Щепин Владимир Олегович

Щепин Владимир Олегович (31 июль 1957 йыл) — Рәсәй ғалимы, йәмәғәт һаулығы өлкәһендә белгес, Рәсәй медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты (2004), РФА ағза-корреспонденты (2014).

Щепин Владимир Олегович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 31 июль 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (66 йәш)
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны 1-се Мәскәү дәүләт медицина университеты
Уҡыу йорто Н. И. Пирогов исемендәге Рәсәй милли тикшеренеү медицина университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
медаль «В память 850-летия Москвы» Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Биографияһы үҙгәртергә

1957 йылдың 31 июлдә тыуған.

1984 йылда 2-се Мәскәү медицина институтының дауалау факультетын, ә 1986 йылда клиник ординатураны тамамлай.

1986 йылдан алып 1988 йылға тиклем — Н.А. Семашко исемендәге һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу һәм социаль гигиена Бөтә союз ғилми-тикшеренеү институтының кесе ғилми хеҙмәткәре.

1988 йылдан алып 1990 йылға тиклем — РСФСР Һаулыҡ һаҡлау ҡарамағындағы Дүртенсе Һаулыҡ һаҡлау министрлығының табип-инспекторы.

1990 йылдан алып әлеге көнгә тиклем — Н.А. Семашко исемендәге йәмәғәт һаулыҡ һаҡлауҙың милли ғилми-тикшеренеү институтында ҡабаттан эшләй, унда ғилми хеҙмәткәрҙән алып фәнни эш буйынса директор урынбаҫарына тиклем юл үтә.

1993 йылда кандидатлыҡ, ә 1997 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

2000 йылда профессор дәрәжәһе бирелә.

2004 йылда Рәсәй медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана.

2014 йыл — РФА ағза-корреспонденты

1998 йылдан Сеченов университеты табибтарҙың юғары уҡыу йортонан һуң профессиональ белеме факультетының йәмғиәт һаулығы һәм һаулыҡ һаҡлау кафедраһы мөдире

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Һаулыҡ һаҡлау һәм йәмәғәт һаулығының фундаменталь проблемаларын өйрәнеү һәм анализлау буйынса ғилми эш алып бара

200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, шул иҫәптә 14 монография һәм китаптары бар.

Уның етәкселегендә 20-нән ашыу кандидатлыҡ һәм 10 докторлыҡ диссертацияһы яҡлана.

Наградалары үҙгәртергә

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007)[1]
  • «Мәскәүҙең 850-йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
  • РМФА Президиумы Почёт грамотаһы
  • Н.А. Семашко исемендәге РМФА премияһы дипломы
  • «Һаулыҡ һаҡлау отличнигына» почёт билдәһе

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Указ Президента Российской Федерации от 20.12.2007 № 1719. kremlin.ru. Дата обращения: 17 ноябрь 2019.

Һылтанмалар үҙгәртергә