Эстония, ҡатнаш ылыҫлы һәм киң япраҡлы урмандар менән ҡапланған, Балтик диңгеҙе яры буйынса урынлашҡан бәләкәй генә ил. Ил биләмәләренең 48 % урман менән ҡапланған. Урмандар  илдең көнсығыш, үҙәк һәм көньяҡ өлөшөн ҡаплаған. Был урмандарҙа күпселектә шыршылыҡ һәм ҡатнаш ылыҫлы-киң япраҡлы ағастар үҫә. Илдең көньяҡ-көнсығышында башлыса ҡарағайҙар үҫһә, төньяҡ-көнбайышы дала үҫемлектәре менән ҡапланған. Илдең көнбайыш яғында һирәк урмандар, сағыл үҫемлектәр (рус. суходольная растительность) үҫкән үҙенсәлекле ландшафт ҙур биләмәләр алып тора[1].

Хайуандар үҙгәртергә

Эстония ерҙәренең күпселеге урмандар менән ҡапланғанға һәм халыҡ тығыҙлығы түбән булғанға күрә, европа һеләүһене, ҡабандар, һоро айыуҙар, мышылар кеүек хайуандар башҡа хайуандар араһында йәшәй ала. Эстония территорияһында 200 бүре йәшәй. Эстония өсөн 100 - 200 баш бүре оптималь тип һанала, алда екүрһәтелгән һан оптималь диапазондан артығыраҡ.

Һөтимәрҙәр үҙгәртергә

Бөжәк ашаусылар үҙгәртергә

  • Көнбайыш европа терпеһе
  • Төньяҡ аҡ түшле терпеһе
  • Европа көйәһе
  • Кесе туғырлама рус. Малая бурозубка
  • Ваҡ туғырлама рус. Крошечная бурозубка
  • Евразия һыу туғырламаһы рус. Евразийская водная бурозубка
  • Дөйөм туғырлама рус. Общая бурозубка

Ярғанаттар үҙгәртергә

  • һыуҙа йәшәүсе ярғанат
  • Брандт ярғанаты
  • мыйыҡлы ярғанат
  • төнгө һыу ярғанаты
  • Наттерер төнгө ярғанаты
  • һоро ҡолаҡлы ярғанат
  • кәрлә ярғанат  рус. нетопырь-карлик
  •  Сопрано ярғатаны рус. нетопырь Сопрано
  • сыбар ярғанат
  • ваҡ ярғанат

Ҡуян һымаҡтар үҙгәртергә

  • үрғуян
  • аҡҡуян

Кимереүселәр үҙгәртергә

  • ҡыҙыл тейендәр
  • осоусы тейендәр
  • азия әлгәнйәге
  • йылға ҡондоҙо
  • баҡса йоҡосоһо (садовая соня)
  • сәтләүек йоҡосоһо
  • урман сысҡансығы (лесная мышовка)
  • һоро ҡомаҡ
  • ҡара ҡомаҡ
  • урман сысҡаны
  • һарыбаш сысҡан
  • буйлы (ялан) сысҡаны
  • ваҡ сысҡан
  • йорт сысҡан
  • ондатра
  • төньяҡ-көнбайыш һыу ҡомағы
  • ҡыр сысҡаны
  • ҡара ҡыр сысҡаны
  • ер аҫты ҡыр сысҡаны

Йыртҡыс хайуандар үҙгәртергә

  • һоро бүре
  • ерән төлкө
  • янут эте
  • аҫ
  • йәтсә рус. ласка
  • европа шәшкеһе
  • европа көҙәне рус. Европейский хорек
  • америка шәшкеһе
  • европа ҡамаһы  рус. Европейская выдра
  • евразия бурһығы
  • ҡоно рус. росомаха
  • һыуһар
  • таш һыуһары
  • евразия һеләүһене 

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә