Ҡаҙағстан Республикаһы геология музейы

Алма-Аталағы (Ҡаҙағстан) геология музейы

Ҡаҙағстан геология музейы— Алма-Ата (Ҡаҙағстан) геология музейы.

Ҡаҙағстандың геология музейы
Асылған ваҡыты 1997 йыл
Урынлашыуы Ҡаҙағстан Ҡаҙағстан, Алма-Ата, Достыҡ проспекты, 85

ТарихыҮҙгәртергә

1942 йылда академик Ҡаныш Сатпаев тәҡдиме буйынса Фәндәр академияһының Ҡаҙаҡ филиалы институты янында геология музейы ойошторола. Музей эшенең практик әһәмиәте мәғдән руда һәм минералдар өлгөләрен йыйыу һәм һаҡлауға ҡайтып ҡала. Бөгөнгө көнгә Ҡаҙағстан ерҙәрен сәнәғәт үҙләштереү һөҙөмтәһендә уларҙың һаны байтаҡҡа кәмегән. Был музей бер нисә йыл дауамында, экспонаттарының һаны һәм төрлөлөгө буйынса, элекке Советтар Союзы геология музейҙары араһында алдынғы урындарҙы биләне. Былресурстар ғына түгел, ә тикшереү өсөн ҡиммәтле өлгөләр ҙә биргән Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Ҡаҙаҡ ССР-ының ер аҫты байлыҡтарын интенсив эшкәртеү менән бәйле[1].

1969 йылда Ҡаҙағстандың Минераль сеймал институты һәм Ҡаҙаҡ геофизтресы геологик йыйылмалары нигеҙендә Геология министрлығының даими эшләүсе ғилми-техник Күргәҙмәһе ойошторола.

1997 йылда Ҡаҙағстан геология министры С. Ж. Дауҡаевтың Күргәҙмәгә тулы ҡанлы музей статусын биреү тураһындағы башланғысы хуплана. Был киң йәйелдерелгән яңынан ҡороу үткәрелгәндән һуң ғына мөмкин була. 1997 йылдың 26 авгусында элекке Мәғариф Йорто бинаһында Ҡаҙағстан Республикаһының яңыртылған Геология музейы беренсе музейға килеүселәрҙе ҡабул итте. Музейҙы асыу тантанаһында Ҡаҙағстан Республикаһы Президенты Н.Ә. Назарбаев һәм Татарстан Республикаһы Президенты М. Ш. Шәймиев[1].Ҡаҙағстан республикаһы геология музейы</ref>ҡатнашты.

Музей эргәһендә яҡшы сувенир булырлыҡ ҡиммәтле таштар һәм эшләнмәләр менән сауҙа итеү салоны ойошторолған. Шулай уҡ музей Иле Алатауы (Алма-Ата Алатауы) арты һырттары буйлап геологик турҙар ойоштороу менән шөғөлләнә[2].

ЭкспозицияһыҮҙгәртергә

Музей экспозицияһы килеүселәр үҙҙәрен ер аҫтында кеүек хис иттерерлек итеп төҙөлгән. Был эффект биҙәү һәм үҙенсәлекле яҡтыртыу иҫәбенә өлгәшелгән. Күргәҙмә залдарына инеү шахтёр күтәрмәһе клеть итеп стилләштерелгән лифт ярҙамында башҡарыла. Таш стеналары, ағас нығытма крепь фрагменттары, рельс юлындағы вагонеткалар тау эшләнешен выработка күрһәтеү мөмкинлеген бирә. Кесе залдың аҙағында, бейек постаментҡа ҡуйылған бюст эргәһендә менән Ҡаҙағстан файҙалы ҡаҙылмаларының төп ятҡылыҡтары рельефлы картаһы эргәһендә бейек постаментҡа К. И. Сатпаевтың — Ҡаҙағстан геологияһы мәктәбенә нигеҙ һалыусы һәм Ҡаҙағстан фәндәр академияһының[3] тәүге президентының бюсы ҡуйылған.

Ҙур залда Ҡаҙағстан ере ҡуйынынан ҡаҙып алынған минералдар һәм мәғдән өлгөләре коллекцияһы, шулай уҡ Ҡаҙағстандың үҙенә генә бер төрлө уникаль аҡыҡ агат коллекцияһы ҡуйылған. Залдың бөтә майҙансығындағы подиумдар һәм тумбаларҙа илдең төрлө ятҡылыҡтарынан килтерелгән эре габаритлы мәғдән һәм минералдар өлгөләре урынлаштырылған.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә

Ҡалып:Музеи Алма-Аты