Ҡалмаҡ Кисеүе

Свердловск өлкәһенең Үрге Пышма ҡалаһы янында, Иҫәт йылғаһының уң ярында урынлашҡан археология һәйкәле, ҡәберлек.

«Ҡалмаҡ Кисеүе» — Свердловск өлкәһенең Үрге Пышма ҡалаһы янында, Иҫәт[1] йылғаһының уң ярындағы Гать ҡасабаһы эргәһендә урынлашҡан археология һәйкәле, ҡәберлек.

Ҡалмаҡ Кисеүе

«Ҡалмаҡ Кисеүе» ҡышлауға туҡтау урыны һәм торлағы булған, шәһәр мәҙәниәтенең[2] һуңғы осорона ҡарай.

Свердловск өлкәһе территорияһында урынлашҡан археологик ҡомартҡыларҙың төп тикшеренеүселәрбенең береһе П. А. Дмитриев була. 1926 йылдан алып 1940 йылға тиклем Свердловск ҡалаһынан 18 км алыҫлыҡта ятҡан ыҙандағы шул уҡ Ҡалмаҡ Кисеүе атамаһы менән йөрөтөлгән ҡышлауға туҡтау биләмәһендә урынлашҡан ҡәберлекте тикшерә[3].

Ҡомартҡы территорияһында тура мөйөшлө ҙур булмаған соҡорҙан (тәрәнлеге 0,5-0,75 м) ғибәрәт һуңғы тимер быуат ҡәберлектәрендә ҡаҙыныуҙар үткәрә. Археологтарҙың ҡәберлектәрҙә формаһы үҙгәртелгән баш һөйәге, бер табаҡтан яһалған баҡыр һауыт, шулай уҡ бик күп биҙәүестәре менән ерләнгән ҡатын-ҡыҙ ҡәберлеге табыуы ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Ҡалмаҡ Кисеүе ҡәберлектәрендә табылған баш һөйәктәрен антропологик өйрәнеү б. э. II—V быуаттарында йәшәгән кешенең физик ҡиәфәте тибы буйынса хәҙерге башҡорттарға яҡын булыуы асыҡланды[4].

П. А. Дмитриев «Үрге Пышма тарихи музейының археология коллекциялары каталогы» нда (С. Н. Панина, Екатеринбург ҡалаһы, 2003 йыл) былай тип яҙа: «Барлығы 26 ҡәберлек асылды, уларҙың бер өлөшөндә баҡыр ҡаҙандар, кельттар, тимер бысаҡтар, бырау менән тишелгән таш сулпылар һәм тешле штамп баҫылып биҙәлгән төптәре түңәрәк балсыҡ көршәктәр табылды»[5].

Ҡәберлек б. э. VI—VII быуаттарында барлыҡҡа килгән. Асылған мәлдә ҡәберлектең бер өлөшө төҙөлөш эштәре барышында емерелгән була. 1926 йылда А. А. Берс һәм П. А. Дмитриев тарафынан асыла[1]. Башта ҡәберлек III—V быуаттыҡы, тип билдәләнә, әммә артабанғы тикшеренеүҙәр барышында һуңғараҡ осорға, петрогром мәҙәниәтенә, б. э. 1-се меңйыллығына ҡайтарылып ҡалдырылды[6].

Петрогром тауында (координаталары 56.996849/60.338160, Иҫәт күленән көнбайыштараҡ) Ҡалмаҡ Кисеүе эргәһендә Этҡол мәҙәниәте[7][8] ҡомартҡылары асыла, шулай уҡ урта быуат археологик мәҙәниәтен петрогром мәҙәниәте тип атауға тау исеме лә мөнәсәбәтле[9][10].

«Ҡалмаҡ Кисеүе» археологик ҡомартҡыһы "Свердловск өлкәһе биләмәһендә урынлашҡан мәҙәни мираҫ объекттары исемлеге"нә индерелгән һәм Екатеринбург ҡалаһының тирә-яғын йәки тыуған яҡты өйрәнеү туристик маршрут программаларына инә. Уның маҡсаты — тәбиғи, мәҙәни-тарихи объекттарға барыу һәм уларҙы өйрәнеү[11].

2019 йылда «Ҡалмаҡ Кисеүе» торағы һәм сармат осоро ҡәберлегенең сиктәре рәсми раҫланды[12].

Мәҡәләлә һүрәтләнгән археологик ҡомартҡыны ҡәберлекте Уралдағы йылғалар аша һалынған шул уҡ Ҡалмаҡ кисеүе атамаһын йөрөткән башҡа кисеүҙәр менән бутамаҫҡа кәрәк. Н. К. Чупин «Пермь губернаһының географик һәм статистик һүҙлеге» (1873, II том) хеҙмәтендә һәйкәлдең урыны XIX быуат аҙағында уҡ археологтарға билдәле булған тип яҙа: «Был ыҙан Екатеринбург заводтары баш контораһы архивында һаҡланған Уктус заводының боронғо эштәрендә телгә алына». «Пышма йылғаһы буйында Ҡамышлы өйәҙе Ҡалмаҡ Кисеүе ыҙанында (Бродокалмак) ауылы төҙөлгән. ХѴІІ быуатта башҡорттар менән һуғышыусы көньяҡ-көнбайыш Себерҙә йәшәгән ҡалмыҡтар, башҡоттарҙы эҙәрлекләп килгән ваҡытта, ғәҙәттә ошо ерҙә Тинес йылғаһын аша сыҡҡандар»[13].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Дмитриев П.А. Раскопки стоянки "Калмацкий брод" на р. Исети. Свердловск, 1934; Сальников К.В. Древнейшие памятники истории Урала. Свердловск, 1952
  • Берс Е.М. Археологическая карта г.Свердловска и окрестностей // МИА, 1951. № 21.
  • А. К. Матвеев. «Географические названия Свердловской области» (Екатеринбург, Уральское литературное агентство, 2000).

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Уральская историческая энциклопедия / Изд. 2-е, перераб. и доп., УрО РАН: Институт истории и археологии. Под гл. ред. В. В. Алексеева // Екатеринбург: Академкнига, 2000. — 640 с., ил. ISBN 5-7691-0795-2, ISBN 5-93472-020-1. С. 251—252 (статья «Калмацкий Брод»).
  2. Сальников К. В. Древнейшие памятники истории Урала. Дата обращения: 17 декабрь 2019. 2016 йыл 7 июль архивланған.
  3. Археологическая карта г. Свердловска и его окрестностей — Берс Е. М. Дата обращения: 17 декабрь 2019. 2019 йыл 12 ғинуар архивланған.
  4. Проектирование краеведческого тура по родному краю. Дата обращения: 17 декабрь 2019.
  5. История археологических исследований. Дата обращения: 17 декабрь 2019.
  6. Археологическая карта Екатеринбурга: кладбище уральской «элиты» времен Аттилы 2020 йыл 17 ноябрь архивланған. // Статья от 11.10.2020 г. «Znak.com». И. Пушкарёв.
  7. Петрогромского типа памятники // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
  8. Матюшенко В. И., Стоянов В. Е. Древние поселения Урала и Западной Сибири: сборник научных трудов / Вопросы археологии Урала, Том. 17 // Свердловск: Уральский государственный университет, 1984. — 158 с. (С. 142).
  9. Уральская историческая энциклопедия / Изд. 2-е, перераб. и доп., УрО РАН: Институт истории и археологии. Под гл. ред. В. В. Алексеева // Екатеринбург: Академкнига, 2000. — 640 с., ил. ISBN 5-7691-0795-2, ISBN 5-93472-020-1. С. 421 (статья «Петрогром гора, Петрогромский тип памятников»).
  10. Скалы Петрогром (Петра Гронского, Гроны) // Иллюстрированная статья от 28.10.2014 г. на сайте «Ураловед». П. Распопов.
  11. Краеведческий тур выходного дня по северо-западным окрестностям Екатеринбурга. Дата обращения: 17 декабрь 2019.
  12. В Верхней Пышме утвердили границы стоянки «Калмацкий брод» и могильника сарматского времени. Дата обращения: 17 декабрь 2019.
  13. Бродокалмацкое село. Дата обращения: 17 декабрь 2019.