Ҡатнашыусы:Абдулова Фәйрүзә Арслан ҡыҙы

Бөгөн
27
2022 йыл
05:21


Был ҡатнашыусы Башҡорт Википедияһында 9 ай, 5 көн.
ИҒТИБАР! Википедияның башҡорт телендәге бүлегендә әлегә ни бары 59 177 мәҡәлә.
Барыһы ла беҙҙең ҡулда!
Тырышайыҡ, викиДуҫтар! АЛҒА!
Логотип 2021 йылда Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында эшләгән Онлайн ВикиМәктәптең 1-се төркөм тыңлаусыһы


Абдулова Фәйрүзә Арслан ҡыҙы(16 октябрь 1964 йыл)- уҡытыусы.Рәсәй Федерацияһының дөйөм мәғарифы маҡтаулы хеҙмәткәре,Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.

БиографияһыҮҙгәртергә

Фәйрүзә Арслан ҡыҙы Абдулова 1964 йылдың 16 октябрендә Башҡорт АССР-ының Миәкә районы Сафар ауылында тыуған. Сафар һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас,Бишбүләк районы Дүҫән урта мәктәбендә уҡыуын дауам итә. Унынсы класты уңышлы тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Башҡорт-рус (көндөҙгө) бүлегендә белем ала.1982-1987 йылдарҙа, студент булған ваҡытта, «Шоңҡар» әҙәби берекмәһендә,"Йәнгүзәл" фольклор түңәрәгендә әүҙем ҡатнаша. Шиғырҙар яҙа, республика баҫмаларында баҫтыра. Бишенсе курсты уҡыған осорҙа уҡ, Туймазы районы Ҡарамалы-Ғөбәй урта мәктәбенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп эшкә ебәрелә. Бер йыл эшләгәндән һуң, хеҙмәт юлын тыуған ауылында дауам итә.
Бөтә ғүмерен мәғарифҡа бағышлай.

ИжадыҮҙгәртергә

Шиғырҙар ижад итә, журналистика өлкәһендә әүҙем. Ижади эштәре «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Ватандаш»,"Башҡортостан ҡыҙы" журналдарында, районда сыҡҡан «Аҡмулла төйәге» гәзитендә донъя күрә.
Фәйрүзә Абдулова- Абайҙуллина шиғырҙарына һәүәҫкәр композитор Заһир Абайҙуллин,Гөлсирә Ғәйнанова,Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, йырсы Вәкил Мурзин йырҙар ижад иткән.
Йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рауилә Мәсәлимова репертуарындағы «Гармунсы», «Изге һүҙ», йырсы Илнур Атйетәров башҡарыуындағы «Хәйер бирәм инәйҙәргә»,һәм балалар өсөн яҙылған «Толпар атым» йырҙары халыҡ араһында киң танылыу алған.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә

•"Рәсәй Федерацияһының дөйөм мәғарифы маҡтаулы хеҙмәткәре"- күкрәккә тағыла торған билдә.(2006)
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.(2019)

Ҡулланыусы телдәре (Вавилон)
ba-N Башҡорт теле был ҡатнашыусының туған теле.
ru-3 Этот участник свободно владеет русским языком.
Телдәр буйынса ҡулланыусылар
  Был ҡатнашыусы Башҡортостандан

МиҙалҮҙгәртергә

1-се дәрәжәле миҙал
Башҡорт Википедияһының «Башҡорт исемдәре 2021» конкурсында 25 мәҡәлә яҙған һәм тулыландырған өсөн