Ҡарағай күл (һаҙлыҡ)

Ҡарағай күл (рус. Сосновое озеро) — Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы биләмәһендәге шул уҡ исемле күлде (оҙонлоғо яҡынса 240 м, киңлеге 200 м) үҙ эсенә алған күл‑һаҙлыҡ комплексы.

Ҡарағай күл
Ил
РегионБашҡортостан
Майҙаны16 га км²

Географик урыны үҙгәртергә

Дыуан ауылынан көньяҡ- көнбайышҡа табан 2,8 км алыҫлыҡта ята. Был урын 16 га майҙанды биләй. Ул рәсми рәүештә күл-һаҙлыҡ комплексы тип йөрөтөлә. Комплексҡа шулай уҡ ошо исемдәге күл дә инә. Күлең оҙонлоғо яҡынса 240 метр, киңлеге 200 метр тирәһе. Аҫҡы пермдың көңгөр ярусы тоҡомдарынан (ангидрит, гипс, доломит һ.б.) тора, карст киң таралған.Әй йылғаһы бассейынына ҡарай.

Ландшафт үҙгәртергә

Ландшафы ҡарағайшыршы, йәшел мүк һәм һаҙ мүге үҫкән урмандарҙан, күрән баҫҡан ҡайынлыҡтарҙан һәм болондарҙан ғибәрәт. Үҫемлектәрҙең Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән һирәк төрҙәре осрай: инглиз һәм түңәрәкъяпраҡ ысыҡ үләне, таплы кәкүк ситеге, һаҙ мүк еләге. Табан балыҡтар йәшәй, өйрәктәр оя ҡора.

2005 йылдан Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Сосновое озеро. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ»)  (рус.).

Һылтанмалар үҙгәртергә