Эш ваҡыты

эштәге ваҡыт, пассив йәки актив хеҙмәт ваҡыты

Эш ваҡыты — эштәге ваҡыт, пассив йәки актив хеҙмәт ваҡыты.

Эш ваҡыты дөйөм ваҡыт берәмектәре, йәғни сәғәттәр, көндәр һәм башҡалар менән иҫәпләнә. Ҡануниәт башлыса эш көнө (смена) һәм эш аҙнаһы тигән үлсәмдәр менән файҙалана[1].

Производство календары үҙгәртергә

Производство календарында бөтә эш көндәре һәм эш көнө булмаған көндәр (ял көндәре һәм байрам көндәре) билдәләнә. Производство календары нигеҙендә көн, ай, йыл эсендәге эш ваҡыты нормаһы хисаплана.

Рәсәй Федерацияһы ял көндәренең һаны буйынса илдәр рейтингында йылдан йылға тәүге урындарҙың береһен биләп килә. Мәҫәлән, 2015 йылда 118 ял көнө була, был бөтә календарь көндәр һанының өстән берен тиерлек биләп тора.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. К. Н. Гусов, Э. Н. Бондаренко, К. Л. Крылов и др. Трудовое право: учебник для бакалавров / отв. ред. К. Н. Гусов. — Проспект, 2013. — С. 305.

Һылтанмалар үҙгәртергә

  1. Производственный календарь.