Эсперанто грамматикаһы

Эсперанто грамматикаһы — планлы эсперанто теле грамматикаһы.  Структураһы логикаға ҡоролғанлыҡтан, милли телдәр грамматикаларының күпселеге кеүек ҡатмарлы түгел. Бынан тыш, ябай аффикстар системаһы эсперанто өйрәнеүҙе еңелләштерә: уның ярҙамында таныш булған һүҙҙәр нигеҙендә үҙеңә башҡаларға аңлайышлы яңы һүҙҙәр барлыҡҡа килтерергә була, тимәк, күп төрлө тамырҙар өйрәнеү зарурлығы юҡ.

Эсперанто грамматикаһы
 Эсперанто грамматикаһы Викимилектә

Эсперантоның фундаменталь грамматикаһы  үҙгәртергә

Алфавиты үҙгәртергә

Аа, Bb, Cc, Ĉĉ, Dd, Ee, Ff, Gg, Ĝĝ, Hh, Ĥĥ, Ii, Jj, Ĵĵ, Kk, Ll, Mm, Nn, Oo, Pp, Rr, Ss, Ŝŝ, Tt, Uu, Ŭŭ, Vv, Zz. Иҫкәрмә:  ĉ, ĝ, ĥ, ĵ, ŝ, ŭ  хәрефтәрен хуп күрмәгән типографиялар улар урынына h-: ch, gh, hh, jh, sh, uh; йәки x-системаһын: cx, gx, hx, jx, sx, ux  ҡуллана ала.

Ҡағиҙәләр үҙгәртергә

Эсперанто грамматикаһы беренсе тел дәреслегендә ун алты ҡағиҙәгә таянып яҙыла һәм ирекле тәфсирләүҙә ул былайыраҡ күренә[1]:

  1. Билдәһеҙ  артикль юҡ; тик бар булған енестәр, килештәр һәм һандар өсөн тигеҙ билдәле артикль (la) генә бар. Иҫкәрмә: был  артикль башҡа телдәрҙәге кеүек ҡулланыла. Кемдәргә артикль ҡулланыу ҡатмарлы тойола, тәүге әҙер уны бөтөнләй ҡулланмаҫҡа ла була.
  2. Исемдәрҙең ялғауы -o-ға тамамлана. Күплек һанын формалаштырыу өсөн -j ялғауы ҡушыла. Ике генә килеше бар: төп һәм төшөм; төшөм килеш килеп сыҡһын өсөн төп килештәге һүҙгә  -n ялғауы ҡушыла. Ҡалған килештәр предлог ярҙамында барлыҡҡа килтерелә (эйәлек килеш — de, төбәү килеш — al, аблатив — per йәки мәғәнәһе менән бәйле башҡа предлогтар менән).
  3. Сифаттар -a ялғауына тамамлана. Килеше һәм һаны исемдәрҙәге кеүек. Сағыштырыу дәрәжәһе pli һүҙе, артыҡлыҡ дәрәжәһеplej һүҙе ярҙамында яһала; сағыштырыу дәрәжәһендә ol теркәүесе ҡулланыла.
  4. Фундаменталь (килеш менән үҙгәрмәүсе) һандар булып: unu (бер), du (ике), tri (өс), kvar (дүрт), kvin (биш), ses (алты), sep (ете), ok (һигеҙ), naŭ (туғыҙ), dek (ун), cent (йөҙ), mil (мең) тора. Тиҫтәләр һәм йөҙҙәр һандарҙы ябай берләштереү ярҙамында формалаша: (dudek (егерме), sescent (алты йөҙ)). Рәт һандарына сифат ялғауҙары ҡушыла; күплектә торғандарына —  -obl- суффиксыкәсер һандары өсөн  — -on-йыйыу һандарына — -op-. Рo предлогы урыҫ теленекенә оҡшатып ҡулланыла: po du pomoj (ике алма). Бынан тыш, һандар исем итеп тә (o ялғауын ҡушып) һәм рәүеш итеп тә(e ялғауы) ҡулланылыуы мөмкин.
  5. Зат алмаштары: mi (мин), vi (һин, һеҙ), li (он-ул), ŝi (она-ул), ĝi (ул, ғәҙәттә объектҡа, хайуанға йәки балаға ҡарата ҡулланыла), si (3-сө заттағы ҡайтарыу (возвратное) алмашы), ni (беҙ), ili (улар), oni (күплек һанындағы 3-сө затҡа тап килә); эйәлек алмаштары сифат ялғауҙары ҡушыу ярҙамында яһала. Килеш менән исем кеүек үҙгәрә.
  6. Ҡылымдар зат һәм һан менән үҙгәрмәй. Ҡылым формалары: хәҙерге заман -as ялғауын ала; үткән заман — -is; киләсәк заман — -os; шарт һөйкәлеше — -us; бойороҡ һөйкәлеше — -u; инфинитив — -i. Сифат ҡылым - ҡылымдан яһалған сифат йәки рәүештәр: хәҙерге заман сифат  ҡылым суффиксы -ant-; үткән заман сифат  ҡылым суффиксы — -int-; киләсәк заман сифат  ҡылым суффиксы — -ont-; үткән үткән заман сифат ҡылым суффиксы — -at-; үткән үткән заман сифат ҡылым суффиксы — -it-; киләсәк үткән заман сифат ҡылым суффиксы — -ot-.
  7. Рәүештәр -e ялғауына тамамлана; рәүештәрҙең сағыштырыу дәрәжәләре сифаттарҙыҡы кеүек.
  8. Бөтөн предлогтар үҙҙәренән үҙҙәре төп килеште талап итә.
  9. Һәр һүҙ нисек яҙыла, шулай уҡыла.
  10. Баҫым һәр ваҡыт арттан икенсе ижектә.
  11. Ҡушма һүҙҙәр ябай һүҙҙәрҙең ҡушылыуынан барлыҡҡа килгән (төп һүҙ иң һуңында яҙылған булған).
  12. Ике тапҡыр инҡар итеү (отрицание) күренеше юҡ. Йәғни neniu ne venis (никто не пришёл - бер кем дә килмәне) варианты дөрөҫ булмаясаҡ, ә neniu venis (һүҙмә-һүҙ: бер кем килде - никто пришёл) — дөрөҫ тип раҫлана (никто - бер кем дә түгел һүҙендә былай ҙа инҡар итеү бар). Иҫкәрмә. Ҡәтғи генә әйткәндә, "neniu ne venis" варианты дөрөҫ, әммә ул: "не нашлось никого, кто бы не пришел" - "килмәгән бер кем дә табылманы", йәғни "все пришли" - "барыһы ла килгән" тигәнде аңлата. Әммә был вариантты ғәҙәти телмәрҙә ҡулланыу кәрәкмәй, сөнки улай һөйләшеү ике тапҡыр инҡар итеүҙе ҡулланып һөйләшкән кешеләр өсөн ҡыйынлыҡтар тыуҙырыуы мөмкин.
  13. Йүнәлеште күрһәткәндә, һүҙҙәрҙә төшөм килеш ялғауы (sur tablo «на столе»-«өҫтәлДӘ», sur tablon «на стол»-«на өҫтәлГӘ») ҡулланыла.
  14. Бөтөн предлогтар ҙа айырым даими мәғәнәгә эйә. Әгәр һөйләмдәң мәғәнәһенә ярашлы кәрәкле предлог ҡулланып булмай икән, шул саҡта үҙе тәғәйен (айырым) мәғәнәгә эйә булмаған je предлогы ҡулланыла (мәҫәлән, сағыштырып ҡарағанда: je du metroj pli alta «на два метра выше»-«ике метрға бейегерәк»). Шулай уҡ предлогы булмаған төшөм килеш ҡулланыу мөмкин (du metrojn pli alta «на два метра выше»).
  15. Күпселек телдәр бер сығанаҡтан үҙләштергән һүҙҙәр (интернационализмдар), употребляются в эсперантола үҙгәрешһеҙ, «нисек бар - шулай» ҡулланыла, ләкин эсперанто орфографияһына буйһонорға кәрәк(nacio «нация»-«милләт»). Әгәр бер тамырҙан алынған һүҙҙәр килә икән, уларҙың тик һүҙьяһлыш нигеҙе генә үҙләштерелә, ә ҡалған һүҙҙәр унан эсперанто ҡағиҙәләренә генә таянып яһала (nacia «национальный»-«милли» ).
  16. la артиклендә исемдең -o һәм -a ялғауҙары алып ташланыуы һәм апостроф менән алмаштырылыуы мөмкин (әйтелмәйәсәк).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

  1. Точный оригинальный текст первой грамматики на сайте Академии эсперанто