Э́рик А́ртур Ха́йден (ингл. Eric Arthur Heiden, 14 июнь 1958 йыл, Мэдисон, Висконсин, АҠШ) — Америка конькиҙа йүгереүсеһе.

Эрик Хайден
Шәхси мәғлүмәт
Енесе

ир-ат

Тулы исеме

ингл. Eric Arthur Heiden

Специализация

Универсал

Тыуған датаһы

14 июнь 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (65 йәш)

Тыуған ере

АҠШ, Висконсин штаты, Мэдисон ҡалаһы

[[commons:Category: Eric Heiden Викимилектә|Аудио, фото, видео]] на Викискладе

Биографияһы үҙгәртергә

Эрик Артур Хайден 1958 йылдың 14 июнендә АҠШ-тың Винконсин штаты Мэдисон ҡалаһында тыуған[1].

1976 йылғы Инсбруктағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында дебют сығышы була, бында ун ете йәшендә 1500 һәм 5000 метр дистанцияларында йүгереп 7-се һәм 9-сы урындар ала.

1980 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарында 500, 1000, 1500, 5000 һәм 10 000 метр дистанцияларында биш тапҡыр олимпия чемпионы була. Барлыҡ биш дистанцияларҙы бер Олимпия уйындарында еңгән тарихта берҙән-бер конькиҙа йүгереүсе. Бөтә еңеүҙәре олимпия рекордтары менән яулана[2], ә 10 000 метр дистанцияға йүгереү шулай уҡ донъя рекорды булып китә. Классик күпбәйге буйынса өс тапҡыр донъя чемпионы (1977—1979), спринт күпбәйгеһе буйынса дүрт тапҡыр донъя чемпионы (1977—1980), 15 донъя рекордын урынлаштыра.

Конькиҙа йүгереүсе карьераһын 1980 йылғы донъя чемпионатынан һуң тамамлай, аҙаҡ профессиональ рәүештә велоспорт менән шөғөлләнә[2]. 1985 йылда профессионалдар араһында велоспорт буйынса АҠШ чемпионы була[3], «Джиро д’Италия» (1985) һәм «Тур де Франс» (1986) велотурҙарында ҡатнаша.

1980 йылда Эрик Хайден АҠШ-тың олимпия йыйылма командаһы ағзаһы була, әммә сәйәси бойкотлау арҡаһында Мәскәүҙәге Йәйге Олимпиадала ҡатнаша алмай[1].

Спорт карьераһы тамамланғандан һуң медицина белемен ала[1].

2002 йылда Солт-Лейк-Ситилағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында АҠШ олимпия йыйылма командаһының спорт табибы һәм консультанты була[1].

1980 йылда АҠШ-та иң яҡшы үҙешмәкәр спортсы булараҡ Джеймс Салливан призын ала[4]. 1983 йылда АҠШ-тың Олимпия дан залына индерелә, ә 1990 йылда Висконсин штатының Спорт даны залына кертелә[1].

Ғаиләһе үҙгәртергә

Атаһы — Джек велосипедист һәм фехтование буйынса донъя экс-чемпионы була. Әсәһе — Нэнси, теннис, йөҙөү, велоспорт менән шөғөлләнә[1]. Һеңлеһе Эрика Бет Хайден (1959 й. т.) шулай уҡ конькиҙа йүгереү һәм велоспорт менән шөғөлләнә, 1980 йылда Лейк-Плэсидалағы Олимпиадала 3000 метр дистанцияһында бронза миҙалын яулай, шулай уҡ конькиҙа йүгереү һәм велоспорт буйынса донъя чемпионы була[2].

Һөҙөмтәләре үҙгәртергә

Йыл Олимпия уйындары Донъя чемпионаты
классик күпбәйге
Донъя чемпионаты
спринт күпбәйгеһе
Донъя чемпионаты
юниорҙар араһында
1976 7-сe 1500 м
9-сы 5000 м
5-се
( ,16,6,13)
 
(6, , , )
1977  
( ,9, , )
 
( , ,6, )
 
( , , , )
1978  
( , , ,5)
 
( , , , )
 
( , , , )
1979  
( , , , )
 
( , , , )
1980   500 м
  1000 м
  1500 м
  5000 м
  10000 м
 
( ,6, ,6)
 
( , , , )

  • Классик күпбәйге өсөн йәйә эсендә айырым дистанцияларҙа (500, 5000, 1500, 10000 метрҙар) урвндар күрһәтелгән.
  • Спринт күпбәйгеһе өсөн йәйә эсендә айырым дистанцияларҙа (500, 1000, 500, 1000 метрҙар) урындар күрһәтелгән.
  • Юниорҙар араһында донъя чемпионаты өсөн йәйә эсендә айырым дистанцияларҙа (500, 3000, 1500, 5000 метрҙар) урвндар күрһәтелгән.

Донъя рекордтары үҙгәртергә

Дистанция Һөҙөмтә Дата Урын
1500 м юниорҙар 2.02,75 Ғинуар 18, 1976   Мадонна-ди-Кампильо
5000 м юниорҙар 7.30,23 Февраль 20, 1977   Инцель
1500 м юниорҙар 1.59,46 Февраль 20, 1977   Инцель
Сумма юниорҙар 168.716 Февраль 19-20, 1977   Инцель
3000 м юниорҙар 4.16,2 Февраль 4, 1977   Монреаль
Күпбәйге
юниорҙар
166.584 Февраль 4-5, 1977   Монреаль
5000 м юниорҙар 7.23,54 Февраль 5, 1978   Монреаль
3000 м 4.07,01 Март 2, 1978   Инцель
1000 м 1.14,99 Март 12, 1978   Савален
Күпбәйге 162.973 Февраль 11, 1979   Осло
1000 м 1.14,99 Февраль 17, 1979   Инцель
3000 м 4.06,91 Март 18, 1979   Савален
1000 м 1.13,60 Январь 13, 1980   Давос
Спринт
күпбәйгеһе
150.250 Ғинуар 13, 1980   Давос
1500 м 1.54,79 Ғинуар 19, 1980   Давос
10000 м 14.28,13 Февраль 23, 1980   Лейк-Плэсид

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 5 золотых медалей на одних зимних Олимпийских играх. Дата обращения: 30 март 2015. 2015 йыл 25 апрель архивланған.
  2. 2,0 2,1 2,2 Эрик Хайден - olympteka. Дата обращения: 30 март 2015.
  3. Eric Heiden. Sports-Reference.com. Дата обращения: 2 март 2014. 2008 йыл 29 декабрь архивланған.
  4. Eric Heiden wins Sullivan Award. Milwaukee Journal Sentinel (3 февраль 1981). Дата обращения: 2 март 2014. 2012 йыл 13 июль архивланған.

Һылтанмалар үҙгәртергә