Ғарипов Биктаһир Күсей улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы

Ғарипов Биктаһир Күсей улы (1919 йыл — 2018 йыл) — гвардия өлкән сержанты. Ҡыҙыл Йондоҙ, I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры[1].

Ғарипов Биктаһир Күсей улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1919
Тыуған урыны Ибрай, Ҡыйғы районы
Вафат булған көнө 2018
Вафат булған урыны Ибрай, Ҡыйғы районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Хәрби звание өлкән сержант
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

Ғарипов Биктаһир Күсей улы 1919 йылда Ҡыйғы районының Ибрай ауылында тыуа. Ҡыҙыл Армия сафына хәрби хеҙмәткә 1938 йылда Ҡыйғы районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 1940 йылдан — ВЛКСМ ағзаһы[2]. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 148-се гвардия артиллерия-миномет полкының 3-сө батареяһында взвод командиры ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. Гвардия өлкән сержанты[1][2]. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң демобилизацияланғас, тыуған ауылына ҡайта. 2018 йылда вафат була.

Батырлығы үҙгәртергә

1943 йылдың 14 декабрендә Александровка эргәһендәге алышта дошмандың бер танкыға ҡаршы минометын юҡ итә. 1944 йылдың 24 ғинуарында өс блиндажды емерә. Шул уҡ йылдың 12 апрелендә Владимир-Волынский ҡалаһы өсөн алышта бер пулеметты тонсоҡтора һәм ете фашисты юҡ итә. 16 апрелдә, дошман һөжүмен кире ҡаҡҡанда, 25 фашисты теге донъяға оҙата. 18 апрелдә дошмандың йөк тейәлгән бер арбаһын, 8 кешеһен юҡ итә. 2 майҙа ике билндажды тура утҡа тота. Ошо батырлыҡтары өсөн Биктаһир Ғарипов 1944 йылдың 2 июнендә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградланыуға тәҡдим ителә, 7 июлдә наградлана[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Ғаиләһе үҙгәртергә

Тормош иптәше Нәзирә менән 8 бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Улдары — Валерик, Владик, Янбулат, Славик, Фларит, Жәлил. Ҡыҙҙары — Венера, Зифа (йәшләй вафат була).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә