Викидатала элемент юҡ

Юлтый  — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа осрай.

Этимологияһы үҙгәртергә

Юлтый баш.- юлда тыуған тигәнде аңлата[1]

Билдәле шәхестәр үҙгәртергә

Дауыт Юлтый (төп исеме Юлтыев Дауыт Исхаҡ улы; 18 апрель 1896 йыл (ҡайһы бер башҡа мәғләмәттәр буйынса 1893 йыл) — 10 июль 1938 йыл) — хәрби, дәүләт һәм партия органдары хеҙмәткәре, журналист һәм яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре. 1919 йылдан РКП (б), 1934 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Беренсе донъя һәм граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт әҙәбиәтенә, милли матбуғатҡа һәм милли театр сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. СССР яҙыусыларының 1-се Бөтә Союз съезы делегаты (Мәскәү, 1934). Сәйәси золом ҡорбаны.

Фамилиялар үҙгәртергә

Юлтыева Нинель Дауыт ҡыҙы (3 февраль 1926 йыл — 23 ноябрь 2014 йыл) — СССР балеринаһы, педагог, хореограф, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1941 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, 1946—1966 йылдарҙа Татар опера һәм балет театры солисы, 1969—1973 йылдарҙа баш балетмейстер; бер үк ваҡыытта 1972 йылдан Н. К. Крупская исемендәге Ленинград мәҙәниәт институтының Ҡазан филиалында хореография кафедраһы мөдире. Профессор (1985). РСФСР-ҙың (1957), Башҡортостан Республикаһының (1995) һәм Татарстан Республикаһының (1996) халыҡ артисы[1].РСФСР-ҙың[1].

Топонимдар үҙгәртергә

Юлтый — Ырымбур өлкәһе Ҡыҙыл Гвардия районы ауылы. Пушкин ауыл советы составына керә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