Яңы Иткүсте, Яңы-Откустино (рус. Новооткустино) — Башҡорт АССР-ының Ҡариҙел районы Тигермән ауыл Советы составындағы 1986 йылда бөтөрөлгән ауыл. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районы Әртәкүл ауыл Советы биләмәһендә урынлашҡан.

Яңы Иткүсте
Дәүләт  Рәсәй
Карта

Тарихы үҙгәртергә

Яңы Иткүсте 20 быуат башында барлыҡҡа килә. Ауыл мари ауылы Откусинонан айырылып, күсеп ултырған яңы ауыл. Унда, Һундар улусы Байҡы түбәһе башҡорттарының 1794 йылдың 10 июнендәге килешеүе буйынса, 100 йыл ваҡытҡа, йыл һайын биләмә хужаларына оброк түләү шарты менән мариҙар керҙәшлеккә индерелә. Уларҙың икенсе төркөмөн башҡорттар 1818 йылда ҡабул итә. Яңы Иткүсте исемле яңы ауыл 1920 йылда теркәлә. Унда 16 хужалыҡ һәм 110 башҡорт иҫәпләнә.

Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1986 йылдың 12 декабрендәге «Ҡайһы бер тораҡ пункттарҙы иҫәп мәғлүмәтенән сығарыу тураһында» 6-2/396 номерлы указы менән иҫәп мәғлүмәтенән төшөрөлә[1].

Географик урыны үҙгәртергә

1952 йылда Яңы Иткүсте ауылы Байҡыбаш районының Тигермән ауыл Советы составына ингән. Район үҙәге Байҡыбаш ауылынан 11 км, ауыл Советы үҙәге Тигермәндән 5 км һәм Щучье Озеро тимер юл станцияһынан 65 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Халҡы үҙгәртергә

1959, 1970 йылдарҙа татар ауылы булараҡ, 1979 йылда башҡорт ауылы итеп иҫәпкә алынған.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Новооткустино на Викимапии

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Об исключении из учётных данных некоторых населенных пунктов. Дата обращения: 14 май 2019. Архивировано 30 сентябрь 2018 года. 2018 йыл 30 сентябрь архивланған.