Эйә — башҡорт мифологияһында персонаж.

Эйә
Мифология

Башҡорт мифологияһы

Тарихы үҙгәртергә

Эйә тураһындағы күҙаллауҙар халыктың боронғо анимистик инаныуҙарына ҡарай. Был ышаныуҙар беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған.

Ҡылыһырлама үҙгәртергә

Эйә түбәндәгеләргә айырыла:

Һыу эйәһе — тылсымлы таяҡҡа таяныусы оҙон аҡ кейем кейгән сал сәсле ҡарт ҡиәфәтендә күҙаллана. Һыу эйәһе көн һайын үҙенең биләмәләрен тикшерә, кисен ярға сыға, кешене һыуға батырырға мөмкин, ҡайһы ваҡыт ҡурҡыныс тураһында киҫәтә. Уға ҡарата намыҫһыҙ мөнәсәбәт (һыуҙы бысратыу һ.б.) бәхетһеҙлеккә килтерә.

Беренсе тапҡыр һыуға барғанда, мәҫәлән, туй йолалары ваҡытында кәләш тарафынан, ғәҙәттә, уға бүләк бирелгән. Һыу эйәһенең асыуы һыу баҫыу сәбәбе булып тора, тип һаналған.

Һыу эйәһе хакимлығында ямғыр ҙа бар. Ямғыр һорап кешеләрҙе һыуға ташлау — Һыу эйәһенә ҡорбан килтереүҙең булған ритуалын имитациялау. Һыу стихияһының рухтары аттарға һәүәҫ булған (аттар һыуҙан тыуған тип иҫәпләнгән — Ат культы), төндәрен уларҙа атланып йөрөгәндәр, ялдарын үргәндәр).

Һыу инәһе — һыу рухы, оҙон сәсле ҡатын, йәки Һыу ҡыҙы (Һыуһылыу, Һыубикә). Һыу сибәре төн уртаһында йәки таң алдынан, ялтырап торған балыҡ тәңкәләренән тегелгән кейемдә йылға йәки күл буйына сәғып, алтын тараҡ менән алтынһыу сәстәрен тараған, тип һаналған. Уның тураһында күҙаллауҙар "Аҡбуҙат", "Заятуләк менән Һыуһылыу" эпостарында бар.

Тау эйәһе — тау рухы, кешеләргә ҡарт ҡиәфәтендә күҙаллана, ҡайһы берҙә зооморф һыҙаттарына эйә була.

Тау эйәһенең асыуы дауыл тыуҙыра, шуға күрә уның асыуын килтермәҫ өсөн тауҙа шау-шыу, һүгенеү, кәрәкмәгәнгә ағас һындырыу тыйыла. Тау эйәһенә бүләккә таштарҙа тәңкә ҡалдырыу, тау битләүҙәрендә үҫеүсе ағастарға төрлө төҫтәге ҡорамалар, мунсаҡтар элеү йолаһы бар.

Таш ҡыуыш эйәһе, мәмерйә эйәһе — ғәҙәттә күҙгә күренмәй, әммә мәмерйә янында уның тауышын ишетергә мөмкин. Кешеләргә ул ҡош, төлкө, йылан һ.б., ә айырым кешеләргә Аҡбуҙаттағы һыбайлы рәүешендә күҙаллана.

Өй эйәһе, йорт эйәһе — йорт, ихата, йорт хужалығы рух-хужаһы. Сал сәсле ҡарт ҡиәфәтендә, төрлө хауандарға (быҙау, эт, йылан) әйләнә ала. Кешегә күршеһе, туғаны, үлгән атаһы йәки олатаһы ҡиәфәтендә килеп, яҡшылыҡ йәки бәхетһеҙлек килерен әйтә.

Өй эйәһе кешене һәм уның ғаиләһен бәхетһеҙлектәрҙән, ауырыуҙарҙан, яуыз рухтарҙан, төрлө боҙомдарҙан яҡлаусы рух-ҡурсалаусыларға ҡарай. Боронғо заманда йорт эйәһенән ҡатын-ҡыҙҙың бала табыу эше һуҙылғанда ярҙам һорағандар.

Өй эйәһенең йәшәү урыны — мейес, түшәм, иҙән аҫты, өй мөйөшө, ишек, ат аҙбары, бесәнлек. Кеше йортта тыныслыҡ һаҡларға, йәм булдырырға, йолалар ярҙамында Өй эйәһенә хөрмәтле мөнәсәбәттә тейеш, юғиһә рух китә һәм өйҙөң ҡото ла — тормош именлеге, бәхет, этә уңыштар китә, йорт муллыҡтан мәхрүм ҡала. Яңы йортҡа күсенгәндә Йорт эйәһен саҡырыуҙың махсус йолаһын (эйә саҡырыу) башҡарғандар.

Аҙбар эйәһе, һарай, кәртә эйәһе — мал һарайы хужаһы. Кәртә эйәһе бесәнлектә, ат аҙбарында йәшәй тип иҫәпләнә. Өҫтөнә һарыҡ треһе ябынған ҡарт ҡиәфәтендә күҙаллана йәки берәй хайуан, өй хужаһы, күрше-күлән ҡиәфәтендә күренә. Инаныуҙар буйынса, аҙбар эйәһе — кешегә ярҙам итеүсе яҡшы зат, уның барлыҡҡа килеүе, ғәҙәттә, яҡшы билдә булып тора. Ул көтөүҙән йоҡлап ҡалған хужабикәләрҙе, йәш быҙауы, бәрәсе туңа башлаған хужаларҙы күршеләре, туғандары тауышы менән уята, кәртә-ҡураны, ҡош-ҡортто төрлө яман заттарҙан һаҡлай, янғын сығыу тураһында иҫкәртә һ.б.

Уның асыуын булдырмаҫ өсөн хайуандарҙы ҡыйнау тыйыла, сөнки аяҡ-ҡулдарҙы фалиж һуғыуы мөмкин, шулай уҡ ҡарт хайуандарҙы һатырға ярамай, тип һанала. Юғиһә, Аҙбар эйәһе үс итеп бөтә мал-тыуарҙы ҡырып бөтөрә алған.

Мунса эйәһе — мунса рухы. Кескенә ялҡын йәки ҡуйы төтөн рәүешендә күҙаллана. Һүнгән мейестән барлыҡҡа килә һәм мунсанан иҙән буйлап шыуышып сыға. Шаярырға ярата: йыуынып торған кешенең аяҡтарынан тарта, миндеккә йәбешә һ.б. Бындай һәләттәре мунса эйәһен яуыз рухҡа әйләндерә, ә мунса ен ояһы кеүек ҡабул ителә башлай (төн уртаһында йыуыныу тыйыла).

Рух-эйәләр тураһында күҙаллауҙар башҡа халыҡтарҙың мифологияларында ла бар[1].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Мифологическая энциклопедия: Боги народов мира. Пантеоны богов народов мира. Дата обращения: 31 октябрь 2013. Архивировано из оригинала 1 ноябрь 2013 года. 2013 йыл 1 ноябрь архивланған.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Башҡорт халыҡ ижады. 1-се т. Йола фольклоры. Өфө, 1995.
  • Руденко С. И. Башкиры: историко-этнографические. очерки. Уфа, 2006.
  • Сулейманова М. Н. Доисламские верования и обряды башкир. Уфа, 2005.
  • Хисамитдинова Ф. Г. Мифологический словарь башкирского языка. Уфа, 2010.

Һылтанмалар үҙгәртергә