Яңы Яуыш (Фёдоровка районы)

Яңы Яуыш (рус. Новояушево) — Башҡортостан Республикаһының Фёдоровка районындағы ауыл. 2010 йыллдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 350 кеше[1]. Почта индексы — 453287, ОКАТО коды — 80254805008.

Яңы Яуыш
Ил

Рәсәй

Координаталар

53°02′05″ с. ш. 55°22′27″ в. д.HGЯO

Һанлы танытмалар
ОКАТО коды

80 254 805 008

ОКТМО коды

80 654 405 111

ГКГН номеры

0524185

Яңы Яуыш (Рәсәй)
Яңы Яуыш
Яңы Яуыш

Халыҡ һаны үҙгәртергә

Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) буйынса, өҫтөнлөк иткән милләт - башҡорттар 98 %.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь 422
2010 йыл 14 октябрь 350 164 186 46,9 53,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны үҙгәртергә

Тарихы үҙгәртергә

1795 йылғы V халыҡ иҫәбен алыу материалдарында башҡорт Яуыш Муллашевтың яңы ауылға нигеҙ һалыуы тураһында мәғлүмәт бирелә, унда Пенза губернияһы Краснослободский өйәҙе Дашкино ауылынан мишәр мырҙаларының һәм кенәздәренең төпләнеүе теркәлә. Ул мәлдә ауылда мырҙа Дашкин Нәрбит Вәлишин улының (1760 йылда тыуған) 5 кешенән торған ғаиләһе генә йәшәгән була. 1825 йылда ауыл ҙурая: 21 мырҙа, 7 служилый татар, 17 дәүләт крәҫтиәне, 46 кенәз һәм 22 башҡорт йәшәй[2].

1817 йылда Яңы Яуыш ауылы барлыҡҡа килә. 1859 йылда уның 38 ихатаһында 210 кеше йәшәй. Иҫке Яуышта 68 ихатала 503 башҡорт йәшәй[2]. Мишәрҙәр һәм татарҙар тураһында мәғлүмәт юҡ[3].

1917 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу материалдарында Яңы Яуыштағы 62 ихатала 314 башҡорттоң йәшәүе иҫәпләнә. 1920 йылдағы халыҡ иҫәбен алыуҙа ла 62 ихатала 264 башҡорт теркәлә. Тәүге совет халыҡ иҫәбен алыу сараһында 643 кеше йәшәгән татар ауылы Үрге Яуыш һәм 24 ихатала 136 башҡорт йәшәгән Түбәнге Яуыш ауылы теркәлә. 1962 — 1965 йылдарҙа Иҫке Яуыш ауылы (совет осоронда — Түбәнге Яуыш ауылы) бөтә[2].

Һөйләше үҙгәртергә

Әҙәби тел менән Яңы Яуыш ауылы халҡы һөйләше араһындағы ҡайһы бер айырмалар «Тыуған яҡ: топонимдар һәм һөйләү теле» тигән йыйынтыҡта[4].

Урамдары үҙгәртергә

  • Ашҡаҙар урамы — рус.  Ашкадарская (улица)
  • Ишҡолов урамы — рус.  Ишкулова (улица)
  • Тыныслыҡ урамы — рус.  Мира (улица)
  • Йәштәр урамы — рус.  Молодежная (улица)
  • Мәктәп урамы — рус.  Школьная (улица)[5]


Легенда үҙгәртергә

  • Ауылдашым Ҡорбанғәли Аҫылғужа улы һөйләне. Яңы Яуыштар элек Стәрлетамаҡ янында йәшәгән. Аҙаҡ ерҙән төрлө-төрлө тауыштар ишетелә башлай. Улар, шөбһәләнеп, икенсе ергә күсергә ҡарар итә. Ошо ергә, әлеге ауыл урынына килеп төпләнәләр. Аҙаҡтан айырылып сығып, яңы ауыл төҙөйҙәр, уны Яңы Яуыш тип атайҙар. Беҙ Юрматы ырыуы, Тәтегәс бей нәҫеленән. (Яҙып алды Дәүләтшина Алһыу. РПЛИ-ның 8 класс уҡыусыһы.)

Билдәле шәхестәре үҙгәртергә

Матбуғатта үҙгәртергә

Башҡортостан Республикаһы Федоровка районы Яңы Яуыш ауылының төп дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет учреждениеһы[6]

Видеояҙмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә