Ғүмәров Камил Әмир улы

Ғүмәров Камил Әмир улы (рус. Гумеров Камиль Амирович; 10 ғинуар 1931 йыл) — хеҙмәт ветераны, хужалыҡ эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Сәнәғәт, энергетика, транспорт, элемтә, информатика, төҙөлөш һәм архитектура буйынса комиссия рәйесе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.

Ғүмәров Камил Әмир улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 10 ғинуар 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (93 йәш)
Тыуған урыны Ҡырғыҙ-Миәкә, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты
Вазифа биләй Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты

Биографияһы үҙгәртергә

Камил Әмир улы Ғүмәров 1931 йылдың 10 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Миәкә районы Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында тыуған. Милләте татар, юғары белемле — 1955 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын, 1955 йылда, ауыл хужалығы институтын тамамлағас, Арҡауыл МТС-ында баш инженер вазифаһында башлай. 1959—1965 йылдарҙа Бәләбәй ауыл хужалығын механизациялау һәм электрлаштырыу техникумының директоры була. 1965—1974 йылдарҙа Бәләбәй ҡалаһы халыҡ депутаттары советыны рейесе урынбаҫары. 1974 йылдан "Бәләбәй механика заводы"ның директоры, акционер йәмғиәт идараһы рәйесе. [1] Бәләбәй ҡалаһы, 72-се Красноармейский һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының сәнәғәт, энергетика, транспорт, элемтә, информатика, төҙөлөш һәм архитектура буйынса комиссия рәйесе. [2]

Өйләнгән, ғаиләһендә бер ул үҫтергәндәр.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • «Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ» ордены,
  • ике «Почёт Билдәһе» ордены.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 34

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104

Һылтанмалар үҙгәртергә