Яугир-итернационалистар һәйкәле (Мәскәү)

Яугир-интернационалистарға һәйкәл Мәскәүҙә Поклонный тауындағы Еңеү паркында ҡуйылған.

Яугир-итернационалистар һәйкәле
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Мәскәү
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән бронза
Карта
 Яугир-итернационалистар һәйкәле (Мәскәү) Викимилектә

Яугир-интернационалистар монументы афған һуғышы ветерандары ойошмаһы иғәнәһенә, баш ҡала хөкүмәте ярҙамы менән яугир-интернационалистарҙың шәхси аҡсаһына төҙөлә. Һәйкәлдең авторҙары скульпторҙар Салауат Щербаков һәм С. С. Щербакова, архитекторҙар Ю. П. Григорьев һәм С. Григорьев.

Һәйкәл дүрт метрлы камуфляж кейгән йәш совет һалдатының бронза фигураһынан ғибәрәт, ул һул ҡулына каска, ә уң ҡулына автомат тотҡан. Һалдат текә ҡаяға яҡын килеп алыҫтарға ҡарап торған кеүек һүрәтләнә. Фигура ҡыҙыл граниттан эшләнгән постаментта баҫып тора. Постаментта һуғыш күренеше менән бронза барельеф ҡуйылған.

Һәйкәлде асыу 2004 йылдың 27 декабрендә Афғанстанға совет ғәскәрҙәрен индереүҙең 25-йыллығына тап килтерелә. Һәйкәл асыу тантанаһында ветеран-афғанлылар, Әмин һарайын штурмлаған махсус тәғәйенлештәге төркөмдәр, ветеран ойошмалары вәкимлдәре ҡатнаша.

Һылтанмалар

үҙгәртергә