Щербаков Павел Фёдорович
Щербаков Павел Фёдорович (27 май 1924 йыл — 7 март 1945 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир. Гвардия кесе лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).
Щербаков Павел Фёдорович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 27 май 1924 |
Тыуған урыны | Фёдоровка[d], Фёдоровский район[d] |
Вафат булған көнө | 7 март 1945 (20 йәш) |
Вафат булған урыны | Өсөнсө рейх |
Ерләнгән урыны | Любушское воеводство[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | артиллерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәПавел Федорович Щербаков 1924 йылдың 27 майында Ҡустанай өлкәһе Федоровка районының Федоровка ауылында (хәҙерге Ҡаҙағстандың Ҡустанай өлкәһе) эшсе ғаиләһендә тыуа. Урыҫ. 20-се быуаттың 20-се йылдар аҙағында Щербаковтар ғаиләһе Башҡорт АССР-ының Раевка ҡасабаһына күсенә. 1941 йылда Павел Раевка тимер юл станцияһы ҡарамағындағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Хеҙмәт юлын Раевка ит комбинатында эшләп башлай.
Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армия сафына 1941 йылдың авгусында Әлшәй райвоенкоматынан саҡырыла һәм Сорочинск ҡалаһына Көньяҡ Урал пулемет училищеһына ебәрелә. Унда ул артиллерия төҙәүсеһе һәм пулеметсы һөнәрен үҙләштерә. Училище тамамлағандан һуң, взвод командиры булып хеҙмәт итә.
Ғәмәлдәге армияла старшина П. Ф. Щербаков 1943 йылдың 18 авгусынан. Үҙәк фронттың 60-сы армияһы 6-сы гвардия уҡсылар дивизияһының 25-се гвардия уҡсылар полкының 76 миллиметрлы пушкалаыр баатреяһында орудие төҙәүсеһе була. Чернигов-Припять операцияһы барышында Рыльск янындағы һуғышта хәрби сирҡаныу ала. Сейм йылғаһында дошман оборонаһын өҙгәндә һәм 1943 йылдың 26 авгусынан 3 сентябргә тиклем алыштарҙа төҙәүсеһе гвардия старшинаһы Щурбаков булған орудие һөжүм итеүсе пехотаның алғы частарында була. Тура наводка менән дошмандың ике бронеавтомобиле, 4 станок пулеметы һәм 25 һалдаты һәм офицеры юҡ ителә.
1943 йылдың сентябре башындағы һөжүмдә 6-сы гвардия уҡсылар дивизияһы Воронеж фронтының (1943 йылдың 20 октябренән — 1-се Украин фронты) 13-сө армия составына күсерелә. Павел Федорович Киев һөжүмендә һәм Киевты обороналау операцияларында ҡатнаша, 1943 йылдың ноябрь башына орудие командиры вазифаһын биләй. Гвардия старшинаһы П. Ф. Щербаков 1943—1944 йылдарҙа т Уң яр буйы Украинаны (Житомир-Бердичев һәм Ровно-Луцк операциялары) азат итеүҙә ҡатнаша. Ауыл Украинаның Ровенск өлкәһе Млинов районы Торговица өсөн барған һуғыштарҙа гвардия старшинаһы Щербаковтың орудиеһы тура наводка менән вермахттың өс станок пулеметын, бер танкка ҡаршы орудиеһын һәм 70 тиклем хәрби хеҙмәткәрен юҡ итә. Артиллеристар дошмандың бер ут нөктәһен баҫтыра алмағас, старшина Щербаков дошман позицияларына шыуышып бара һәм граната ташлап, уның пулемет расчетын юҡ итә.
1944 йылдың февраленән ВКП(б) ағзаһы. Шул уҡ йылдың авгусында кесе лейтенанттар курсына ебәрелә. 1945 йылдың ғинуарында фронтҡа ҡайта һәм Висла-Одер операцияһында ҡатнаша.
Гвардия кесе лейтенанты П. Ф. Щербаков 1945 йылдың 7 мартында Трибель ауылы (хәҙер Польша Республикаһы Любуск воеводаһы Жарский повятының Тшебель ҡасабаһы) өсөн алышта фаустпатрон ярылыу һөҙөмтәһендә һәләк була.
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 10 апрелендәге указы менән немец илбаҫарҙары менән алышта командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм шул ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡыйыулығы өсөн гвардия кесе лейтенанты Павел Федорович Щербаковҡа (үлгәндән һуң) «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.
Польшаның Жары ҡалаһында ерләнгән.
Наградалары
үҙгәртергә- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (10.04.1945);
- Ленин ордены (10.04.1945);
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (09.04.1944);
- Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (07.09.1943; 28.08.1944);
- "Батырлыҡ өсөн"миҙалы (28.11.1943).
Хәтер
үҙгәртергә- Башҡортостандың Раевка ауылында 4-се мәктәп фасадына Советтар Союзы Геройы П. Ф. Щербаковҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.
- Советтар Союзы Геройы П. Ф. Щербаковтың исеме Раевка ауылынан яуҙа ятып ҡалған ауылдаштары мемориалында мәңгеләштерелгән.
- Стәрлетамаҡ һәм Клин ҡалаларының, Раевка ауылының бер урамына Советтар Союзы Геройы П. Ф. Щербаков исеме бирелгән.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
- Они ковали победу: сб. очерков. — Уфа: Башк. кн. изд-во, 1984.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Щербаков Павел Фёдорович на www.az-libr.ru . Дата обращения: 5 июнь 2012. Архивировано 7 август 2014 года.
- Златоустовская энциклопедия . Дата обращения: 5 июнь 2012. Архивировано 29 декабрь 2011 года.
- Управление по делам Культуры и искусства Администрации Клинского муниципального района МУК «Централизованная библиотечная система» . Дата обращения: 5 июнь 2012. Архивировано 4 март 2016 года.
- Легендарный командир Щербаков .(недоступная ссылка)
- Башкирский республиканский музей боевой славы . Дата обращения: 5 июнь 2012. Архивировано 5 март 2016 года. 2016 йыл 5 март архивланған.
- Истоки силы родной земли — памяти живые родники. Альшеевские вести 26.04.2012 .
- Щербаков Павел Фёдорович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.