Эмма Элизабет Нордин (швед. Emma Elisabeth Nordin; тыуған. 22 март, 1991, Эрншельдсвик, Швеция) — швед хоккейсыһы, ЖХК «Лулео-МССК» командаһы һәм Швеция милли йыйылма командаһы һөжүмсеһе. Дүрт тапҡыр Швеция чемпионы, чемпионаттар тарихында шайбаларҙы ике йыл рәттән бәреп индереү һаны буйынса икенсе урынды биләүсе (2018 һәм 2019 йыл), Швецияның «йыл уйынсыһы» тип танылыусы. 2010, 2014 һәм 2018 йылдарҙа Олимпия уйындарында һәм 6 тапҡыр донъя чемпионаттарында ҡатнашыусы.

Эмма Нордин
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Швеция
Ҡушамат Emsi[1]
Тыуған көнө 22 март 1991({{padleft:1991|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (33 йәш)
Тыуған урыны Эрншёльдсвик[d], Вестерноррланд[d], Швеция[2]
Һөнәр төрө хоккейсы
Командалағы уйын позицияһы һөжүмсе[d]
Спорт командаһы ағзаһы МОДО[d]
Масса 155 фунт
Спорт төрө Шайбалы хоккей[3]
Ударная рука левый[d]
Ҡатнашыусы 2010 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындары[d] һәм 2014 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындары
Бейеклеге/буйы 168 сантиметр[1]

Карьераһы үҙгәртергә

Эмма Нордин үҙенең профессиональ карьераһын 13 йәшендә үҙе тыуған Эрншёльдсвик ҡалаһының МОДО клубы өсөн башлай. 2011/2012 миҙгел алдынан команда капитанының ассистент итеп тәғәйенләнә, ә был миҙгелдең һөҙөмтәләре буйынса беренсе тапҡыр Швеция чемпионы була.

2015 йылда Нордин яңы «Лулео-МССК» клубына күсә. Яңы командала үҙе өсөн бик мөһим тәүге булған плей-оффтың һуңғы уйындарында, быға тиклем үткән милли команда составындағы ярыштарҙа йәрәхәтләнеүе арҡаһында, уйнай алмауына ҡарамаҫтан, 31 матчта спортсы 31 шайба индерә һәм 62 мәрәй йыя; был уның хоккейсы карьераһындағы иң яҡшы һөҙөмтә булып тора. Был миҙгелдә шайбалар индереү һаны буйынса ул өсөнсө була һәм «йыл һөжүмсеһе» тип таныла, ә ул уйнаған клуб беренсе тапҡыр чемпионаттың еңеүсеһе була.

2018/2019 йылдар миҙгелендә Нордин үҙе кереткән шайбалар һанын тағын да ҡабатлай: дәғүәселәр ҡапҡаһына 31 шайба бәреп индерә һәм чемпионаттың иң шәп голеадоры була, ә йыйған 59 мәрәйе буйынса — миҙгел күрһәткесе буйынса өсөнсө урынды биләй.

2019/2020 йылдар миҙгелендә арҡаһы йәрәхәтләнеүе арҡаһында чемпионаттың 13 матчында ҡатнаша алмаһа ла, Эмма Элизабет Нординдың йыйған 35 мәрәйе «Лулео-МССК» командаһына плей-оффҡа инергә ярҙам итә. Ләкин COVID-19 пандемияһы арҡаһында Швеция чемпионаты үткәрелмәй ҡала, ә Нордин, быны дөрөҫ эшләнелде тип иғлан итә, сөнки был осраҡта бөтә командалар ҙа бер үк хәлдә булған була[4].

Йыйылма командаһындағы карьераһы үҙгәртергә

Нордин 18 йәшкә тиклемгеләр араһындағы Швеция йыйылма командаһы составында ике тапҡыр донъя юниорҙар чемпионатында ҡатнаша: 2008 йылда бергә «тре крунур» менән бергә 4-се урында була, ә 2009 йылда «бронза» миҙал яулай.

2008 йылдан алып спортсы Швецияның өлкәндәр командаһы өсөн сығыш яһай. Был команда составында ул ҙур ярыштарҙа ҡатнаша: 2008, 2009, 2011, 2015, 2017, 2019 йылдарҙағы донъя чемпионаттарында һәм 2010, 2014 һәм 2018 йылдарҙа Ҡышҡы Олимпия уйындарында сығыш яһай, әммә был ярыштарҙа илдең йыйылма командаһы миҙал яулай алмай.

Иҫкәрмә үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Olympedia (ингл.) — 2006.
  2. Emma Nordin // выгрузка данных FreebaseGoogle.
  3. https://www.eurohockey.com/player/106903-.html (ингл.)
  4. Ronnie Rönnkvist. På väg tillbaka efter skadehelvetet – men oklart om det blir mer landslagsspel (швед.) (22 апрель 2020). Дата обращения: 13 март 2021.

Һылтанмалар үҙгәртергә