Яңытаң (Ырымбур өлкәһе)

Яңытаң (рус. Жанатан, ҡаҙ. Жаңатаң) — Рәсәй, Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ауыл.

Яңытаң
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡыуандыҡ районы[1]
Почта индексы 462233
Карта

Географияһы үҙгәртергә

Яңытаң округ үҙәге Ҡыуандыҡ ҡалаһынан көньяҡтараҡ, туранан 28 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.

Климаты үҙгәртергә

Ауылдың климаты, Ҡыуандыҡ районына хас булғанса, уртаса-континенталь. Йыл миҙгелдәре аныҡ айырылып тора. Район буйынса уртаса температура +4,0оС -тән +4,8оС-ҡа тиклем үҙгәрә. Йылдың иң һалҡын айы — ғинуарҙа уртаса айлыҡ температураһы яҡынса −20,5оС — 35 оС. Атмосфера яуым-төшөмө бер йыл эсендә 300-ҙән алып 450—550 миллиметрға етә, шуның менән бергә күпселек өлөшө яҙғы-йәйге осорға (70 процент самаһы) тура килә. Ҡар япмаһы тотороҡло, уның дауамлылығы уртаса 150 көн тәшкил итә[2].

Тарихы үҙгәртергә

Ауылға 1930-1931 йылдар арауығында ойошторолған ҡаҙаҡ колхоз үҙәге булараҡ нигеҙ һалынған. 1957 йылда Яңытаң ауылындағы колхоз «Ҡыуандыҡ» совхозының бер бүлексәһенә әйләндерелә. 2016 йылдың 1 ғинуарында Ырымбур өлкәһенең 2015 йылдың 6 мартындағы 3029 / 834-V һанлы Законына ярашлы Ҡыуандыҡ районы муниципаль берәмегенә, шулай уҡ уға ингән барлыҡ ауыл һәм ҡала биләмәләре Ҡыуандыҡ ҡала округы муниципаль берәмегенә берләштереү юлы менән үҙгәртелә[3][4]. 2016 йылға тиклем Ҡыуандыҡ районының Урал ауыл Советына ингән, муниципаль берәмектәрҙе үҙгәртеп ҡороуҙан һуң Ҡыуандыҡ ҡала округы составында раҫланған.

Этимологияһы үҙгәртергә

Колхозды тәүҙә «яңы ҡанун, яңы тормош» тигән мәғәнәлә «Жанатан» (ҡаҙаҡ телендәге яңы һәм таң һүҙҙәренән) тип атайҙар. Артабан 1937 йылда «Кзыл-Юлдуз» йәки «Кзыл- Жулдуз» колхозы тип үҙгәртелә (башҡорт теленә "Ҡыҙыл йондоҙ" тип тәржемә ителә)[5]..

Халҡы үҙгәртергә

2002 йылда даими йәшәгән халыҡ һаны-198 кеше (ҡаҙаҡтар 84 %) , 2010 йылда 104[6].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә