Ырау (Инйәр ҡушылдығы)

Ырау (рус. Рау) — Башҡортостандағы (Рәсәй) тау йылғаһы. Башҡортостан[1] биләмәләрендә аға. Ул Көьяҡ Уралдың иң бейек таулы өлөшөндә аға, тәбиғәте лә тау йылғаларына хас. Яҙҙарын ҡар һыуҙарынан, ямғырлы йылдарҙа яуым-төшөмдән таша. Тау-таш араһынан аҡҡан йылғаларға хас булғанса, шаршылары күп. Йылға Белорет районы Инйәр йылғаһының һул ярына тамағынан 66 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 16 км.

Ырау
Характеристика
Оҙонлоғо 16 км
Һыу ағымы
Тамағы Инйәр йылғаһы
 · Урынлашыуы һул ярына тамағынан 66 км өҫтәрәк
 · Координаталар 54°26′33″ с. ш. 57°09′20″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны

Илдәр Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Башҡортостан
РДҺР 10010200612111100019812

Һыу реестры мәғлүмәттәре

үҙгәртергә

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Эҫем йылғаһы, йылға башынан тамағына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[2].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса[2]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010200612111100019812
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111101981
  • Бассейн коды — 10.01.02.006
  • ГӨ буйынса һаны (номеры) — 11
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 1

Этимологияһы

үҙгәртергә

Йылғаның атамаһы урыҫса Рау тип йөрөтөлә. Башҡортса атамаһы Ырау, урыҫ грамматикаһына ярашлы, һүҙ башында «Ы» хәрефе булмай тип, шулай яҙып алып киткәндәр. Башҡорт телендәге «Ырамлы» «Ырап барған»[3] тигән һүҙҙәрҙең синонимы, тотҡарлыҡһыҙ тигән мәғәнә бирә.

Күрше Архангел районы менән сиктәш шулай уҡ Ыраутау тигән һырт та бар. Шул тауҙағы тимер юл станцияһы ла «Ыраутау» (Равтау) тип атала.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. «Гидротехник ҡоролмалар һәм дәүләт һыу кадастрының Рәсәй Үҙәк реестры».
  2. 2,0 2,1 РФ һыу реестры: Ырау.
  3. Башҡорт теленең һүҙлеге, 2-се том. — Мәскәү, 1993. −697-се бит

Сығанаҡтар

үҙгәртергә