Яковлев Полиен Николаевич

Яковлев Полиен Николаевич (27 декабрь 1883 йыл — октябрь 1942 йыл) — СССР-ҙың немец фашистары тарафынан атып үлтерелгән балалар яҙыусыһы, драматург. СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Яковлев Полиен Николаевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 27 декабрь 1883({{padleft:1883|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Тыуған урыны Тбилиси, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1942
Вафат булған урыны Дондағы-Ростов, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө яҙыусы, балалар яҙыусыһы, драматург, шағир
Уҡыу йорто В. И. Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт академик художество институты
народная консерватория[d]
Жанр шиғриәт

Биография

үҙгәртергә

Полиен Николаевич Яковлев 1883 йылдың 27 декабрендә Тбилиси ҡалаһында хәрби табип-провизор ғаиләһендә тыуған.

1902 йылда Острогожский гимназияһын тамамлағас, ул бер аҙ ваҡыт Мәскәү университетының филология факультетында уҡый, артабан студенттар забастовкаһында ҡатнашҡан өсөн университеттан сығарыла. Белем алыуын Суриков төҫлө һәм һынлы сәнғәт, архитектура училищеһында, һуңынан Мәскәү халыҡ консерваторияһында дауам итә.

19181920 йылдарҙа Кубандағы Славянск ҡалаһында, Усть-Лабинская станицаһының ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһында рәсем уҡытыусыһы булып эшләй, Славянская, Полтава станицаларында уҡытыусылар семинарияһында рәсем һәм музыка фәндәренән уҡыта. 1924 йылда Дондағы Ростовҡа күсеп килә. Ростовта «Ленинские внучата» гәзитенең баш мөхәррире булып эшләй. Һуңғараҡ ул кесе йәштәге уҡыусы балалар өсөн «Октябренок» һәм «Костер» журналдарын сығара[1]. 1934 йылда СССР яҙыусыларының Беренсе съезында делегат була.

1942 йылдың октябрендә Полиен Яковлевты фашистар ҡулға ала һәм төрмәгә ултырта. Ҡаланан сигенгәндә тотҡондарҙың барыһы ла атыла.

Полиен Яковлевтың мөхәррирләү һәм әҙәби эштәре ул Ростовҡа килгәндән һуң башлана. Революцияға тиклемге гимназистарҙың көнкүреш һәм ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында Яковлевтың иң билдәле китабы — «Первый ученик»[2] повесы, унда яҙыусы революция яҡынлашыу ваҡытында йәшәгән гимназистарҙың тормошо, тойғолары һүрәтләнә. Кубандағы Граждандар һуғышына уның ике повесы «Наша взяла» һәм «Девушка с хутора» бағышланған.

Уның «После звонка» пьесаһы совет мәктәбенең һуғыш алдындағы тормошон һүрәтләй. Был пьесаһы Ростов йәш тамашасылар театрында ҡуйыла. 1940 йылда Горький исемендәге театрҙа уның «Гимназистар» («Семья Мироновых») пьесаһы сәхнәгә ҡуйырға әҙерләнә. 2004 йылда ғына был драмаһы баҫыла.

«Рождение отряда» повесы Бөйөк Ватан һуғышының беренсе көндәренә арналған. П. Н. Яковлевтың һуңғы әҫәре булған «В родном городе» романы типография биналарына бомба төшөүҙән сыҡҡан янғын ваҡытында янып һәләк була.

Полиен Николаевичты «Повесть о детстве» повесының авторы яҙыусы Михаил Штительман, Вера Панова («Спутники» һәм «Сережа»), Виталий Губарев («Королевство кривых зеркал»), Елена Ширман («Изумрудное кольцо»), Вениамин Жак һәм башҡалар үҙҙәренең беренсе педагогы һәм остазы тип һанай[3][4].

Дондағы Ростовта яҙыусы йәшәгән йорт стенаһына «Был йортта 1934—1942 йылдарҙа Яковлев Николаевич Полиен йәшәгән һәм эшләгән» тигән таҡтаташ ҡуйылған.

Китаптары

үҙгәртергә

Яҙыусының түбәндәге әҫәрҙәре сығарылған:

  • Жмых и Мазан. — Ростов н/Д: Буревестник, 1925.
  • Наша взяла. — Ростов н/Д: Азово-Черноморское кн. изд., 1926.
  • Петькины друзья. — Ростов н/Д: Буревестник, 1925.
  • Дзинь-Фу-Фун. — Ростов н/Д: Севкавкнига, 1926.
  • Наша взяла. — Ростов н/Д: Северный Кавказ, 1931.
  • Старый и малый. — Ростов н/Д: Северный Кавказ, 1933.
  • Первый ученик. — М. — Л.: Изд-во Детской литературы 1941.
  • Первый ученик. — Ростов н/Д: Азово-Черноморское изд-во, 1934.
  • Первый ученик. — Ростов н/Д: Ростиздат, 1938.
  • Девушка с хутора. — Ростов н/Д: Ростиздат, 1949.
  • Девушка с хутора. — Ростов н/Д: Ростиздат, 1966.
  • Девушка с хутора. — Ростов н/Д: Наша взяла. Краснодар, 1982.
  • Девушка с хутора. — Ростов н/Д: Ростиздат, 1966.
  • Яковлев, П. Первый ученик: повесть /П. Н. Яковлев. — Ростов н/Д: Ростовское книжное изд-во, 1985. — 224с.
  • Гимназисты. (Семья Мироновых). — Ковчег, 2004.
  • Рождение отряда. Пятигорск, 1942
  • Агуренко Б. «Все это хорошо, но мало, мало!» / Б. Агуренко // Вечерний Ростов. — 1998. — 28 дек.
  • Барсуков Э. Обыкновенный волшебник / Э. Барсуков // Ковчег: альманах. — 2004. — № 4. — С.166-168.
  • Гегузин И. Друг детворы / И. Гегузин // Добрый след: Рассказы краеведа. — Ростов н/Д, 1987. — С.40-44.
  • Гегузин И. О детях для детей: К 100-летию со дня рождения П. Н. Яковлева / И. Гегузин // Дон. — 1983. — № 12. — С.154 — 159.
  • Гегузин И. Писательская династия / И.Гегузин // Комсомолец. — 1991. — 18 июля.
  • Григорьян Л. Короткие встречи / Л. Григорьян // Ковчег Кавказа. — 2002. — № 1(янв.). — С.13.
  • Григорьян Л. Полиен Яковлев (страницы воспоминаний) / Л. Григорьян // Комсомолец. — 1990. — 12 сент.
  • Жак В. Кто написал эту повесть / В. Жак // Яковлев П. Девушка с хутора. — Ростов н/Д, 1966. — С.261 — 263.
  • Немиров Ю. Полиен Яковлев: судьба и книги / Ю. Немиров // Вечерний Ростов. — 1975. — 15 февр.
  • Панова В. П. Н. Яковлев и его книги / В. Панова // Яковлев П. Н. Первый ученик. — Ростов н/Д, 1973. — С.5-7.
  • Прохоренко И. Ф. Полиен Яковлев: литературная викторина по книге «Первый ученик» / И. Ф. Прохоренко // Литературные викторины для учащихся 5-9 классов. — Ростов н/Д. — С.197-201.
  • Тартынский Л. Детский писатель казнен фашистами / Л. Тартынский // Вечерний Ростов. — 2009. — 12 янв. — С.6.
  • Яковлев В. Твой папа-лапа: Воспоминания об отце / В. Яковлев // Ковчег: альманах. — 2004. — № 4. — С.230-233.
  • Яковлев В. П. Отец / В. П. Яковлев // Донской временник. Год 1998-й. — Ростов н/Д, 1997. — С.72-74.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Екатерина Кольцова-Царёва. Набатные строки из пламени ада. Мемориал. Яковлев Полиен 1883—1942. 2014.
  2. Первый ученик
  3. Екатерина Кольцова-Царёва. Набатные строки из пламени ада. Мемориал. Яковлев Полиен 1883—1942. 2014. Свидетельство о публикации № 214062300444
  4. Полиен Яковлев: судьба и книги. 2017 йыл 6 июнь архивланған.