Яковлев Герман Михайлович

Яковлев Герман Михайлович (10 ноябрь 1933 йыл — 3 май 2017 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, хәрби табип. Медицина фәндәре докторы, профессор, Рәсәй медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты, медицина хеҙмәтенең генерал-лейтенанты.

Яковлев Герман Михайлович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 10 ноябрь 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[1]
Тыуған урыны Ленинград өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 3 май 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (83 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй
Ерләнгән урыны Богослов зыяраты[d]
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны Санкт-Петербург дәүләт университеты
Уҡыу йорто С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены II  дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы медаль «За безупречную службу» III степени

160-тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы, шул иҫәптән монографиялар, дәреслек һәм уҡыу әсбаптары, бер нисә патенты, шулай уҡ уйлап табыуға авторлыҡ танытмалары бар

Биографияһы үҙгәртергә

Герман Михайлович Яковлев 1933 йылдың 10 ноябрендә Ленинград өлкәһенең Кингисепп районы Черно ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа (хәҙерге Сланцевский районы).

Бөйөк Ватан һуғышында әсәһе менән бергә немец ғәскәрҙәре оккупациялаған территорияла була. Һуғыштан һуң мәктәптә уҡыуын тамамлай һәм бер үк ваҡытта эшләп тә ФЗУ техник мәктәбендә уҡый. 1953 йылда Ленинград Хәрби-медицина академияһын 1959 йылда ҡыҙыл дипломға тамамлай (хәҙер С. М. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһы). Уны тамамлағас, хәрби хеҙмәткә ебәрелә, хеҙмәтен радиотехник һәм авиация ғәскәрҙәрендә үтә (1959—1965), һуңынан Хәрби-медицина академияһы хәрби-диңгеҙ һәм госпиталь терапияһы кафедраһының клиник ординатураһында медицина махсуслашыуы буйынса уҡыуын дауам итә. Уның ғилми етәксеһе З. М. Волынский була

1967—1974 йылда Г. М. Яковлев подполковник дәрәжәһендә Томск ҡалаһына ебәрелә, унда Томск медицина институты (хәҙер Себер дәүләт медицина университеты) хәрби-медицина факультетының хәрби-ялан терапияһы кафедраһында һәм хәрби госпиталдә эшләй. Бер үк ваҡытта фәнни эш менән шөғөлләнә һәм 1968 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын, ә 1974 йылда — «Опыт разработки и использования количественной реографии для функциональной оценки системы кровообращения» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[2]. 1974 йылда полковник дәрәжәһендә Ленинградҡа ҡайта һәм тыуған академияһында эшләй: уҡытыусы, өлкән уҡытыусы, табиптарҙың белемен камиллаштырыу буйынса 2-се терапия кафедраһының начальник урынбаҫары (1974—1978), эске ауырыуҙар пропедевтика кафедраһы начальнигы (1978—1982), ТУВ-1 кафедраһы начальнигы (1982—1984), уҡытыу һәм фәнни эш буйынса академияның начальник урынбаҫары (проректор) (1985—1988). Яковлевҡа 1975 йылда профессор исеме бирелә.

1988 йылда медицина хеҙмәте генералы Герман Михайлович Яковлев Ленинград Хәрби-медицина академияһының начальнигы итеп тәғәйенләнә һәм был вазифала 1992 йылға тиклем эшләй. 1992 йылда ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегендәге ҡаҙаныштары өсөн ул Рәсәй медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана. 1993 йылда хәрби хеҙмәттән киткәндән һуң, Санкт-Петербург дәүләт университеты психология факультетында медицина психологияһы кафедраһы мөдире була. 1994 йылда Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайлана. 2010 йылда профессор М. Г. Яковлев Хәрби-медицина академияһының хәрби-ялан терапияһы кафедраһында профессор- консультант була. Үҙенең ғилми-педагогик эшмәкәрлеге осоронда 14 фән докторы һәм 30 кандидат әҙерләй, фәнни мәктәп ойоштора. Терапевтарҙың Бөтә Союз йәмғиәте идараһы президиумы ағзаһы, Үҙәк Хәрби-медицина идаралығы ҡарамағындағы СССР Оборона советы составына инә. «Клиническая медицина» һәм «Физиология человека» журналдарының мөхәрририәт советы ағзаһы[3]

2017 йылдың 3 майында Санкт-Петербургта вафат була һәм Богословский зыяратында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • С. М. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһы сығарылышы уҡыусыһының алтын миҙалы (1959).
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1990), III дәрәжә «СССР Ҡораллы көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» ордены (1980 йыл) һәм II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» (2003) ордены, шулай уҡ күп миҙалдар, шул иҫәптән «Фиҙакәр хеҙмәте өсөн» (1970), бөтә дәрәжәләрҙә «Намыҫлы хеҙмәте өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә
  • СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1990, цитомедин препараттары төркөмөн әҙерләү һәм ҡулланыуы өсөн), СССР Фәндәр академияһы премияһы лауреаты (1991).

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Плеханов Г. Ф. Окна памяти [воспоминания] (о Г. М. Яковлеве). — Томск, 2012. — С. 158—159.
  • Халимов Ю. Ш. и др. Профессор Герман Михайлович Яковлев (к 80-летию со дня рождения). // Вестник ВМА. — С.Пб.: ВМА, 2013. — № 4.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә