә ала.

Ҡояш тулыһынса тотолоу һыҙаты янында күҙәтеүселәр, уны өлөшләтә Ҡояш тотолоу тип күрергә мөмкин. Өлөшләтә тотолғанда Ай Ҡояш дискыһының бер өлөшөн генә ҡаплап үтә. Шул уҡ ваҡытта күк йөҙө тулы тотолоу менән сағыштырғанда күпкә көсһөҙөрәк ҡараңғылана, йондоҙҙар күренмәй. Өлөшләтә тотолоуҙы тулы тотолоу зонаһынан яҡынса ике мең километр алыҫлыҡта күҙәтергә мөмкин..

Ҡояш тотолоуҙарҙың астрономик классификацияһы үҙгәртергә

 
Айҙың Ерҙәге күләгәһе 2006 йылда тотолоу ваҡытында, МКС фотоһы. Фотола Кипр һәм Төркиә күренә.
 
Тулы ҡояш тотолоу схемаһы.
 
Ҡулса рәүешендәге ҡояш тотолоу схемаһы.

Астрономик классификация буйынса, әгәр Ер өҫтөнөң ҡайһы ла булһа бер ерендә тулыһынса тотолоуы күҙәтелһә, был ҡояштың тулы тотолоуы тип атала. Әгәр тотолоу бары өлөшләтә булараҡ күҙәтеләһә, ул өлөшләтә Ҡояш тотолоу тип классификациялана.

Күҙәтеүсе Ай күләгәһендә булғанда, ул тулы ҡояш тотолоуын күҙәтә. Ярым күләгә өлкәһендә булғанда, ул өлөшләтә ҡояш тотолоуын күҙәтә. Тулы һәм өлөшләтә ҡояш тотолоуҙарынан тыш, ҡулса һымаҡ тотолоуҙар ҙа була.

Ҡулса рәүешендәге тотолоу, Ай Ерҙән тулы тотолған ваҡытҡа ҡарағанда күпкә алыҫыраҡ булған сағында күҙәтелә. Шуға күләгә конусы ерҙән өҫтәрәк барлыҡҡа килә. Ҡулса рәүешендәге ҡояш тотолоу ваҡытында Ай Ҡояш дискыһы буйлап үтә. Әммә диаметры Ҡояштан бәләкәйерәк булғанға уны тулыһынса ҡаплай алмай.

Ҡояш тотолоуҙың максималь фазаһында Ҡояш Ай менән ҡаплана. Әммә Ай тирәләй ҡояш дискыһы сағыу ҡулса булып күренә. Ҡулса рәүешендәге тотолоу ваҡытында күк йөҙө яҡты булып ҡала, йондоҙҙар күренмәй, Ҡояш тажын күҙәтеү мөмкин түгел. Ҡайһы берҙә үҙәк һыҙаттың ҡайһы бер өлөштәрендә бер үк тотолоу тулы, ә башҡа өлөштәрҙә ҡулса рәүешендә күренә. Бындай тотолоу ҡулса формаһындағы-тулы йәки гибридлы ҡояш тотолоу тип атала.

Ҡояш тотолоу йышлығы үҙгәртергә

Йылына Ерҙә 2 - 5 ҡояш тотолоу булыуы ихтимал, шуларҙың икеһе тулы йәки ҡулса формаһында. Йөҙ йыл эсендә уртаса 237 ҡояш тотолоу була, шуларҙың 160-ы өлөшләтә, 63-е тулы, 14-е ҡулса формаһы.[1] Ер өҫтөндәге билдәле бер нөктәлә ҙур фазала тотолоу бик һирәк күҙәтелә. Мәҫәлән, Мәскәү территорияһында XI быуаттан XVIII быуатҡа тиклем 159 ҡояш тотолоуы күҙәтелә, фазаһы 0,5 балдан ҙурыраҡ, шуларҙың ни бары 3 тулы (11 август 1124, 20 март 1140 һәм 7 июнь 1415) ҡояш тотолоу була. Тағы ла бер тулы ҡояш тотолоу 1887 йылдың 19 авгусында була. 1945 йылдың 9 июлендә 0,96 фазалы менән бик көслө тотолоу була.

Тарихи документтарҙа телгә алынған ҡояш тотолоу үҙгәртергә

Ҡояш тотолоуы йыш ҡына антик сығанаҡтарҙа телгә алына. Көнбайыш-европа урта быуат хроникаларында тасуирламалар бар. Мәҫәлән, ҡояш тотолоуы изге Максимин Трирскийҙың Анналдарында телгә алына.[2] Боронғо замандарҙан алып ҡояш тотолоуҙарҙың күп тасуирламалары шулай уҡ Көнсығыш Азия хроникаларында, бигерәк тә Ҡытай династияһы тарихында, ғәрәп хроникаларында һәм урыҫ йылъяҙмаларында ла бар.

Тарихи сығанаҡтарҙа ҡояш тотолоуын телгә алыу, ғәҙәттә, уларҙа тасуирланған ваҡиғаларҙың хронологик бәйләнешен бойондороҡһоҙ тикшереү йәки аныҡлау мөмкинлеген бирә. Әгәр тотолоу сығанаҡта етерлек кимәлдә ентекле тасуирланмаһа, күҙәтеү урыны, календарь датаһы, ваҡыты һәм фазаһы күрһәтелмһә, бындай идентификация төрлөсә мәғәнә бирә. Бындай осраҡтарҙа тарихи сығанаҡтың ваҡыт интервалына бәйләнешен һанға һуҡмағанда йыш ҡына бер нисә тарихи ваҡиғаны күрһәтергә мөмкин.

Ҡояш тотолоу ваҡытында күренештәр үҙгәртергә

  • Шәүлә тулҡындары
  • Бейли мунсағы
  • Бриллиант ҡулсаһы
  • Ураҡ һымаҡ күләгәләр (Камера-обскура)
  • Атмосфера температураһының түбәнәйеүе

Шулай уҡ ҡояш тотолоуы, айырыуса тулы йәки ҙур фазала булғанда, хайуандарға һәм ҡоштарға йоғонто яһай. Хайуандар борсолоу күрһәтә, ҡоштар йоҡоға тала башлай. Ҡояш офоҡ өҫтөнән бейек булғанда яҡтылыҡтың әкренләп кәмеүе ғәҙәти эңерҙән һиҙелерлек айырыла: яҡтылыҡтың кәмеүе яҡтылыҡ спектрын ҡыҙыл диапазонға күсереп тормайынса бара (ҡояш байығандағы кеүек түгел), һуңғы мәлгә тиклем яҡтыртыу төҫө үҙгәрмәй, тик уның интенсивлығы ғына кәмей. Ландшафтты автомобилдең нейтраль-ҡара плёнкаһы менән ҡапланған быялаһы аша ҡараған кеүек тип күҙ алдына килтерергә мөмкин.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Meeus J. Mathematical astronomy morsels. — Wilmann-Bell, Inc, 1997. — ISBN 0943396.
  2. Анналы св. Максимина Трирского. Дата обращения: 29 ғинуар 2011. Архивировано 12 октябрь 2011 года.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә