Эвелина Самуэльссон

Эвелина Луиза Самуэльссон (швед. Evelina Louise Samuelsson; 14 март 1984 йыл) — швед хоккейсыһы, һул һөжүм итеүсе позицияһында уйнай. 1999 йылдан 2005 йылға тиклем АИК клубы өсөн уйнай. 2016/17 миҙгелендә «Ханинг Анкорс» команда сығыш яһай. Швеция милли йыйылма командаһы уйынсыһы, 72 халыҡ-ара уйындарҙа уйнай. 2002 йылдарҙағы Ҡышҡы олимпия уйындары һәм 2005 йылғы шайба менән хоккей буйынса донъя чемпионаттарының бронза призеры. Швеция чемпионаттарының күп тапҡыр призеры. Карьераһын сандырын йәрәхәтләүе арҡаһында тамамлай.

Эвелина Самуэльссон
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Sweden.svg Швеция
Тыуған көнө 14 март 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (38 йәш)
Тыуған урыны Стокгольм, Швеция
Һөнәр төрө хоккейсы
Спорт командаһы ағзаһы АИК[d]
Ауырлығы 60 килограмм
Спорт төрө Шайбалы хоккей[1]
Ҡатнашыусы 2002 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындары[d]
Бейеклеге/буйы 160 сантиметр

БиографияһыҮҙгәртергә

Эвелина Самуэльссон Стокгольмдың Мерста ленаһында тыуған. Хоккей менән Стокгольмдан ситтә урынлашҡан «Арланда» командаһында малайҙар менән бергә шөғөлләнә башлай. Самуэльссон ҡыҙҙарҙан беренсе булып, командаға һайлап алына. Һуңғараҡ ул АИК ҡатын-ҡыҙҙар клубында сығыш яһай башлай. Самуэльссон 15 йәшендә «Арланда» үҫмерҙәр командаһының капитаны булып тәғәйенләнә. Тренер Ханс Андерссон Самуэльссондың юғары психологик тотороҡлоғон билдәләй[2]. АИК составында Эвелина Швеция чемпионатында өс тапҡыр финалда уйнай, уйындар барыһы ла «Мелархёйден/Бреденг» командаһының еңеүе менән тамамлана. 16 йәшендә ул беренсе тапҡыр Швеция йыйылма командаһында сығыш яһай[3]. Эвелина Миссиссогала 2000 йылғы донъя чемпионатында ҡатнаша. 5 турнир уйындарында уйнай, һөҙөмтәләре булмай. Киләһе донъя беренселегендә Эвелина Швеция йыйылма командаһы иң яҡшы ассистенты һәм бомбардиры була. 2001/02 миҙгелендә үҙенең беренсе Олимпиадаһында сығыш яһарға әҙерләнә. 17 йәшлек Самуэльссон йыйылма командаһы составына инә. Ул ҡапҡасы Мартин Ким менән бергә милли турнирҙа команданың уңышында хәл иткес роль уйнай. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың шайба менән хоккей буйынса Финляндия йыйылма командаһына ҡаршы 3-сө урын өсөн матчта Эвелина ике шайба индерә, икенсе шайбаһы Швеция йыйылма командаһына Олимпиаданың бронза миҙалын килтерә[4].

Олимпия уйындарынан һуң 2002 йылда Самуэльссондың сандыр менән проблемалары башлана. Ғәмәлдә ул 2002/03 миҙгелендә Швеция йыйылма командаһы өсөн уйнай алмай. Миҙгел тамаманғандан һуң Эвелина карьераһын бер йылға туҡтатып тора. 2004/05 миҙгелендә күнекмәләрен яңырта. Швеция чемпионатының финал раунында АИК-тың иң яҡшы бомбардиры була. Ҡабаттан илдең йыйылма командаһына саҡырыу ала[5]. Эвелина 2005 донъя чемпионатында уйнай, унда һөҙөмтәлелек күрһәтә алмай. Турнир тамамланғандан һуң үҙ карьераһын йәрәхәттә арҡаһында тамамлай[3]. 12 йыл үткәс, 2017 йылда ул карьераһын яңыртырға ҡарар итә. Самуэльссон Швеция чемпионатының беренсе дивизионынан төп милли лигаға сығыуға квалификация турнирында уйнау өсөн «Ханинг Анкорс» командаһына ҡушыла. Турнирҙың 7 уйынында бер һөҙөмтәле тапшырыу менән билдәләнә, турнирҙы «Ханинге» һуңғы урында тамамлай[6]. 2006/07 йылдар миҙгеленән һуң Самуэльссон башҡаса хоккей матчтарында ҡатнашмай[7].

Уйын стилеҮҙгәртергә

Самуэльссон етеҙлек, техниклыҡ һәм теүәллек менән айырыла. Белгестәр фекеренсә, ул ҙур булмаған габаритын яңшы шыуыу кимәле менән компенсациялай. Өҫтәүенә Эвелина майҙанда бергә-бер алыштан ситкә китмәй. Самуэльссон уйындар һәм күнекмәләр ваҡытында юғары концентрация менән эш итә[2][8].

СтатистикаҮҙгәртергә

КлубҮҙгәртергә

Даими миҙгел Плей-офф
Миҙгел Команда Лига И Г П О Штр +/− И Г П О Штр +/−
2001/02 АИК Беренсе дивизион (ж) (Ш) - - - - - - 5 7 5 12 8 0
2002/03 АИК Беренсе дивизион (ж) (Ш) - - - - - - 5 3 3 6 12 10
2004/05 АИК Беренсе дивизион (ж) (Ш) - - - - - - 5 7 5 12 10 8
2016/17a Ханинг Анкорс Беренсе дивизион (ж) (Ш) 7 0 1 1 8
  • a Булған «Плей-офф» квалификация турнирында уйынсылары статистика иҫәпкә алынған.

Халыҡ-араҮҙгәртергә

Йыл Йыйылма командаһы Турнир Урын И Г П О Штр +/−
2000 Швеция Донъя чемпионаты 4 5 0 0 0 0 1
2001 Швеция Донъя чемпионаты 7 5 2 3 5 4 -2
2002 Швеция ОИ   5 2 0 2 0 -3
2005 Швеция Донъя чемпионаты   4 0 0 0 0 -4
Барыһы 19 4 3 7 4 -8

ҠаҙаныштарыҮҙгәртергә

Командала
Йыл Команда Ҡаҙаныштар
Клуб
2000, 2001, 2003 АИК   Швеция чемпионатының көмөш призеры (3)
2002 АИК   Швеция чемпионаттың бронза миҙалы
Халыҡ-ара
2002 Швеция   Олимпия уйындарының бронза призеры
2005 Швеция   Донъя чемпионатының бронза призеры

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. https://www.eurohockey.com/player/98664-.html (ингл.)
  2. 2,0 2,1 Ulla Skiden. Evelina Samuelsson Article (билдәһеҙ). whockey.com.
  3. 3,0 3,1 Evelina Samuelsson (билдәһеҙ). Олимпийский комитет Швеции.
  4. SALT LAKE CITY, 2002: Magda klev in i svenska hjärtan (билдәһеҙ). Expressen (29 декабрь 2009).
  5. Damlandslagets trupp till hemma-VM uttagen (билдәһеҙ). Aftonbladet (14 март 2005).
  6. Championnat de Suède féminin 2016/17 (билдәһеҙ). Hockeyarchives.info.
  7. Evelina Samuelsson (билдәһеҙ). Eliteprospects.com.
  8. JULKALENDERN 21/12: Bronshjältinnan från 2002 (билдәһеҙ). hockeysverige.se (21 декабрь 2017).