Ҡорбанова Ғәфифә Мәғәфүр ҡыҙы

(Ҡорбанова, Ғәфифә Мәғәфүр ҡыҙы битенән йүнәлтелде)

Ҡорбанова Ғәфифә Мәғәфүр ҡыҙы (11 сентябрь 1930 йыл14 сентябрь 2008 йыл ) — партия органдары хеҙмәткәре һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1965). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971). Зарипов Айрат Йәнсура улының әсәһе.

Ҡорбанова Ғәфифә Мәғәфүр ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 11 сентябрь 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})
Тыуған урыны Ләмәҙтамаҡ, Ләмәҙтамаҡ ауыл советы, Мәсетле районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 14 сентябрь 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (78 йәш)
Вафат булған урыны Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Эшмәкәрлек төрө уҡытыусы[d], партия эшмәкәре[d] һәм йәмғиәт эшмәкәре[d]
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты

Биографияһы үҙгәртергә

Ғәфифә Мәғәфүр ҡыҙы Ҡорбанова 1930 йылдың 11 сентябрендә БАССР-ҙың Дыуан-Мәсетле районында[1] тыуған.

  • 1952 йыл Мәсәғүт уҡытыусылар институтын тамамлаған;
  • 1958 йыл Башҡорт дәүләт университетының тарих-филология факультетын тамамлаған;
  • 1952—1955 йылдар Ейәнсура районының Байыш урта мәктәбендә урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы;
  • 1955—1972 йылдар Мәсетле районының Ләмәҙ-Тамаҡ урта мәктәбендә урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы;
  • 1972—1985 йылдар КПСС-тың Мәсетле район комитететы сәркәтибе;
  • 1986—2005 йылдар Мәсетле районының ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе.
  • 2008 йылдың 14 сентябрендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә