Щепкин Николай Павлович

Николай Павлович Щепкин (1825 — 1911[1]) — Рәсәйҙең дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре; ғәмәли статский советник, Өфө губернаторы (1882—1883).

Щепкин Николай Павлович
Заты ир-ат
Тыуған көнө 1825
Вафат булған көнө 1911
Атаһы Щепкин, Павел Степанович[d]
Уҡыу йорто Мәскәү император университеты[d]

БиографияһыҮҙгәртергә

Николай Павлович Щепкин 1825 йылда тыуа. Мәскәү император университетында курс тамамлай.

Дәүләт канцелярияһында хеҙмәт итә; крәҫтиән реформаһын әҙерләү эштәрендә ҡатнаша: «Сведения о помещичьих имениях» баҫмаһы мөдире була, откупты бөтөрөү һәм акциз системаһын индереү буйынса комиссияла ҡатнаша.

1861 йылдың 19 февралендә (3 март) крепостнойлыҡ хоҡуғын бөтөрөү тураһында манифест сыҡҡас, Калуга губернаһы Лихвин өйәҙендә мир аралашсыһы була; билдәле губернатор Арцимович даирәһенә ҡарай. Крәҫтиәндең мәнфәғәтен яҡлап, губерна дворяндары араһында ҙур ҡәнәғәтһеҙлектәр тыуҙыра һәм тиҙҙән, Арцимович Калуганан киткәс, үҙенең аралашсы исемен һала.

1879 йылдан — төрмәнең баш инспекторы. 1880 йылда сенатор Ковалевский менән бергә Өфө һәм Ырымбур губернаһында ревизия үткәрә һәм башҡорт ерҙәренең таланыуын аса; һуңынан Өфө губернаторы итеп тәғәйенләнә (1882—1883). Губернала дәүләт крәҫтиәндәренә ер биреү менән шөғөлләнә.

1884—1889 йылдарҙа — ҡаҙнаға уүскән Кавказ Минераль һыуҙарының беренсе хөкүмәт комиссары; уның ваҡытында Елизавета галереяһы ҡарамағында дауаханала хирургия ҡабул итеү бүлмәһе ойошторола, батҡаҡ менән дауалау ванналары булдырыла, «Ессентуки һәм Пятигорскиҙа барлыҡ ҡулайламалар менән айырым батҡаҡ бүлектәре» йыһазландырыла, парктар төҙөкләндерелә, гидрогеологик, шул иҫәптән Ессентукиҙа 17-се сығанаҡта, эштәр башҡарыла башлай.

1889 йылдың 24 авгусында Һарытау ғилми архив комиссияһына инә[2]. 1894 йылда Петербург төрмә комитеты рәйесе була.

ҒаиләһеҮҙгәртергә

Атаһы — Павел Степанович Щепкин (1793—1836) — математик, Мәскәү университеты профессоры.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. 2606. Мещанинов И. В. // История России в дневниках и воспоминаниях : Аннотир. указатель книг и публикаций в журналах / Науч. рук. П. А. Зайончковский — М.: Книга, 1980. — Т. 3, Ч. 2 : История дореволюционной России в дневниках и воспоминаниях : 1857—1894.
  2. Соколов В. П. Саратовская ученая архивная комиссия за 25 лет её существования (12 декабря 1886 — 12 декабря 1911 года) — Саратов, 1911.

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Мещанинов И. В. Памяти Николая Павловича Щепкина. — СПб.: тип. СПб. тюрьмы, 1911. — 12 с.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә