Ғафаров Хатмулла Абдулла улы

журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
(Ғафаров Хәтмулла Абдулла улы битенән йүнәлтелде)

Хатмулла Абдулла улы Ғафаров (19252014) — журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, РСФСР-ҙың (1986) һәм Башҡорт АССР-ының (1977) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Ғафаров Хатмулла Абдулла улы
Заты ир-ат
Тыуған көнө 1925
Тыуған урыны Салауат районы
Вафат булған урыны Салауат районы
Һөнәр төрө журналист
Хәрби звание Капитан
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

БиографияһыҮҙгәртергә

Ғафаров Хатмулла Абдулла улы 1925 йылдың 29 ноябрендә Башҡорт Илсекәйе ауылында тыуған. Башланғыс белемде тыуған ауылында алған, Лаҡлы ете йыллыҡ мәктәбендә уҡыған, Иҫке Ҡаратаулы урта мәктәбендә 9 класты тамамлауына, Бөйөк Ватан һуғышы башлана.

Атаһы, Ғафаров Абдулла Әмерғәзе улы (1904—1943 йй.) һуғышҡа тиклем Ҡалмаҡол ауыл советы рәйесе, өлкән ревизор, өлкән инспектор булып эшләй. «Башташ» колхоз рәйесе булараҡ бронь менән ҡалдырылыуына ҡарамаҫтан, 1941 йылда үҙе теләп фронтҡа китә. Разведчиктары менән заданиенан ҡайтып килгән саҡта ян-яҡтан алып барылған артиллерия утына эләгеп, 1943 йылдың 9 ғинуарында батырҙарса һәләк була, Дондағы Ростовта ерләнгән. Ғаиләлә 6 бала етем ҡала. Иң өлкәне, Хатмулла, колхозда эшләй.

Хәрби хеҙмәтеҮҙгәртергә

1943 йылдың ноябрендә Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 1944 йылдың апреленән авгусына саҡлы ҡыҙылармеец Хатмулла Ғафаров Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында — II Белоруссия фронтының 3-сө бригадаһы 32-се уҡсылар полкы составында һуғыша.

1944 йылдың авгусынан 1946 йылдың мартына саҡлы Ворошиловград хәрби училищеһында уҡый. Запастағы капитан дәрәжәһендә демобилизациялана[1].

Һуғыштан һуңҮҙгәртергә

Һуғыштан ҡайтыу менән Малаяҙ урмансылығына эшкә килә. Ситтән тороп Воронеж урман техникумында уҡый. 1955 йылда Максим Горький исемендәге Свердловск институттың тарих факультетына уҡырға инә. Аспирантурала уҡый, әммә тамамларға тура килмәй. Уҡытыусы булып эшләй. 60-сы йылдарҙа журналистикаға килә. 1971 йылда Салауат районының «Ленинское знамя» («Ленин байрағы») гәзитенең яуаплы сәрҡәтибе итеп тәғәйенләнә, артабан 16 йыл дауамында «Ленин байрағы» («На земле Салавата») гәзитенең редакторы була.

1987 йылда милли батырыбыҙ Салауат Юлаев музейы төҙөлөшөн етәкләй. 1991—1993 йылдарҙа Салауат Юлаев музейы директоры була. 1988 йылда Нәсибаш ауылы крайҙы өйрәнеүсеһе Б. Һ. Әхмәҙиев, тарих фәндәре канидаты Б. Ғ. Ғибаҙуллин менән авторлыҡта рус телендә «Легендар Салауат ерендә» тигән тарихи-документаль китап баҫтырып сығара.

Төп эшенән башҡа Хатмулла Абдулла улы ҙур йәмәғәт эше алып бара. 29 йәшенән сәләмәт тормош алып бара. 1948—1952 йылдарҙа милли көрәш буйынса бер нисә тапҡыр Салауат районының батыры исеменә лайыҡ була. 1952 йылда урта ауырлыҡта көрәш буйынса БАССР чемпионы була. 1971 йылдан алып 1991 йылға саҡлы көрәш буйынса бөтөн ярыштарҙың да судьяһы булған. Уның икенсе хоббийы-шахмат уйыны, быға ул күп кешене ылыҡтыра, республика ярыштарында Салауат районы шахматсылар командаһын етәкләй.

НаградаларыҮҙгәртергә

  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)
  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1977)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986)

ХәтерҮҙгәртергә

Ғафаров Хатмулла Абдулла улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[2] һәм БР-ҙың Салауат районының Малаяҙ һәм Башҡорт Илсекәйе ауылдарында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

ПублицистикаһыҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), «Дизайн», 2015, 28 с.; Земля салаватская, земля батыра./ Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.), 272 с.
  2. РГБ: Они вернулись с победой. Салаватский район, т. 9, 2004 ISBN 5-295-03394-5

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Ахмадиев Б. Х., Гафаров Х. А., Гибадуллин В. Г. На земле легендарного Салавата. — Уфа, 1988.
  • Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), «Дизайн», 2015
  • Земля салаватская, земля батыра./ Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.)

ҺылтанмаларҮҙгәртергә