Ғәниев Фәрит Глүс улы

Дәүләт Думаһының VII саҡырылыш депутаты

Фәрит Глүс улы Ғәниев (1964 йыл 19 ғинуар) — Рәсәй сәйәсмәне һәм юрисы, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһының VII саҡырылыш депутаты. Бөтә Рәсәй «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһы ағзаһы. Именлек һәм коррупцияға ҡаршы эш итеү буйынса комитет ағзаһы[1].

Ғәниев Фәрит Глүс улы
Зат ир-ат
Рәсем
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 19 ғинуар 1964({{padleft:1964|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (60 йәш)
Тыуған урыны Үрге Йәркәй, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты
Эш урыны Следственный комитет Российской Федерации[d]
Биләгән вазифаһы Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d]
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Берҙәм Рәсәй
Ойошма ағзаһы Государственная дума Федерального собрания Российской Федерации VII созыва[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Дуҫлыҡ ордены
 Ғәниев Фәрит Глүс улы Викимилектә

ЮКОС-тың элекке башлығы Михаил Ходорковскийҙың енәйәт эшен тикшереүҙә ҡатнашыусы булараҡ билдәле[2].

Биографияһы үҙгәртергә

Фәрит Глүс улы Ғәниев 1964 йылдың 19 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында тыуа. Кушнаренко ауыл мәктәбендә уҡый. 1982 йылда — Өфө ҡалаһының 50-се техник училищеһын,1991 йылда Башҡорт дәүләт университетының Юридик факультетын тамамлай[3].

1982—1984 йылдарҙа СССР Ҡораллы Көстәрендә хәрби хеҙмәт үтә.

1984 йылда Кушнаренко районының Первушино һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә хеҙмәт һәм физик культура уҡытыусыһы булып эшләй. Һуңынан Башҡорт дәүләт университетының ТМГМ кафедраһы технигы була.

1991 йылда — Стәрлетамаҡ транспорт прокуратураһының тәфтишсе-стажеры.

1992—1991 йылдарҙа — Башҡорт медицина колледжының ҡануниәт һәм хоҡуҡ нигеҙҙәре уҡытыусыһы, студенттарҙың профсоюз комитеты рәйесе.

1993—1994 йылдарҙа — Өфө ҡалаһы Октябрьский районының тәфтиш бүлеге тәфтишсеһе.

1994—1997 йылдар — Башҡортостан Республикаһы прокуратураһының айырыуса мөһим эштәрҙе тикшереү буйынса бүлегенең өлкән тәфтишсеһе.

1997—2003 йылдарҙа нөҫтәрәк — Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетында криминалистика кафедраһы өлкән уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһы адвокаттар коллегияһы адвокаты.

2003—2007 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы прокуратураһының айырыуса мөһим эштәрҙе тикшереү буйынса бүлегенең өлкән тәфтишсеһе (Рәсәй Федерацияһы Генераль прокуратураһынан айырыуса мөһим эштәрҙе тикшерергә командировкаға ебәрелә).

2007—2008 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһының ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы буйынса Тәфтиш комитетының айырыуса мөһим эштәрҙе тикшереү буйынса тәфтиш идаралығы өлкән тәфтишсеһе (Рәсәй Тәфтиш комитеты тарафынан командировкаға ебәрелә).

2008—2015 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһы прокуратураһы ҡарамағындағы Тәфтиш комитетының Баш тәфтиш идаралығының дәүләт власына ҡаршы һәм иҡтисад өлкәһендәҡылынған енәйәттәр буйынса мөһим эштәрҙе тикшереү идаралығының айырыуса мөһим эштәр буйынса өлкән тәфтишсеһе[3].

2015 йыл — Башҡортостан Республикаһы Башлығы ярҙамсыһы.

Ходорковский, Березовский, Гусинскийҡа, «Роснано» ААЙ һәм башҡа вазифалы кешеләргә ҡарата асылған енәйәт эштәрен тикшереүҙә ҡатнаша. 2008—2015 йылдарҙа"Менатеп" (Ходорковский һәм башҡалар) төркөмө акционерҙарына ҡағвлышлы енәйәт эше буйынса тәфтиш төркөмө етәксеһе. Испания, Швейцария, Люксембург, Лихтенштейн, Нидерланд, Ҡырғыҙстан, Украина, Белоруссия, Әрмәнстан, Һиндостан территорияларында һәм башҡа илдәрҙә берлектәге тәфтиш тикшереҙәрендә ҡатнаша.

2016 йылдың сентябрендә РФ Дәүләт Думаһының VII саҡырылыш депутаты итеп һайлана[4].

Закондар сығарыу эшмәкәрлеге үҙгәртергә

2016—2019 йылдарҙа, депутат вәкәләтен башҡарғанда 43 закондар сығарыу инициативаһы һәм федераль закондарға үҙгәрештәр индереү инициативаһы менән сығыш яһай[5].

Наградалары үҙгәртергә

  • «Дуҫлыҡ» ордены;
  • «Рәсәй Федерацияһы Тәфтиш комитетының почетлы хеҙмәткәре» билдәһе;
  • Ведомство миҙалдары: «Ҡаҙаныштары өсөн», «I дәрәжә яҡшы хеҙмәте өсөн», «Рәсәйҙең тәүге тәфтиш канцелярияһына 300 йыл»;
  • Рәсәй Федерацияһы Тәфтиш комитеты рәйесенең Почет грамоталары.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Ганиев Фарит Глюсович. Государственная Дума. Дата обращения: 3 август 2019.
  2. Глава Башкирии взял помощником экс-следователя по делу Ходорковского(недоступная ссылка)
  3. 3,0 3,1 Ганиев, Фарит Глюсович. ТАСС. Дата обращения: 3 август 2019.
  4. Приложение к постановлению Центральной избирательной комиссии Российской Федерации от 23 сентября 2016 г. N 56/541-7. Российская газета. Дата обращения: 3 август 2019.
  5. Объекты законотворчества :: Система обеспечения законодательной деятельности. sozd.duma.gov.ru. Дата обращения: 3 август 2019. 2019 йыл 26 сентябрь архивланған.

Һылтанмалар үҙгәртергә