Ҡолһарина Ирена Ғәлинур ҡыҙы

ғалимә, доцент, филология фәндәре кандидаты

Ҡолһарина Ирена Ғәлинур ҡыҙы (22 июнь 1974 йыл) — Башҡорт дәүләт университетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының рус һәм сағыштырма филология кафедраһы доценты. Филология фәндәре кандидаты (2002).

Ҡолһарина Ирена Ғәлинур ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 22 июнь 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (49 йәш) или 1974[1]
Тыуған урыны Түбәнге Аллағыуат, Стәрлебаш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө филолог, университет уҡытыусыһы, доцент, учёный-литературовед, литературовед
Эшмәкәрлек төрө филология[1] һәм әҙәбиәт ғилеме[1]
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә филология фәндәре кандидаты[d]
Әүҙемлек урыны Башҡорт дәүләт университеты һәм Башҡортостан Республикаhы[1]

Биографияһы үҙгәртергә

Ҡолһарина Ирена Ғәлинур ҡыҙы 1974 йылдың 22 июнендә Башҡорт АССР-ының Стәрлебаш районы Түбәнге Аллағыуат ауылында тыуа. 1996 йылда Башҡорт дәүләт университетының Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлай. 19962001 йылдарҙа рус филологияһы кафедраһында аспирантурала уҡый, бер үк ваҡытта баш ҡаланың 85-се мәктәбендә уҡытып та йөрөй. 20012004 йылдарҙа Орджоникидзе районының туған телдәр уҡытыусыларының методик берекмәһен етәкләй. 2002 йылда Магнитогорск дәүләт университетында кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай[2]. 2002 йылдан — Башҡорт дәүләт университетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының рус һәм сағыштырма филология кафедраһы ассистенты, 2003 йылдан — өлкән уҡытыусы, 2006 йылдан — доцент. 20072013 йылдарҙа — фән буйынса декан урынбаҫары; 2013—2019 йылдарҙа — уҡыу-уҡытыу эше буйынса декан урынбаҫары. Рәсәй гуманитар фән фондының грант проекттарын башҡарыуҙашсы (Мәскәү, 2011, 2013), Рәсәй фундаменталь тикшереүҙәр фондының грант проекты етәксеһе (Мәскәү, 20182019).

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

ХХ быуаттың билдәле рус яҙыусыһы С. П. Злобиндың ижади лабораторияһын, башҡорт-рус фольклор-әҙәбиәт бәйләнештәрен һәм мөнәсәбәттәрен өйрәнеү, ХХ быуат — ХХI быуат башында рус яҙыусылары ижадында башҡорт темаһы принциптарын һәм репрезентация формаларын өйрәнеү. Ирена Ҡолһарина — 200-ҙән ашыу фәнни-методик эш авторы. Фәнни-методик мәҡәләләре Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркиә, Новосибирск, Төмән, Силәбе, Таулы Алтай, Тамбов, Махачкала һ.б. үткән фәнни-ғәмәли конференциялар йыйынтыҡтарында, журналдарҙа баҫыла.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге үҙгәртергә

И. Ғ. Ҡолһарина — Өфө ҡала хакимиәтенең «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» БР Законын тормошҡа ашырыу буйынса комиссия, Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ағзаһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районы мәғариф бүлегенең, ҡала мәғариф идаралығының, БР Мәғариф министрлығының Рәхәмт хаттары һәм маҡтау ҡағыҙҙары
  • «Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы» (2003)
  • Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының Маҡтау ҡағыҙы (2017)
  • «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы — 2000» республика конкурсы лауреаты
  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең йәш ғалимдар өсөн гранты эйәһе (2007).

Төп хеҙмәттәре библиографияһы үҙгәртергә

Монографиялары:

  1. Кульсарина И. Г. Мотивы и образы башкирского фольклора в русской литературе ХХ века. Монография. Уфа: Гилем, 2007. 136 с.
  2. Кульсарина И. Г. Башкортостан в жизни и творчестве С. П. Злобина. Монография. Уфа: РИЦ БашГУ, 2017. 148 с.
  3. Кульсарина И. Г. Фольклор народов Башкортостана: межэтнические связи и этноязыковая специфика. Монография. Уфа: РИЦ БашГУ, 2019. 144 с. (в соавторстве с Н. Г. Кульсариным).

Учебные пособия:

  1. Кульсарина И. Г. В творческой лаборатории Степана Злобина. Учебное пособие для студентов вузов. Уфа: РИЦ БашГУ, 2005. 146 с.
  2. Кульсарина И. Г. Литературное краеведение. Учебное пособие для студентов вузов. Уфа: РИЦ БашГУ, 2015. 92 с.
  3. Кульсарина И. Г. Проверяй себя сам: практикум по орфографии и пунктуации. Учебное пособие. Уфа: РИЦ БашГУ, 2016. 236 с. (в соавторстве).
  4. Кульсарина И. Г. Организация внеклассной работы по русскому языку и литературе в школе: учебное пособие для студентов. Уфа: РИЦ БашГУ, 2017. 164 с. (в соавторстве).
  5. Кульсарина И. Г. Практикум по развитию речи (на материале краеведения). Учебное пособие. — Уфа: РИЦ БашГУ, 2018. 136 с. (в соавторстве).

Учебно-методические пособия для учителей школ:

  1. Кульсарина И. Г., Махмутова А. С., Хисамова Г. Г. Сборник текстов изложений по русскому языку для общеобразовательных учреждений с родным языком обучения (8-11 классы). Пособие для учителя. Уфа: Китап, 2011. 244 с.
  2. Кульсарина И. Г., Махмутова А. С., Хисамова Г. Г. Сборник тектсов изложений по русскому языку для общеобразовательных учреждений с родным (нерусским) и русским (неродным) языком обучения (5-7 классы). Пособие для учителя. Уфа: Китап, 2012. 208 с.
  3. Кульсарина И. Г., Махмутова А. С., Хисамова Г. Г. Сборник текстов изложений по русскому языку. 8-9 классы: для общеобразовательных учреждений Республики Башкортостан с родным (нерусским) и русским (неродным) языком обучения : пособие для учителя. Уфа: Китап, 2013. 168 с.

Сборники фольклорных материалов:

  1. Современное состояние традиционного фольклора русского населения Республики Башкортостан (на материале Дуванского района): сборник фольклорных материалов /сост. Б. Г. Ахметшин, И. Г. Кульсарина, Н. Г. Кульсарин; под общей ред.проф. Б. Г. Ахметшина. — Уфа: РИЦ БашГУ, 2011. 226 с.
  2. Современное состояние преданий, частушек и быличек северо-восточной Башкирии: сборник фольклорных текстов /сост. Б. Г. Ахметшин, И. Г. Кульсарина, Н. Г. Кульсарин; под общей ред.проф. Б. Г. Ахметшина. — Уфа: РИЦ БашГУ, 2013. 212 с.
  3. Современное состояние традиционного фольклора в условиях полиэтнического региона: сборник фольклорных текстов /сост.: И. Г. Кульсарина, Ф. Г. Фаткуллина, Н. Г. Кульсарин, Д. К. Саяхова, Д. К. Саяхова. Под общ. ред. И. Г. Кульсариной. Уфа: РИЦ БашГУ, 2019. 190 с.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә