Ҡорманғазы Сағырбайулы

Ҡорманғазы Сағырбайулы' (ҡаҙ. Құрманғазы Сағырбайұлы, (1818, Бөкәй урҙаһы, Рәсәй империяһы — 1896, Бөкәй урҙаһы, Әстерхан губернаһы, Рәсәй империяһы) — легендар ҡаҙаҡ халыҡ музыканты, композитор, думбырасы, көйҙәр (думбыра өсөн пьесалар) авторы. Сығышы менән Ҡыҙылҡорт ырыуынан. Ҡаҙаҡ музыка мәҙәниәте үҫешенә ҙур йоғонто яһай.

Ҡорманғазы Сағырбайулы
Құрманғазы Сағырбайұлы
Файл:Kurmangazy S.jpg
Төп мәғлүмәт
Тулы исеме

Ҡорманғазы Сағырбайулы

Тыуған

1818({{padleft:1818|4|0}})

Тыуған урыны

Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһе, Бөкәй урҙаһы, Жидели ауылы

Үлгән

1896({{padleft:1896|4|0}})

Үлгән урыны

Хажи-Тархан, Алтынжар, Шайтани батага, Ҡорманғазы түбәһе

Ил

Бөкәй урҙаһы

Һөнәрҙәре

Ҡаҙағстан, Рәсәй империяһы композиторы, көйсө, думбырасы

Инструменттар

думбыра

Жанрҙар

көй

 Аудио, фото, видео Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

1818 йылда Бөкәй урҙаһында (хәҙер Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһенең Жанғалы районы) фәҡир Сағырбай ғаиләһендә тыуа. Бала саҡтан думбырала уйнай. Малайҙың музыка менән мауығыуын атаһы хупламай. Ҡорманғазының әсәһе Алҡа, сағыу шәхсиәле, көслө ихтыярлы кеше, киреһенсә, улының музыкаға һөйөүен хуплай һәм уға ярҙам итә. 6 йәшендә үтә ныҡ мохтажлыҡ арҡаһында Ҡорманғазы көтөүселеккә бирелә. Ҡорманғазы тыуған ауылына һуғылған мосафир көйсөләрҙе мауығып тыңлай, улар араһында Уҙаҡ көйсө айырылып тора. Уҙаҡ бәләкәй Ҡорманғазының музыкаға айырым иғтибарын күреп ала һәм уға ҙур киләсәк юрай. 18 йәшлек Ҡорманғазы ауылынан сығып китә һәм мосафир көйсө булып ер гиҙә башлай. Уҙаҡ менән бергә ул ярыштарҙа ҡатнаша, оҫталығын арттыра һәм күренекле думбырасылар иҫәбенә инә.

Бөкәй урҙаһы ҡаҙаҡтарының Исатай Тайманов менән Мәхәмбәт Үтәмесев етәкселегендә Жанғыр ханға һәм рус колониализмына ҡаршы ихтилалының (18361838) шаһиты була. Көйҙәренең береһе — «Кишкентай» («Кескәй») — халыҡ ихтилалына бағышлана. Байҙарҙы асыҡтан-асыҡ тәнҡитләгәне өсөн эҙәрләүҙәргә дусар ителә. Ҡорманғазы Сағырбайулы бер нисә тапҡыр төрмәгә ябыла, ләкин һис бер бирешмәй. Ул Уральск, Ырымбур төрмәләрендә ултыра; Иркутск төрмәһендә лә ултырған тигән мәғлүмәт бар. Эҙәрлекләнгән, ҡыйырһытылған көйсө халыҡтың бойондороҡһоҙлоҡ һәм азатлыҡ тураһындағы хыялдарын, үҙ еренә мөхәббәтерн сағылдырған «Алатау» һәм «Һары Арҡа» тигән көйҙәрен сығара.

Ҡорманғазы алдынғы рус мәҙәниәте вәкилдәре, ҡаҙаҡ музыкаһы һәм халыҡ музыка ҡоралдары тураһында материал йыйғын филологтар, тарихсылар, этнографтар менән таныш була. Ҡорманғазы Сағырбаевтың замандашы, Урал журналисы һәм шағир Никита Савичев «Уральские войсковые ведомости» гәзитендә былай тип яҙа: «Сағырбаев — һирәк осрай торған моңло зат, әгәр ул Европала белем алған булһа, музыка донъяһы күгендәге иң ҙур йондоҙ булыр ине…»

1862 йылда Ҡорманғазы яҡташы, мәшһүр көйсө Дәүләткирәй менән осраша. Ике думбырасы сәсән бер-береһенә һиҙелерлек йоғонто яһай. Дәүләткирәйҙең «Былбыл» тигән көйөн Ҡорманғазы үҙенең репертуарына индерә.

Ҡорманғазы ижадының иң үрен «Һары Арка» көйө биләй, ул икһеҙ-сикһеҙ ҡаҙаҡ далаларын тасуирлаған яҡты тоналлек менән һуғарылған. Ҡорманғазы уйынының уға ғына билдәле ысулдары ул саҡтағы музыка техникаһын үҫтерә, уларҙы шәкерттәре һәм эйәрсендәре отоп алып, артабан камиллаштыра. Улар араһында Мәхәмбәт Өтәмисев, Динә Нурпәйесова, Ерғали Есжанов һәм башҡалар була.

1880 йылда Ҡорманғазы Әстерхан эргәһендәге Сахма тигән урынға төйәкләнә. Тәжрибәле, абруйлы аҡһаҡал янына уның башҡарыу оҫталығының вариҫтары — это Динә Нурпәйесова, Ерғали Есжанов, Мамен, М. Сөләймәнов йыйыла. Ул саҡтағы билдәле думбырасылар — Көкбала, Меңетай, Меңҡара, Сугирали, Тоғайбай, Шора ла үҙен Ҡорманғазының шәкерте тип һанай.

1896 йылда мәрхүм була, хәҙерге Рәсәй Федерацияһының Әстерхан өлкәһе Володар районы Алтынжар ауылында ерләнгән.

Хәҙерге осорға Ҡорманғазының 60 көйө һаҡланған.

«Қазақтың дәстүрлі мың күй» көйҙәр йыйынытығында Ҡорманғазының көйҙәрен башҡарған думбырасылар; Кәли Жантлеуов (1902—1993), Ғилман Хайрошев (1914), Малғаждар Әүбәкиров (1934—1996), Ермәк Ҡазиев (1947), Айтжан Тоҡтаған (1946), Рүстәмбәк Омаров(1919), Азидолла Ескалиев (1934), Шамил Әбилтәев (1948), Каршыға Әхмедйәров (1946—2010), Рыспай Ғәбдиев (1936—2003), Туяҡ Шамелов (1951), Мүхит Битенов (1912—1983), Ермәк Ҡазиев (1947), Морат Сыдыҡов (1919), Садуаҡас Балмағамбәтов (1941—1999), Баҡыт Басыгәрәев (1928—2001), Айгөл Үлкәнбаева (1962), Марат Өскөнбаев (1904—1982), Баҡыт Ҡарабалина (1921—2001)

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Алимжанов А. Юность Курмангазы // Курмангазы / Сб-к стат. под ред. А. Нысанбаева. Алма-Ата, 1998, с. 485—507

Аравин Ю. П. Новые материалы о Курмангазы//Вестник АН КазССР. Алма-Ата, 1961, с. 52-60

Аравин П. В. К вопросу о музыкальном стиле Курмангазы // Курмангазы / Сб-к стат. под ред А. Нысанбаева. Алма-Ата, 1998, с. 132—162

Байкадамова Б. Б. Функциональные основы темообразования в казахской домбровой музыке (на примере кюев Курмангазы). Автореферат канд. дисс. Ташкент, 1984, 22 с.

Бабалар сөзі: жүзтомдық Күй аңыздар / под ред . С.Қасқабасова. Т. 84. Астана, 2012 — c. 197—208

Васильев Г. «Сары-Арка» / Роман. Астана: Аударма, 2012 − 360 с.

Гизатов Б. «Его домбра звучала для народа». К 175-летию со дня рождения Курмангазы / Казахстанская правда. 7 сент., 1993

Джумакова У. Р. Кюи Курмангазы и проблемы казахской музыки 20 века // Курмангазы / Сб. статей под ред. А. Нысанбаева. А., 1998, с. 181—201

Жубанов А. К., «Курмангазы» (монография), Алматы, 1936.

Жубанов А. К., «Струны столетий», Алматы, 1958.

