Ҡалҡаманов Мөхлис Сәләхетдин улы

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы

Ҡалҡаманов Мөхлис Сәләхетдин улы (1901 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ҡыҙылармеец. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы яугиры[1].

Ҡалҡаманов Мөхлис Сәләхетдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1901
Тыуған урыны Иҫке Сибай ауылы
Дата исчезновения человека 10 июль 1942
Хәрби звание рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Мөхлис (исеменең башҡа яҙылышы Мөхлин[1]) Сәләхетдин улы Ҡалҡаманов 1901 йылда Башҡортостандың хәҙерге Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында тыуған[1]. Ҡыҙыл Армияға БАССР-ҙың Баймаҡ район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла, һуғышҡа Иҫке Сибай ауылынан китә, ҡатыны — Фатима Ҡалҡаманова[2]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкында хеҙмәт итә[1]. 1942 йылдың 10 июлендә Курск өлкәһе (хәҙер Луганск өлкәһе) Икенсе Тербуны ауылы тирәһендәге тиңһеҙ алыштар барышында хәбәрһеҙ юғала[1][3].

Хәтер үҙгәртергә

  • 1949—1950 йылдарҙа Липецк өлкәһенең Икенсе Тербуны ауылында Башкавдивизияның 246 яугиры туғанлыҡ ҡәберендә ерләнә. Ҡәберлек өҫтөндә таш һәйкәл — дүрт ҡырлы киҫелгән пирамида ҡуйыла. 1961 йылдың 2 майынын 11 майына тиклем обелиск янында теҙ сүккән яугир скульптураһы ҡуйыла[4]. 2018 йылдың 10 ноябрендә Башҡорт милли-мәҙәни «Аҡ тирмә» төркөмө (Мәскәү) башланғысы менән Рәсәй Федерацияһы ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ярҙамында ҡәберлектәге һәйкәл яңыртыла: гипсобетон статуя урынында Урал оҫталары ижад иткән бронза һалдат фигураһы ҡалҡа, яңы обелискиҙа дивизия атлыларының тулы исемлеге яҙылды[4].

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы эҙҙәре буйынса ойошторолған автоуҙыш сиктәрендә хәбәрһеҙ юғалған 31 яугирҙың исемдәре асыҡлана, улар араһында Ҡалҡаманов Мөхлин(с) Сәләхетдин улы исеме[5].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә