Эт тегәнәге
Эт тегәнәге
Сәскә атыусы үҫемлектең дөйөм күренеше
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Үҫемлектәр
Бүлексә: Ябыҡ орлоҡлолар
Класс: Ике өлөшлөләр
Тәртип: Астра сәскәлеләр
Ғаилә: Астралар
Ырыу: Эт тегәнәге
Төр: Череда трёхраздельная
Латинса исеме
Bidens tripartita L.[1]
Синонимдары

Һаҙ һырлан

ITIS 35709
NCBI 51276

Эт тегәнәге, һырлан, эт дегәнәге (урыҫ.череда́ трёхразде́льная, лат. Bídens tripartíta)астра сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, емештәре йәбешеп һырый торған ваҡ сәскәле бер йыллыҡ үлән.

Ботаник аңлатмаҮҙгәртергә

Ботаник иллюстрация. К. А. М. Линдман. «Bilder ur Nordens Flora», 1917—1926
 
Bidens tripartita

Тамыры нәҙек, үҙәкле, ныҡ тармаҡланған.

Һабағы яңғыҙ, тура, ҡыҙғылт төҫтә. Өҫтәрәк ҡапма- ҡаршы ботаҡлана.

Япраҡтары ҡаршылаш урынлашҡан. Япраҡ һаптары ҡыҫҡа.Япраҡ йәймәләре өс бүлкәтле.Һәр бүлкәте ланцет формаһында, ситтәре тешле.

Сәскәләре һары, көпшә һымаҡ сәскәләре һабаҡ остарында һәм ҡуйын үренделәренең осонда кәрзинкә сәскәлеккә йыйылған. Кәрзинкә төргәктәре ике ҡатлы.

Емеше  шына формаһында, тешле ике ҡылсығы булған орлоҡса (семянка) Шул үҙенсәлеге арҡаһында емештәре малдарҙың йөнөнә, кейемгә еңел генә эләгеп китә ала. Шуға ла, алыҫ араларға тарала ала.

Июнь аҙағынан сентябрға тиклем сәскә ата. Емештәре сентябрь— октябрҙә өлгөрә.

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Варис Ғүмәров. Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре
  • Губанов И. А., Киселёва К. В., Новиков В. С., Тихомиров В. Н. 1289. Bidens tripartita L. — Череда трёхраздельная // Иллюстрированный определитель растений Средней России. В 3-х томах — М.: Т-во науч. изд. КМК, Ин-т технолог. иссл, 2004. — Т. 3. Покрытосеменные (двудольные: раздельнолепестные). — С. 353. — ISBN 5-87317-163-7(рус.)

ҺылтанмаларҮҙгәртергә

  1. Species Plantarum 2: 831 (1753)