Ирмуратов Х. Повесть о Курмангазы// Сб-к стат. под ред. А. Нысанбаева. Алматы, 1998 — с. 479—526

Кекільбай Ә. «Күй құдірет». Қурманғазының тұғанына 175 жыл / Егемен Казакстан. 11.09.1993

Кекільбай Ә. «Күй тәңірі» Қурманғазының тұғанына 175 жыл / Егемен Казакстан. 19.10.1993

«Кюй Курмангазы синхронно сыграли домбристы по всей стране» https://tengrinews.kz/music/kyuy-kurmangazyi-sinhronno-syigrali-dombristyi-vsey-strane-308039/

Нажимеденов Ж. Курмангазы // Курмангазы / сб-к стат. под ред А. Нысанбаева. Алма-Ата, 1998, с. 479—485

Шегебаев П. История казахской инструментальной музыки 19 века. Астана, 2008, 57 с.

Құрмангазы : жинақ (редактор Нысанбаев Ә. Н.) — Алматы : Қазақ энциклопедиясы, 1998 — 544 с.

Курмангазы. «Сары-Арка» (сборник 20 кюев), Алматы, Онер, 2001.

Құрмангазы: жинақ / құраст. Iзiмұлы М. — Алматы : Арыс, 2004 — 320 с.

Дискография үҙгәртергә

2005 йылда Ҡаҙағстанда халыҡ музыка ҡоралына нигеҙ һалған Ҡорманғазының из 3-х СD йыйынтығы сығарыла. Бөтә 74 көй ҙә думбырала башҡарыла.

  • «Құрманғазы күйлері»-1 йыйынтығы, 2005
  • «Құрманғазы күйлері»-2 йыйынтығы, 2005
  • «Құрманғазы күйлері»-3 йыйынтығы, 2005
  • «Қазақтың дәстүрлі мың күй». Традицион ҡаҙаҡ кәйҙәре антологияһы (М. Ҡолмөхәмәд редакцияһында). Астана, 2009

Хәтер үҙгәртергә

  • 1934 йыл — Ҡорманғазы исемендәге Ҡаҙаҡ академия халыҡ музыка ҡоралдары оркестры ойошторола.
  • 1945 йылдан Алма-Ата ҡалаһындағы Ҡаҙаҡ милли консерваторияһы Ҡорманғазы исемен йөрөтә.
  • 1960-сы йылдарҙа Алма-Ата һәм Әстерхандағы, унан һуң Уральск һәм Атырауҙағы урамдарға Ҡорманғазы исеме бирелә.
  • 1965 йылда Ҡаҙаҡ ССР-ының Ҡорманғазы исемендәге Дәүләт премияһы булдырыла.
  • 1967 йылда композитор Евгений Брусиловский «Ҡорманғазы» тигән симфония яҙа (Ҡаҙағстан дәүләт премияһы, 1967).
  • 1987 йылда Ғәзизә Жубанова «Ҡорманғазы» операһын яҙыу буйынса Әхмәт Жубанов башлаған эште тамамлай.
  • 1993 йылда бойондороҡһоҙ Ҡаҙағстан милли валютаһының беренсе сығарылышында Ҡорманғазы һүрәте менән 5 тәңгәлек банкнота сығарыла.
  • 1997 йылда Әстерхан өлкәһе Володар районы Алтынжар ауылында, Ҡорманғазы ерләнгән урында, кәшәнә төҙөлә, 2003 йылда Рәсәй менән Ҡаҙағстан берлектә мәҙәни комплекс һәм музей бинаһын төҙөлә башлай, яңы комплекс ҙур аҡ тирмә рәүешендәге өс бинанан һәм ҙур ҡунаҡхана комплексынан тора. Ошонда уҡ думбырасылар музыка мәктәбе асылған.
  • Һынлы сәнғәттә Ҡорманғазыны Сәхи Романов (1926), Әүбәкир Исмаилов (1912), Молдахмәт Кенбаев (1925), Хәкимжан Наурызбаев һ. б. кәүҙәләндерә.
  • 1998 йылда Ҡаҙағстандың Ҡорманғазыға бағышланған почта маркаһы сығарыла.
  • 2000 йылдың 4 июлендә Атырауҙа Ҡорманғазы һәйкәле асыла[1].
  • 2008 йылдың декабрендә Әстерханда Ҡормағазыға бронзанан атлы һәйкәл ҡуйыла[2]. Ул Ҡорманғазының, һул ҡулына думбыра тотоп атта, һыбай ултырғанын һынландыра.
  • 2011 йылдың сентябрендә бөйөк көйсө Ҡорманғазының атлы бронза һәйкәле Аҡтауҙа асыла.
  • 2012 йылдың апрелендә Ҡорманғазыға Алма-Атала Ҡорманғазы исемен йөрөткән Ҡаҙаҡ милли консерваторияһы бинаһы алдында уға һәйкәл ҡуйыла.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә