Ҡара һоло
Ҡара һоло | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Avena fatua L. | ||||||||||||||
|
Ҡара һолорус. овсю́, [1][2][1][2] (лат. Avena fatua) — ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған бер йыллыҡ, иген культураларына зыян килтереүсе үлән.
Биологик яҙма
үҙгәртергәҺабаҡтары төҙ, төкһөҙ, шыма, бейеклеге 50—120 см. Япраҡтары ҡыяҡлы, яҫы, төкһөҙ йәки төбөндә керпек төксәләре менән, аҫҡы япраҡтарының еңсәһе ғәҙәттә төклө; телсәһе 4 мм тиклем оҙонлоҡта. Башаҡтары 2—3 сәскәле, башаҡ тәңкәләре бысаҡ формаһында, 20—25 мм оҙонлоҡта, аҫҡы сәскә тәңкәләре яҡынса 20 мм оҙонлоҡта, 30 мм оҙонлоҡтағы быуынлап бөгөлгән ҡылсыҡлы. Сәскәлеге — тармаҡлы йәки ҡыҫҡа һепертке. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — бөртөксә, июль—авг. өлгөрә. Мал аҙығы үҫемлеге.
Составы
үҙгәртергәСоставында сапониндар, терпеноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.
Ботаник һүрәтләү
үҙгәртергәОрлоҡтар (бер үҫемлектә йәшәү һәләтен тупраҡта 3—4 йылдан артыҡ һаҡлаған[3] һәм 20 см тиклем тәрәнлектә яҡшы шытым биргән 600‑гә тиклем орлоҡ барлыҡҡа килә) менән үрсей[4]. Көҙ көнө ҡара һоло орлоҡтары тын хәлдә була, башлыса иртә яҙҙа, һуң сәселгән культураларҙы сәсерҙән алда, шытып сыға. Бөтә ауыл хужалығы зоналарында таралған.
Таралыуы һәм экология
үҙгәртергәЕвразияла, Төньяҡ Африкала бөтә ерҙә лә үҫә, Төньяҡ Америкаға һәм Көньяҡ ярымшарға индерелгән.
Әһәмиәте һәм ҡулланыу
үҙгәртергәҠара һоло башлыса яҙғы бойҙай, арпа һәм һоло сәсеүлектәрен ҡыйлаусы юҡҡа сығарыуы ауыр булған иртә яҙғы ҡый үләне. Уға дым бойҙайға ҡарағанда 1½ тапҡырға күберәк талап ителә һәм тупраҡты киптерә[1][2].
Яҙҙан алып сәскә атҡанға тиклем уны эре мөгөҙлө мал, аттар, һарыҡтар һәм кәзәләр яратып ашайҙар. Сәскә атҡандан һуң аш һеңдереү һәм тын алыу системаларының лайлалы тиресәһе шешеүенә сәбәпсе булыуы мөмкин. Был осорҙа хайуандар үҫемлекте күпкә насарыраҡ ашай йәки бөтөнләй ашамай. Мал онталған орлоҡтарын ашай һәм концентраттарҙы алмаштыра ала[2][3].
Орлоғо икмәк суррогаты булып хеҙмәт итеүе мөмкин[1]. Япраҡтарында 96,7 мг аскорбик кислотаһы бар[2].
Көрәш саралары
үҙгәртергәОрлоҡтарҙы таҙартыу, сәсеү әйләнеше тәртибен һаҡлау, тупраҡты көҙөн кәҫен әйләндермәй йәки яҫы төрән менән эшкәртеү, яҙ көнө ер эшкәртеүҙәорлоҡтарҙың тиҙ һәм бер үк ваҡытта шытып сығыуына, унан һуң сыҡҡан шытымдарҙы юҡҡа сығарыуға (провокация ысулы) булышлыҡ иткән ысулдарҙы ҡулланыу. Ныҡ сүпле баҫыуҙарҙы һуң яҙғы иген культуралары сәсеүлектәре һәм пар баҫыуҙары итеп ҡулланалар, был осраҡта Ҡ.һ. тупраҡты эшкәртеүҙең ҡатламлы сәсеү алды эшкәртеүҙәре, гербицидтар һ. б. ярҙамында юҡҡа сығаралар.
Таксономия
үҙгәртергәAvena fatua L., 1753, Species plantarum 1: 80.
Синонимы
үҙгәртергә- Anelytrum avenaceum ru:Хаккель Эдуард
- Avena ambigua Schoenb. nom. inval.
- Avena cultiformis (ru:Мальцев Александр Иванович) Malzev
- Avena hybrida ru:Петерман, Вильгельм Людвиг
- Avena intermedia Lindgr. nom. illeg.
- Avena intermedia ru:Лестибудуа, Темистокль
- Avena japonica ru:Штёйдель, Эрнст Готлиб
- Avena lanuginosa ru:Жилибер, Жан Эммануэль
- Avena meridionalis (ru:Мальцев Александр Иванович) Roshev.
- Avena nigra ru:Валльрот, Карл Фридрих Вильгельм
- Avena occidentalis ru:Дюрьё де Мезоннёв, Мишель Шарль
- Avena patens ru:Сен-Лаже, Жан Батист nom. illeg.
- Avena pilosa ru:Скополи, Джованни Антонио nom. illeg.
- Avena septentrionalis ru:Мальцев Александр Иванович
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- http://башкирская-энциклопедия.рф/index.php/read/8-statya/8547-ara-olo(недоступная ссылка)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- А. И. Мальцев. Овсюги и овсы sectio Euavena Griseb. — Л.: Издание Всес. ин-та прикл. ботаники, 1930.
- Губанов И. А., Киселёва К. В., Новиков В. С., Тихомиров В. Н. 105. Avena fatua L. (A. septentrionalis Malz.) — Овёс пустой, или Овсюг // Иллюстрированный определитель растений Средней России. В 3-х томах. — М.: Т-во науч. изд. КМК, Ин-т технолог. иссл, 2002. — Т. 1. Папоротники, хвощи, плауны, голосеменные, покрытосеменные (однодольные). — С. 199. — ISBN 8-87317-091-6.
- Вивсюг // Большая советская энциклопедия: В 66 томах (65 т. и 1 доп.) / Гл. ред. О. Ю. Шмидт. — 1-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1926—1947. — Т. X.
- Овсюг // Никко — Отолиты. — М. : Советская энциклопедия, 1974. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 18).
- Овсюг // Николай Кузанский — Океан. — М. : Большая российская энциклопедия, 2013. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 23). — ISBN 978-5-85270-360-6.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ҡара һоло GRIN сайтында мәғлүмәт (инг.) (Тикшерелеү көнө: 20 ноябрь 2010)
- Ҡара һоло: «Тормош энциклопедияһы» сайтында мәғлүмәт(EOL) (инг.) (Тикшерелеү көнө: 20 ноябрь 2010)
- Ҡара һоло — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (Тикшерелеү көнө: 20 ноябрь 2010)
- Описание растения на сайте Агроатлас 2011 йыл 25 март архивланған.
Был ботаника буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |