Юҡҡа сығып барыусы төрҙәр

Юҡҡа сығып барыусы төрҙәр (англ. Endangered species, EN) — һаны ныҡ кәмеп йәки башҡа сәбәптән үлеп бөтөү ҡурҡынысы янаған биологик төрҙәр.

Юҡҡа сығып барыусы төрҙәр
 Юҡҡа сығып барыусы төрҙәр Викимилектә

Юҡҡа сыға барыусы төр — таксономик төр, ләкин төр эсендә айырым төркөм дә булырға мөмкин .Мәҫәлән, төрсә(подвид). Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау союзы (ХТҺС) Юҡҡа сығып барыусыларға барлыҡ организмдарҙың 40 % -ы инә тип бара (2006 йылғы мәғлүмәттәр).[1] (Иҫкәрмә: Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау берекмәһе(ХТҺБ) ниндәйҙер дәрәжәлә хәүеф янаған бөтә төрҙәр тураһында ла мәғлүмәт йыя.)

Элек был турала бер кем дә борсолманы. Тиреһе, ите өсөн күпме кәрәк, шул хәтлем хайуандарҙы үлтерҙе. Халыҡ һанының артыуы, алыш-бирештең үҫеүе айырым төрҙәрҙең юҡҡа сығыуына килтерҙе.

Тик XVI быуат уртаһына ҡарай ғына һунар биләмәләренең бушауын күреп, йәнлектәрҙе аулауға сикләмәләр индерә башланылар. Әлбиттә, сикләү икенсе маҡсатты күҙ алдында тота: йәнлектәрҙең һанын тергеҙеү менән һунарҙы дауам итеүҙе.

Ә инде төрҙәрҙе ҡырыуҙан, бөтөнләй юҡҡа сығыуҙан ҡурсалаусы тәүге тыйыуҙар XIX быуаттың аҙағында ғына, Европаның үҙендә лә ҡайһы бер төрҙәр юҡҡа сыҡҡас ҡына индерелә башлай. Зубрҙар юҡҡа сыға яҙа, 1627 йылда — тур, 1918 йылда тарпан юҡ була.

Күп илдәрҙә айырым төрҙәрҙе һаҡлауға йүнәлтелгән закондар бар. Мәҫәлән, һунар итеүгә, ер ҙләштереүҙә сикләүҙәр йәки ҡурсаулыҡтар булдырыу. Ысынында, хәүеф янаған төрҙәрҙең бик әҙе генә юридик яҡтан яҡлау ала. Күпселеге иһә, йәмәғәтселектең күҙ уңына эләкмәй ҙә, яйлап ҡына юҡҡа сыға барыу өҫтөндә.

Һуңғы 150 йыл эсендә күп төрҙәрҙең юҡҡа сығыуы борсоу һала. Төрҙәрҙең юҡҡа сығыу тиҙлеге, Ер тарихының алдағы бөтә дәүерҙәренән 10-100 тапҡырға арттҡан.Әгәр ошо темп һаҡланһа, көсәйһә,алдағы ун йыллыҡта юҡҡа сығыусы төрҙәр миллионлап буласаҡ[2].

Күпселек кешеләр айырым имеҙеүселәрҙе йәки ҡоштарҙы һаҡлау өсөн теләктәшлек белдерһәләр ҙә, иң мөһим экологик проблема булып экосистемаларҙың тотороҡлоғына янаған хәүеф тора. Экосистеманы, мөхитте һаҡламайынса, төрҙәрҙе һаҡлап ҡалып булмай. Экосистемала аҙыҡ сылбырының иң мөһим быуыны булып торған төрҙәре юҡҡа сыға.

Һулда: Амур юлбарыҫы, юлбарыҫ төрсә. Юлбарыҫтарюҡҡа сығып барыусы хайуандар, ә амур юлбарыҫы хәле бигерәк тә киҫкен
Уңда : Аҡ юлбарыҫ

Төрҙәр юҡҡа сығыу ниндәй эҙемтәләргә килтерә

үҙгәртергә

Борсолоуға дүрт сәбәп бар:

  1. Биологик берәмек булараҡ төр юҡҡа сыға;
  2. Экосистеманың тотороҡлоғо боҙола;
  3. Башҡа төрҙәргә хәүеф тыуа;
  4. Генофонд өсөн кире ҡайтарғыһыҙ юғалтыу.

Төрҙең юҡҡа сығыуы тәбиғәтте ярлыландыра. Әхлаки яҡтан ҡарағанда ла, тәбиғи мөхитте һаҡлау- кешелектең бурысы. Ерҙәге һәр тереклектең йәшәүгә хоҡуғы бар. Экосистемала тотороҡлоҡ боҙолоуы аҙыҡ сылбырының өҙөлөнеүенән башлана. Бер төр юҡҡа сыҡтымы, икенсе төрҙә популяция тулҡындарында һикереш башлана. Был хәлдә экосистема ҡырҡа үҙгәреш кисерергә, хатта кире ҡайтҡыһыҙ үҙгәрергә мөмкин.

Дүртенсе сәбәп иң нескәһе. Сөнки һәр төр үҙенә генә хас генетик материал уникаль). Ҡабатланмаҫ үҙ ДНК-һы менән үҙенә генә хас химик матдәләр эшләй. Мәҫәлән, үҙәк Китай үҙәндәрендә татлы әрем үҫә. Ул үҫемлек артемизинин тигән препараттың берҙән-бер сығанағы. Артемизинин тапма ауырыуына ҡарата 100 проценты менән тәьҫир иткән көслө препарат (Jonietz, 2006). Был үҫемлек юҡҡа сыҡһа, тапма сиренә контроль күпкә көсөн юғалтасаҡ. Һәр төр менән уның үҙенә генә хас үҙенсәлекле матдәләре лә юҡҡа сыға. Төрҙәрҙең юҡҡа сығыуы менән әле беҙ асып, белеп өлгөрмәгән күпме матдәләр юғаласаҡ.

Төрҙәрҙең юҡҡа сығыуы тәбиғи һайланыш (миҫал, голоценда төрҙәрҙең күпләп ҡырылыуы) һөҙөмтәһендә лә булыуы мөмкин. Тик хәҙерге юҡҡа сығыуҙар үҙенә бер башҡа.Әгәр элек ул физик сәбәптәргә бәйле булған: ер ҡабығы шылыу, вулкан атылыу, метеориттар ҡолауы, күк есемдәре бәрелеү, климат үҙгәреүе.

Хәҙерге юҡҡа сығыуҙар бынан 100 000 йыл элек тирәһе, кешенең планета буйлап таралыуы, кеше эшмәкәрлегенән экосистемала көйләнештең боҙолоуы, йәшәү мөхиттәренең емерелеүе менән башланған. 100 000-дән 10 000 йыл элекке арауыҡ алтынсы юҡҡа сығыуҙың «беренсе фазаһы» тигән исем алған[3].

Икенсе фаза — 10 000 йыл элек ауыл хужалығы барлыҡҡа килеүенә бәйле. Хайуандарҙы ҡулға эйәләштереү башлана. Шулай итеп, кеше мөхитте үҙ мәйеленә үҙгәртеп йәшәргә һәләтле төр булараҡ таныта. Урындағы экосистеманан ситкә сығып йәшәй алыуы, популяция һанын сикләмәй арттыра алыуы, мөхиткә ҙур баҫым яһап, уны емереүгә алып килә: тропик урмандарҙы ҡырыу, рифтарҙы емереү, башҡа йәшәү мөхиттәрен юҡ итеү, төрҙәрҙе артыҡ тотоноу, экосистемаға сит төрҙәрҙе индереү, тупраҡты бысратыу, парник эффекты.[3]

Ҡайһы бер төрҙәр күҙ алдында юҡ ителә. Мәҫәлән, Стеллер һыйыры тәмле ите өсөн 30 йыл тирәһе арауыҡта юҡҡа сыға.

Һаҡлау статусы

үҙгәртергә

Төрҙең һаҡлау статусы — уның киләсәктә йәшәй алыуына ышаныс бирә. Бындай статус биргәндә күп факторҙар: төрҙең әлеге һаны ғына түгел, ә ваҡыт арауығында үҙгәреүе (арта, кәмей), тереклек иткән экосистемала заттарының һаны нормала булыу, янаған хәүеф, төргә тереклеген һаҡларға ярҙам итә алырлыҡ факторҙар иҫәпкә алына

Ҡыҙыл китап (МСОП)

үҙгәртергә
 
Ҡыҙыл китаптағы (МСОП) юҡҡа сығып барыусы төрҙәр «ҡурҡыныс аҫтындағы төрҙәр» рәтенә, шулай уҡ саҡта, быть частью «ҡурҡынысҡа дусар ителеүселәр» исемлегенең өлөше булырға мөмкин.

Төрҙең һаҡлау статусы буйынса һәр яҡлап ентекле мәғлүмәтте Ҡыҙыл китап (МСОП) бирә. Унда төрҙәр 9 категорияға бүленә:

Юҡҡа сыҡҡан (Extinct, EX) — һуңғы вәкиле юҡҡа сығыусы төр. Кеше ҡулында ла бер заты ла ҡалмаған. (Ирекһеҙ). Бында төрлө сәбәптәр менән 1500 йыл элек юҡҡа сыҡҡандар инмәй. (мәҫәлән, динозаврҙар).

  • Тәбиғәттә юҡҡа сыҡҡан (Extinct in the Wild, EW) — тәбиғәттә тулыһынса юҡҡа сыҡҡан, ләкин ирекһеҙ йәшәгән заттары бар.
  • Киҫкен ҡурҡыныс аҫтында (Critically Endangered, CR) — тәбиғәттә һаны бер нисә тиҫтәнән үтмәгән төрҙәр.
  • Курҡыныс аҫтында (Endangered, EN) —һаны күп кенә, тик билдәле сәбәптәр арҡаһында юҡҡа сығыуы ихтимал булған төрҙәр.
  • Хәүефле (сетерекле) (Vulnerable, VU) — күп һанлы төр, ләкин янаусы хәүеф бар (мәҫәлән, урман ҡырҡыу)
  • Юҡҡа сығыуға яҡын (Near Threatened, NT) — нығынып өлгөргән, тик хәүеф төркөменә төшөү хәүефе юғаллып бөтмәгән.
  • Ҙур булмаған ҡурҡыныс аҫтында (Least Concern, LC) — күп һанлы төр. Үҙ-үҙенә юҡҡа сығыу ихтималы әҙ булған төр. 2009 йылда был төркөмгә кешеләрҙе лә кереткәндәр.
  • Билдәһеҙ ,мәғлүмәттәр етерлек түгел (Data Deficient, DD) — Һаны асыҡ түгел төрҙәр
  • Тикшерелмәгән, өйрәнелмәгән (Not Evaluated, NE) — йәшәүенә янаған хәүефте бер нисек тә асыҡлап булмаған төр..

Юҡҡа сыҡҡандар исемлегенә 1500 йылдан юғалған төрҙәрҙе индерәләр. Уға тиклем европалылар бөтөнләй осрата алмағандар, сөнки Америка, Австралия асылмаған булған. Шулай уҡ йыш ҡына хайуандар тәбиғи сәбәптәрҙән үлгәндәр. Ул дәүерҙә браконьерлыҡ та була алмаған.Һунар итеүгә сикләүҙәр булмағанда ла, хайуандарҙың күплеге, ҡоралдар ябай булыуы промысло әһәмиәтендәге ҡиммәтле төрҙәрҙе лә һаҡлап торған. Юғалыу ҡурҡынысы янаған төрҙәрҙе төркөмләүҙә CITES (Convention on International Trade in Endangered Species of Wild Fauna and Flora) классификацияһы ла ҡулланыла. Был халыҡ-ара һатыу итеүҙең төргә зыян килтерерҙәй юлдарын тыйыуға йүнәлтелгән.

Төрҙәрҙе һаҡлау

үҙгәртергә

Ареалы бәләкәй булған осраҡта, төрҙәрҙе һаҡлау өсөн өс төрҙәге махсус биләмә булдырыла: заказник, ҡурсаулыҡ йәки милли парк.

Заказник билдәле ваҡытҡа һунарҙы тыя. Эшмәкәрлеге популяцияның һанын тергеҙеүгә йүнәлтелә. Кеше ул биләмәгә иркен кереп йөрөй алһа ла, хужалыҡ эшмәкәрлеге тыйыла.

Ҡурсаулыҡ хужалыҡ эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен дә, бөтөнләйгә тыя. Был урын кеше тәьҫиренән азат тәбиғәт эталоны. Унда ғалимдар ғына инә ала, фәнни эштәр алып бара.

Милли парк биләмәһе ике өлөштән тора. Бер өлөшендә туристар, ҡыҙыҡһыныусылар өсөн асыҡ. Икенсе өлөшендә ғалимдар фәнни эштәр алып бара. Унда ла хужалыҡ эштәре тыйылған. Ҙурлыҡтары төрлөсә.

Тәбиғәттә юҡҡа сығып та, ҡулда һаҡланған төрҙәр өсөн махсус питомниктар төҙөлә. Питомниктарҙа хайуандарҙы тәбиғәткә сығарыу өсөн әҙерлек эштәре алып баралар. Әммә бындай тырышлыҡтарҙың тик өстән бере генә уңышлы тамамлана(һөҙөмтә ниндәй төр булыуына ла, төрҙең ниндәй дәрәжәлә яҡлауға мохтаж булыуына бәйле түгел). Ҡайһы бер төрҙәргә ҡарата һаҡлау саралары күптән түгел генә күрелә башлаған. Мәҫәлән, алыҫ көнсығыш леопарды өсөн һунар 1956 йылда, һандары 50 тирәһе ҡалғас ҡына тыйыла (XX быуат башында өс тапҡырға тиерлек күберәк булғандар). Тик әлегәсә һандарын арттырыуҙа алға китеш күренмәй. Уларҙы браконьерҙар ҙа, зыян килтерә тип, һунарсылыҡ ойошмалары ла, болансылыҡ менән шөғәлләнеүселәр ҙә юҡ иткәндәр. Тәүҙә леопардтарҙы һаҡлау менән «Барсовый» һәм «Борисов платоһы» заказниктары менән «Кедровая Падь» ҡурсаулығы шөғәлләнгән булһа, улар юҡҡа сыҡҡас, урынына «Леопард ере» милли паркы төҙөлә[4].

Һаҡлауҙа сетерекле хәлдәр

үҙгәртергә

Ҡайһы бер закондар бәхәсле. Бәхәскә урындар байтаҡ: юҡҡа сығыу хәүефен баһалау өсөн критерий билдәләүҙә; Әгәр популяция һан яғынан тергеҙелһә, юҡҡа сығып барыусы тигән исемлектән алып ташлау өсөн критерийҙарҙы билдәләүҙә;һаҡлау өсөн дәүләт кимәлендә сикләнгән биләмә булдырыу зарурлығын асыҡлауҙа;шул осраҡта шәхси ер хужаларына компенсация түләү-түләмәү мәсьәләһендә; һаҡлау тураһында закондарға ҡарата нигеҙле ташламалар хаҡында.

Йыш ҡына «Ҡыҙыл китапҡа» индерелеү менән төр браконьерҙар һәм коллекционерҙар өсөн табышҡа әйләнеп китә. «Тыйылған емеш тәмле» осрағы башлана. Икенсе сетерекле яҡ, ер хужаһы биләмәһенән яҙырға теләмәйенсә, ундағы «ҡыҙыл китап» вәкилен шым ғына юҡ итергә йәки уның йәшәү мөхитен емереп унан ҡотолорға тырышыуы мөмкин.

Күп осраҡта төр насар һаҡланғанға түгел, ә һаҡлау дөрөҫ ойошторолмауҙан юҡҡа сыға. Мәҫәлән, гөбөргәйелдәрҙән Rafetus vietnamensis төрө киҫкен хәлдә дүрт кенә бөртөк тороп ҡалған. Вьетнамдағы боронғо риүәйәттәр буйынса Хоанкьем күлендәге был төрҙең ата заттары изгеләштерелгән. Ҡытай хакимлегенә ҡаршы сығыусы Ле Лой Тхуантхьен ҡылысын тап ошо күлдең гөбөргәйеленән алған һәм еңеүҙән һуң кире ҡайтарып биргән. Күлдең исеме лә шунан: Hồ Hoàn Kiếm-Ҡылысы кире ҡайтарылған күл. Тағын бер ата гөбөргәйел Ханой эргәһендәге икенсе бер күлдә йәшәй. Ҡалған икәүһе (ата һәм донъялағы берҙән-бер инә зат) Сучжоуҙа (ҠХР). Тик йомортҡалары аталанмауынан ата зат фертил түгел тигән һығымта килеп сыға.Әммә вьетнам йолалары буйынса кейәү янына кәләш үҙе килергә тейеш тип гөбөргәйелде Ҡытайға биргеләре килмәй. Ә Ҡытай Вьетнам үҙ-ара һәм ер өсөн көсөргәнешле хәлгә бәйле (Парасель утрауҙары, Спратли утрауҙары һәм башҡалар) кәләште Вьетнамға биреүҙән баш тарта. Ә инде сперма алырға тырышыу гөбөргәйел өсөн үлем менән тамаланыуы бар. Шулай итеп, был төрҙө ниндәй яҙмыш көтөүе билдәһеҙ[5].

Заттар һаны элеккеһенән тиҫтәләрсә артҡан осраҡта ла, ареалдары күпкә бәләкәй булыуы бар. Мәҫәлән, алыҫ көнсығыш леопарды (40 тирәһе зат) 400000 гектар, йәки 400 квадрат километр биләмәлә йәшәй. Уның да күп өлөше Китайға тура килә. Уларҙың таралыуына ҡалын ҡарҙан ҡурҡыуҙары ҡамасаулай. Әҙ һанлы булыуҙары һәм туған-ара ҡауышыуҙар арҡаһында генетик төрлөлөк бик ярлы. Был, үҙ сиратында лейкемия кеүек нәҫел сирҙәренең ҡалҡып сығыуына булышлыҡ итә.

Урмандарҙы ҡырҡыу, браконьерлыҡ (һөйәктәре көнсығыш медицинаһында юғары баһалана, тиреһенә лә һорау ҙур) ҙур хәүеф булып тора. Леопардтың тәбиғи дошмандары ла бар, амур юлбарыҫы. (отошло яғы-был биләмәлә йәнлектәр ныҡ һаҡлана (ә леопардҡа һунар 1956 йылдан ғына тыйыла). Күпмелер өлөше зоопаркта 1961 йылдан һаҡлана. Йыш ҡына унда икенсе төрсә(подвид) ҡытай леопарды менән ҡауышыуҙар осраштыра. Әммә ғалимдарҙың күпселеге был генетик яҡтан ныҡ ярлыланған популяция өсөн нәҫеллек материалын байытыу сығанағы тигән фекерҙә.

Уңышҡа ышанып етмәһәләр ҙә, леопардтарҙы тәбиғи шарттарға әҙерләү өсөн питомниктар төҙөү күҙаллана. Икенселәре, төп көстө ҡырағай популяцияны һаҡлауға йүнәлтеү яғында. Леопард йәшәгән биләмәләрҙә(262000 гектар ерҙә, ареалының 60 %), «Леопард ере» милли паркы төҙөлә. Бынан алда WWF, 2001 йылдан алып ун йыл буйына тегендә — бында бүлгеләнеп бөткән хужалыҡтарҙан һаҡлау майҙаны булдыра. Унда административ тораҡ, туристик комплекс һәм фәнни объект төҙөлә, алтмышҡа яҡын фотоау (фотоловушка) ҡуйыла. Паркта өс һаҡлау зонаһы — тейелгеһеҙ (бөтә төр, хатта фәнни маҡсатта ла тәьҫир тыйыла), керергә рөхсәт булған зона һәм фәнни зона (ғалимдар өсөн генә).

Элек леопардтар Хабаровсктан Пекинға һәм Төньяҡ Кореяның бер өлөшенә тиклем һуҙылған биләмәлә осраған. Браконьерлыҡ өсөн Рәсәйҙә хөкөм ҡаты -леопардты үлтергән өсөн 500000 һум штраф һәм 2 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү ҡаралған. Яһалма эйәрсендәрҙән күҙәтеү өсөн 2 леопардтың муйынсаһына мәғлүмәт тапшырып тороусы механизм (датчик) ҡуйылған. Был уларҙың күсеп йөрөүен күҙәтергә ярҙам итә. Тәүҙә клар бишәү була. Икәүһе сафтан сыға, берәүһен кемдер үлтерә[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә