Ҡолдобаев Рәхимйән Лоҡман улы

Ауыл хужалығының атҡаҙанған механизаторы

Ҡолдобаев Рәхимйән Лоҡман улы (7 декабрь 1931 йыл — 31 март 1994 йыл) — механизатор. Бөрйән районы «Ҡыҙыл таң» колхозы тракторсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы (1981)[1].

Ҡолдобаев Рәхимйән Лоҡман улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Башҡорт АССР-ы
 СССР
 РСФСР
 Рәсәй
Тыуған көнө 7 декабрь 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Тыуған урыны Тимер ауылы, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 31 март 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (62 йәш)
Һөнәр төрө тракторсы

Биографияһы үҙгәртергә

Рәхимйән Лоҡман улы Ҡолдобаев 1931 йылдың 7 декабрендә БАССР-ҙың Бөрйән районы Тимер ауылында[2] тыуған. Урындағы мәктәптә һигеҙ класс тамамлағас, Ҡурғашлы ауылына йөрөп уҡып, тракторсы һөнәрен үҙләштерә. Шунан алып, хаҡлы ялға сыҡҡансы, тракторҙа эшләй. Илленсе йылдарҙа Аҫҡар ауылында, икенсе йылына Янһарыла тракторсы була. 1954 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алынып, 3 йыл Красноярск ҡалаһында хеҙмәт итә. Тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыу менән, яратҡан һөнәренә тотона. «Ҡыҙыл таң» колхозында яҙлы-көҙлө ер һөрә, тырмата, иген сәсә, ә инде ҡыш көндәре колхоз малдарына аҙыҡ өсөн бесән ташыһа, шулай уҡ айырым хужалыҡтарҙың утын-бесәнен ташып бирергә лә өлгөрә, йәй көндәре мал аҙығы әҙерләшеүҙән дә ситтә ҡалмай. Һәр йыл һайын бер үк эштәр менән йыл артынан йылдар уҙып, 40 йыл ғүмере тракторҙа үтә. Уның тырыш хеҙмәте район советы, республика хөкүмәте тарафынан лайыҡлы баһалана. Был хаҡта уның күп һанлы Почет грамоталары, дипломдары, маҡтаулы исемдәре[3], Рәхмәт хаттарына лайыҡ була. Намыҫлы һәм тырыш хеҙмәте өсөн Рәхимйән Лоҡман улының исеме 1983 йылда Бөрйән районының Почет китабына[4] индерелә. 1994 йылдың 31 мартында ҡаты ауырыуҙан вафат була.

Ғаиләһе үҙгәртергә

Иҫке Монасип ауылы ҡыҙы Буранова Зөһрә Мөьмин ҡыҙы менән яҙмышын бәйләй, 37 йыл ғүмер итеп, 6 бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡыҙы Ҡолдәүләтова Алһыу Рәхимйән ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы[5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Ауыл хужалығының атҡаҙанған механизаторы (22 сентябрь 1981 йыл).
  • «Унынсы биш йыллыҡ ударнигы» билдәһе[6]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Кулдубаев Рахимьян Лукманович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 302. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.