Ғәлиев Сабир Ғәле улы

Ғәлиев Сабир Ғәле улы (15 май 1931 йыл — 30 ноябрь 2004 йыл) — сайырсы, «Почёт Билдәһе» ордены (1986) кавалеры

Ғәлиев Сабир Ғәле улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 РСФСР
Тыуған көнө 15 май 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР
Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Үрге Нөгөш, Ғәлиәкбәр ауыл советы, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 30 ноябрь 2004({{padleft:2004|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (73 йәш)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы үҙгәртергә

Ғәлиев Сабир Ғәле улы 1931 йыл 15 майында БАССР-ҙың Бөрйән районы Үрге Нөгөш ауылында тыуа. Ғәлиәкбәр һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлай. 1945 йылдан алып «Ҡыҙыл Байраҡ» промартеле эшсеһе. 1951 — 1954 йылдарҙа Совет Армияһында разведка ротаһы өлкән сержанты. 1955 йылда Архангельск өлкәһенең Архангельск ҡалаһында сайыр һыҙыу мастеры һәм бухгалтер һөнәренә уҡый. 1960 — 1963 йылдарҙа сайыр һыҙыу мастеры, сайырсы булып эшләй. Оҙаҡ йылдар ауыл Советы депутаты итеп һайлана. Тырыш хеҙмәте хөкүмәт тарафынан юғары баһалана. Күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙары бар, маҡтаулы исемдәргә эйә.

Ғаиләһе үҙгәртергә

1955 йылда Ҡүҫәпова Рәшиҙә Абдрахман ҡыҙы менән ғаилә ҡороп, 8 бала тәрбиәләп үҫтерә. Балалары юғары һәм махсус урта белемгә эйә. Боронғо ата-бабаларының солоҡсолоҡ шөғөлөн дауам итә һәм улы Нәҙиргә тапшыра[1].

Наградалары үҙгәртергә

Хеҙмәт ветераны (1985)
«Почёт Билдәһе» ордены (1986),
«9-сы биш йыллыҡ ударнигы» (1975)
«10-сы биш йыллыҡ ударнигы» (1980)
«11-се биш йыллыҡ ударнигы» (1986)

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә


Һылтанмалар үҙгәртергә