Якима[6]АҠШ-та, Маунт-Рейнир милли паркынан көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай урынлашҡан ҡала. 2010 йылдың халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны 91 067 кеше тәшкил итә[7].

Якима
Нигеҙләү датаһы 1847
Рәсем
Дәүләт  Америка Ҡушма Штаттары
Административ үҙәге Якима[d]
Административ-территориаль берәмек Якима[d]
Сәғәт бүлкәте PDT[d], UTC−8[d] һәм UTC−7[d]
Статистическая область Yakima metropolitan area[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Якима (река)[d] һәм Начес[d]
Халыҡ һаны 96 968 кеше (1 апрель 2020)[1][2]
Процент водной поверхности 1,8394 процент[3]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 325 метр һәм 1066 фут
Туғандаш ҡала Морелия[d], Итаянаги[d], Дәрбәнт һәм Цзилун[d]
Майҙан 71,713713 км² (1 апрель 2010)[3]
Почта индексы 98901, 98902, 98903, 98904, 98907, 98908 һәм 98909
Рәсми сайт ci.yakima.wa.us
Урынлашыу картаһы
Число домохозяйств 33 752 ± 760[4]
Доход на душу населения 24 061 $[5]
Урындағы телефон коды 509
Карта
 Якима Викимилектә

Якима ҡалаһы Якима үҙәнендә урынлашҡан, ул донъяла алманы иң яҡшы етештереүселәрҙең береһе кеүек билдәле. Өлкә АҠШ-та үҫтерелгән ҡомалаҡтың яҡынса 75 процентын етештерә. Атамаһы индеецтарҙың Якама ҡәбиләһенән килеп сыҡҡан. Индеецтар резервацияһы ҡаланан көньяҡҡа һәм көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай урынлашҡан.

Географияһы үҙгәртергә

АҠШ халыҡ иҫәбен алыу бюроһы мәғлүмәттәре буйынса Якима ҡалаһы 53 квадрат километр майҙанды биләй, шуның 52 квадрат километры ер һәм 1,3 кв. километры — һыу. Округтың һыу ресурстары майҙаны уның бөтә майҙанының 2,33 процентын тәшкил итә.

Якима ҡалаһы диңгеҙ кимәленән 326 м бейеклектә урынлашҡан[8].

Климаты үҙгәртергә

Якима климаты
Күрһәткес Ғин. Фев. Март Апр. Май Июнь Июль Авг. Сен. Окт. Нояб. Дек. Йыл
Абсолют максимум, °C 20,0 20,5 26,6 33,3 38,8 40,5 42,7 43,3 37,7 31,1 22,7 19,4 43,3
Уртаса максимум, °C 3,7 7,9 13,5 17,6 22,4 26,4 31,0 30,4 25,5 17,7 8,8 2,1 17,2
Уртаса температура, °C −0,3 2,3 6,3 9,6 14,0 17,8 21,5 20,8 16,1 9,5 3,0 −1,8 9,8
Уртаса минимум, °C −4,5 −3,2 −0,8 1,5 5,7 9,2 12,0 11,1 6,6 1,2 −2,7 −5,8 2,5
Абсолют минимум, °C −29,4 −31,6 −18,3 −7,7 −3,8 −1,1 1,1 1,6 −4,4 −15,5 −25 −27,2 −31,6
Яуым-төшөм нормаһы, мм 28 19 15 13 14 15 5 6 9 13 26 38 208
Сығанаҡ: NWS

Демографияһы үҙгәртергә

2000 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса[9] ҡалала 71 845 кеше йәшәгән, 16 826 ғаилә һәм 26 498 йорт хужалығы һәм 28 643 торлаҡ йорт иҫәпләнгән. Уртаса халыҡ тығыҙлығы бер квадрат километрға 1378 кеше тәшкил иткән. Раса составы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, түбәндәгесә бүленгән: 68,77 % аҡ тәнлеләр, 1,99 % — ҡара йәки афроамерикандар, 2 % — төп америка халҡы, 1,2 % — азиаттар, 0,14 % — Тымыҡ океан утрауҙарынан килеүселәр, 3,92 %-ы — ҡатнаш раса вәкилдәре, 21,97 % — башҡа халыҡтар. Испан теллеләр ҡаланың бөтә халҡынан 33,7 % тәшкил итә.

26 498 йорт хужалығының 34,4 проценты — балаларҙы 18 йәшенә тиклем тәрбиәләгән, 44,2 % бергә йәшәгән парҙар, 14,2 % ирһеҙ йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар, 36,5 % ғаиләләре юҡ. 30,3 % иҫәп алыу мәленә үҙ аллы йәшәүселәр, шул уҡ ваҡытта 14 проценты 65 йәштән өлкәнерәк яңғыҙ кешеләр тәшкил итә. Йорт хужалығының уртаса күләме 2,63 кеше тәшкил итә, ә ғаиләнең уртаса күләме — 3,29 кеше.

Ҡала халҡының иҫәп алыу мәғлүмәттәре буйынса 2000 йылда йәш диапазоны түбәндәгесә: 29,4 проценты — 18 йәштән кесе кешеләр, 10,8 проценты — 18 һәм 24 йәшлектәр, 27,6 проценты — 25 йәштән алып 44 йәшкә тиклем, 18,2 проценты —45 йәштән 64 йәшкә тиклем, һәм 14 % — 65 йәш һәм унан өлкәнерәктәр. Халыҡтың уртаса йәше 31 йәш тәшкил итә. Һәр 100 ҡатын-ҡыҙға 95,7 ир-егет тура килә, шул уҡ ваҡытта һәр 18 йәшлек һәм унан өлкәнерәк йөҙ ҡатын-ҡыҙға 18 йәштән өлкән 92,6 ир-егет тура килә.

Бер йорт хужалығына уртаса килем ҡалала 29 475 АҠШ доллары, ә бер ғаиләгә уртаса килем — 34 798 доллар тәшкил иткән. Шул уҡ ваҡытта ир-аттың уртаса килеме 29 647 АҠШ доллар, ҡатын-ҡыҙҙарҙың 23 629 доллар тәшкил иткән. Йән башына алынған килем ҡалала йылына 15 920 доллар тәшкил иткән. Ҡалала халыҡ иҫәбен алыу мәленә бөтә ғаиләләр иҫәбенең 17,1 % һәм бөтә халыҡтың иҫәбенән 22,4 % ярлылыҡ сигендә йәшәгән, шул уҡ мәлдә 32,3 проценты 18 йәштән кесе һәм 12 проценты — 65 йәшлектәр һәм өлкәнерәк йәштәгеләр.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Перепись населения США 2020 года / под ред. Бюро переписи населения США
  2. Перепись населения США 2020 года / под ред. Бюро переписи населения США
  3. 3,0 3,1 United States. Bureau of the Census 2010 U.S. Gazetteer Files (ингл.)Washington, D.C.: U.S. Census Bureau, 2010.
  4. https://data.census.gov/cedsci/table?d=ACS%205-Year%20Estimates%20Detailed%20Tables / под ред. Бюро переписи населения США — 2022.
  5. https://data.census.gov/cedsci/table?t=Income%20and%20Poverty&g=0100000US,%241600000&tid=ACSST5Y2020.S1902 / под ред. Бюро переписи населения США — 2022.
  6. Географический энциклопедический словарь: географические названия / Под ред. А. Ф. Трёшникова. — 2-е изд., доп.. — М.: Советская энциклопедия, 1989. — 592 с. — 210 000 экз. — ISBN 5-85270-057-6.
  7. U.S. Census Bureau Delivers Washington's 2010 Census Population Totals, Including First Look at Race and Hispanic Origin Data for Legislative Redistricting (.xls). U.S. Census Bureau (23 февраль 2011). Дата обращения: апрель 2012. Архивировано 17 сентябрь 2012 года.
  8. GNIS Detail - Yakima (ингл.). Геологическая служба США. Дата обращения: 11 апрель 2012. Архивировано 17 сентябрь 2012 года.

Һылтанмалар үҙгәртергә