Юлбарыҫ Бикбулатов

хәрби эшмәкәр

Юлбарыҫ Бикбулатов (1766—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында 15-се Башҡорт атлы полкы командиры.

Юлбарыҫ Бикбулатов
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1766
Тыуған урыны Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы
Верхнеурал өйәҙе, Рәсәй империяһы
Рысыҡай, Сосновка ауыл Советы, Белорет районы

Биографияһы үҙгәртергә

Юлбарыҫ Бикбулатов 1766 йылда тыуған. VIII ревизия (1834 йыл) материалдарына ярашлы дистанция башлығы һәм 14-се класс чиновнигы Юлбарыҫ Бикбулатов Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Ҡатай улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Белорет районы) Рысыҡай ауылында йәшәгән. Ҡатай ҡәбиләһе башҡорттарынан[1].

1811 йылдың майында 6-сы кантонының дистанция начальнигы булып хеҙмәт иткән Юлбарыҫ Бикбулатов армия походына әҙерләнеүсе полк менән етәкселек итә.

1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында 15-се Башҡорт атлы полкының командиры. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн ике көмөш миҙал («1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн», «1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә») менән бүләкләнә.

1820 йылдың 25 февралендә йорт страшинаһы Юлбарыҫ Бикбулатов 6-сы кантоны башлығы Аҡҡол Биктимеров, Ибраһим Айсыуаҡов, Буранбай Ҡотдосов менән бергә вазифаларын артыҡ файҙаланыуҙа ғәйепләнеп Сенат тарафынан Себергә һөргөнгә ебәрелә[2]. Ә. З. Әсфәндиәров буйынса, Себергә китеп барған юлда ҡасып китә[1].

Ғаиләһе үҙгәртергә

Ҡатыны — Гөлбәзир; улдары — Ҡужахмәт, Йәрмөхәмәт, Баймөхәмәт, Ҡаһарман, Ширғәзе һәм Бирғәле; ҡыҙы — Ҡарабикә[1].

Бүләктәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 Сулейманов Ф. М., Минишев Ю. А. Командиры 3-го и 15-го Башкирских полков: Файзулла Актаев и Юлбарс Бикбулатов // Вестник Челябинского государственного университета. — 2015. — № 2 (357). История. Вып. 62. — С. 31-35.
  2. Әсфәндиәров Ә. З. Биктимеровтар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Асфатуллин С. Г. Северные амуры в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2000. — С. 140-141. — 160 с. — ISBN 5-85051-181-4.