Ғарифуллин Илдар Мулланур улы

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 55-се бер мандатлы Беүә һайлау округы буйынса депутаты.

Ғарифуллин Илдар Мулланур улы (14 март 1971 йыл) — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 55-се бер мандатлы Беүә һайлау округы буйынса депутаты.

Ғарифуллин Илдар Мулланур улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 14 март 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (53 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө эшҡыуар

Тормош һәм хеҙмәт юлы үҙгәртергә

Илдар Мулланур улы Ғарифуллин 1971 йылдың 14 мартында Өфө ҡалаһында тыуған. Башҡорт. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың 55-се бер мандатлы Беүә һайлау округы буйынса депутаты. Юғары белемле.

Хеҙмәт юлын 1986 йылда Өфө агрегат производство берекмәһендә монтаж цехында электромонтер булып башлай.

1991 йылда, Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, «Уфимский» һөт заводында автобус водителе булып эш башлай.

1993—2011 йылдарҙа кесе һәм урта бизнес предприятиеларына еткселек иткән. 1993 йылда туңдырма һәм башҡа һалҡын эсемлектәрҙе күмәртәләп-ваҡлап һатыу ойошторорға ҡарар итә. «Гормолзавод» ойошмаһында ике йыл эшләгәндән һуң, үҙенең туңдырмалар селтәрен булдырырлыҡ дәрәжәлә «өлгөрөп етә». 1996 йылда, (республика ҡалаларында 2000 йылда филиалдар аса), май һәм бакалея төркөмө аҙыҡ-түлек тауарҙарын күмәртәләп һатыу ойоштора. Тупланған тәжрибә бизнесты диверсификациялау мөмкинлеген бирә — 2002 йылдың авгусында Туймазыла икмәк һәм кондитер изделиеләрен һатыу булдырыла һәм етештереү башлана, Өфөлә «Һабантуй» маркаһы аҫтында ярмалар һәм шәкәр бүлеп төрөү цехтары асыла.

1993—1995 йылдарҙа «Контакт-сервис» ТОО-һын, «Регионпродторг» ИЧП-һын, «Башторгсервис» АОЗТ-һын етәкләгән.

 

- Һеҙ нисек үҙегеҙҙең бизнесығыҙҙы башларға ҡарар иттегеҙ?

- Минең автомобиль алам тигән хыялым бар ине, һәм тиҙ арала аҡса эшләүҙе маҡсат итеп ҡуйҙым. Үҙемә лә, ғашиҡ булған ҡыҙыма ла маҡсатыма өлгәшә алыуымды иҫбат иткем килде.

- Уңышҡа тәүге аҙымығыҙ нисек булды?

- Мин булдыра алыуымды аңланым! Минең нимә эшләһәм дә, булдыра алам, тигән ышанысым бар ине.

- Башланғыс капиталды ҡайҙан алдығыҙ?

- Дуҫыма ярҙам иттем - булыштым, ә ул, мин уға бушҡа эшләйем, тип әйтеп торһам да, минең менән килемен бүлеште. Бынан тыш, урам һепереүсе, таксист булып эшләнем[1]

 

.

1995—2009 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының «Салют» оборона спорт-техник ойошмаһының коммерция директоры, «Салют+» ЯСЙ-те, «Салют-Торг» ЯСЙ-те, «Профессионал» ЯСЙ-те директоры була.

2003 йылдың башында Ғарифуллин етәкләгән «Салют» предприятиелар төркөмө «Пятёрочка» сауҙа маркаһы аҫтындағы ваҡлап һатыу селтәрен ойоштороу буйынса алдынғы технологияға эйә була.

Социаль магазиндар селтәре эшҡыуар Ғарифуллиндың тауарҙы һатып алыусыға алып барып еткерергә тигән тәүге идеяһының логик дауамы булған. Яңы перспективалар яңы белем талап иткән, һәм Илдар Мулланур улы 2004 йылда Мәскәү коммерция һәм хоҡуҡ, «предприятие менеджменты» институтын (2004) тамамлай.

2009—2011 йылдарҙа — «Башбакалея» ЯАЙ-тенең күмәртәләп һатыу-производство предприятияһы генераль директоры.

2011 йылдан — «Башбакалея» ЯАЙ-тенең күмәртәләп һатыу-производство предприятияһының директорҙар советы рәйесе, «Батыр» компаниялары төркөмө етәксеһе.

Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһының сауҙа буйынса комитет рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы инвестицион климатты яҡшыртыу буйынса Йәмәғәтселек советы, Башҡортостан Республикаһындағы эшҡыуарҙар хоҡуҡтары буйынса Вәкиле ҡарамағындағы Йәмәғәтселек эксперт советы, Башҡортостан Республикаһында «Бизнес коррупцияға ҡаршы» йәмәғәтселек процедуралары Үҙәгенең йәмәғәтселек советы, «Берҙәм Рәсәй» Бөтөн рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең төбәк сәйәси советы ағзаһы.

Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы рәйесе, РФ Дәүләт Думаһы эргәһендә сауҙаны яйға һалыу мәсьәләләре буйынса Башҡортостан Республикаһының Эксперт советы ағзаһы.

Өйләнгән, ике улы һәм ҡыҙы бар.

Сәйәси статусы үҙгәртергә

«Берҙәм Рәсәй» Бөтөн рәсәй сәйәси партияһының фракция ағзаһы.

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы ҡала советы 2-се саҡырылыш депутаты (2-се һайлау округынан 2008 йылдың 2 мартында һайлана).

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайының 4-се саҡырылыш депутаты.

Үҙенең төп эшмәкәрлегенән айырылмаған килеш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайының урындағы үҙидара, граждандар йәмғиәте үҫеше институты һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса Комитет рәйесе урынбаҫары.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • БР эшҡыуарлыҡ, тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм сауҙа министрлығының Почёт грамотаһы (2002)
  • «РФ-ның атҡаҙанған эшҡыуары» Дипломы (2003)
  • БР Иҡтисади үҫеш һәм сәнәғәт министрлығының Почёт грамотаһы (2005)
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы
  • Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы Почёт грамотаһы
  • Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы Почёт грамотаһы.
  • Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәтенең Почёт грамоталары

Баҫмалары үҙгәртергә

  • «Создать планету добра», журнал «Бизнес партнер», № 3 (66), 2006г.
  • «Бизнес и власть ведут диалог и идут к одной цели», журнал «Новости торговли», № 4-5 2007г.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Дим биҫтәһендә, аҙна һайын кесаҙна көнө, 15.00-17.00

  • «Берҙәм Рәсәй» Бөтөн рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе

Йәмәғәтселек вәкилдәрен ҡабул итеү урыны Таллинн урамы, 23 Бәйләнешкә сыға — Бляхман Клара Гайдаровна 8-91740-50069

«Батыр» ГК-һы Күҙәтеү советы рәйесе

Адресы: Маршал Жуков урамы, 10 Email: rgp-salut@yandex.ru

450027, Индустриаль шоссе урамы, 47. тел: 243-05-11, info-salut@yandex.ru

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. газета "Янаульские зори", 12 февраля 2013 года